Ысынбарлыҡты инҡар итмәйек07.03.2013
Һай, заман үҙенсәлеге! Дөрөҫөрәге, заман технологиялары. Кемде генә осраштырмаған да, кемде генә ҡауыштырмаған! Ә күпме кешенең йөрәгенә шом һалған, шикләндергән, күңелен ҡыйған… Эйе-эйе, яңылышманығыҙ: һүҙ социаль селтәрҙәр хаҡында бара.
Ире менән арыу ғына донъя көткән, яҡшы урында эшләгән ике бала әсәһе – күптәнге танышым менән осраштыҡ. Быға тиклем әллә ни серләшкәнебеҙ булмаһа ла, һөйләшеү сетереклерәк юҫыҡҡа боролоп китте.
– Ҡатмарлы хәлгә тарыным бит әле, – ти был. – Ҡыҫҡаһы, “Класташтар” сайтында мине курсташым табып алды. Институтты тамамлағанға нисәмә йыл, әммә бер ҙә күрешеп-аралашҡаным юҡ ине. Ул оҙаҡ йылдар башҡа ҡалала йәшәне, хәҙер, аңлауымса, кире Өфөгә ҡайтҡан. Ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынманым, әммә сайттағы мәғлүмәт, беләһең, үҙе үк һөйләй. Ҡатыны, ҡыҙы менән төшкән фотоһы бар былай. Ул һүрәттәр ике йыл элек ҡуйылған, хәҙер хәлдәре нисектер инде… Сит илдәрҙә сәйәхәттә булғандар, бихисап ер-һыу күргәндәр. Институтта уҡығанда уҡ булдыҡлы егет ине – билдәле компанияларҙа эшләгән. Ә машинаһын күрһәң... Аҡса эшләй белә, тимәк…
– Һуң, ундай таныштар сайтта туп-тулы, – тим, аптырағас, “ҡыҫҡаһы” тигәнгә ишаралап.
– Юҡ, һин тороп тор… Студент саҡта беҙҙең арала, мөхәббәт үк булмаһа ла, ниндәйҙер йылы мөнәсәбәт тыуған кеүек тойолғайны. Ғишыҡ утында янып, бер күрешеүгә һыуһап йәшәй торғайныҡ, ул ғынамы – бер көн эсендә һағынышып бөтә инек. Нисәмә тапҡыр кистәрен Өфө урамдарын ҡыҙырҙыҡ, киноға, дискотекаларға йөрөнөк… Дөрөҫөн әйтәм, уның хаҡта уйланған минуттарым аҙ булманы. Әгәр ҙә бергә булһаҡ, нисек йәшәр инек, тип икеләнгәнем дә бар.
– Ирең ишетеп ҡалмаһын, – тим, уйынлы-ысынлы. Әйткәндәй, танышымдың ире бына тигән, эшен дә емертеп башҡара, донъяһын да бынамын итеп көтә. Ҡатынын, балаларын ифрат яратҡанын беләм.
– Эйе шул... Эй, ишетһен дә, һуң бит мин енәйәт ҡылмаған. Былай ғына һөйләйем… – танышымдың холҡо үҙгәрмәгән, шундай уҡ алабарман. – Бына шул, хат яҙышырға тотондоҡ. Тәүҙә ҡыйыуһыҙ ғына хәл-әхүәлде белештек, аҙаҡ ипләп кенә бер-беребеҙҙең ҡылын тартҡылап ҡараныҡ. Ә күҙгә туранан-тура ҡарап әйтелмәгән һүҙҙәр ҡыҙыҡ бит ул – ағыла ла ағыла. Ҡағыҙ кеүек, Интернет та барыһына ла түҙә. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙып киткәнбеҙ. Әллә элекке мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйылмаған, әллә күңел асырға иҫәп, мәгәр осрашырға һөйләштек. Ни эшләйем икән? Һин бит аҡыллы кеше, кәңәш бирсе...
Аптыраным, тип әйтеү аҙ кеүек, хатта хайран ҡалдым. Шуныһына рәхмәт: “аҡыллы” тип ҡыуандырҙы… Тик ул “аҡыл” күҙе томаланған был алабарманға ниндәй кәңәш бирергә тейеш һуң? Әйткәндәй, “осрашыуға барам” тип ауыҙына алған танышымды кире өгөтләү урынһыҙ икәнен дә беләм – барыбер барасаҡ. Тик башын юғалтмаһын… Һөҙөмтәлә, ниәтләгәс, осрашырға, әммә ғаилә ҡиммәттәрен, бурыстарҙы бер минутҡа ла онотмаҫҡа, тигән уртаҡ фекергә килеп хушлаштыҡ.
Ошо хәлдән һуң байтаҡ ваҡыт үтте. Таныш-тоноштоң хәл-әхүәле ишетелеп тора бит: былар һәүетемсә донъя көтә, эшләп йөрөйҙәр. Ваҡыты-ваҡыты менән сайтта яңыртылған фотоларына ҡарағанда, ғаиләнең ҡото ҡасҡанға оҡшамай, шөкөр… Ниһайәт, осрашып һөйләшергә форсат табылды.
– Шунан, – тимен, – теге мәл хис-тойғоға бирелеп, икеләнеп йөрөй инең. Барҙыңмы?
Танышым бер нисә секундҡа албырғап ҡалды. Күҙҙәренең ихласлығы алдамай ине: “Ниндәй осрашыуға?” Ҡапыл: “Ә-ә-ә!!! Теге мәлде әйтәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Барҙым, әйкәйем, тик ниңә барған көнгә төштөм. Шундай кафены ишеткәнең барҙыр (ул исемен атай)? Сейле-бешле аҙыҡта сәнске менән соҡоноп, һүҙ таба алмай ултырҙыҡ әле башта. Курсташ олпатланған, әлбиттә, әммә әрпешлеге шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте: кеше тиҫтә йылдан ашыу күрмәгән танышы менән осрашыуға бысраҡ күлдәк кейеп киләме? Һаранлығы һағайтты, һөйләгән хәбәрҙәре мәғәнәһеҙ булып тойолдо. Һәр хәлдә, ҡаршымда ултырған, ҡасандыр йылы тойғолар уятҡан был ир бөгөн миңә бөтөнләй таныш түгел ине. Ә хатлашҡанда ифрат күңелле тойолғайны… Ҡыҫҡаһы, бер сәғәттән өйгә, ирем, балаларым янына елдән етеҙ елә инем.
…Ә хистәр тоноҡланмай, тигән булалар. Буш һүҙ: ваҡыт һәм мөхит тойғоларҙы ғына түгел, кешеләрҙе лә тулыһынса үҙгәртә. Үрҙәге хәл – ошоға миҫал. Икенсе яҡтан, виртуаль донъяның ысынбарлыҡтан ни тиклем алыҫ икәнлеген дә аңлата түгелме ул?