Бейей беләһеңме?07.03.2013
Ҡунаҡҡамы, туйғамы барһам, түңәрәк уртаһына төшөп өйөрөлөп-өйөрөлөп бейегән кешеләргә ҡарап ҡыҙығам. Үҙем арлы-бирле тыпырлаһам да, улар кеүек матур, килешле итеп баҫа алмайым шул. Ваҡытында өйрәтеүсе булманы ла, хәҙер һуң кеүек тойола.
Беҙ үҫкәндә клубтарҙа гармун тауыштарын заманса дискотека көйҙәре алмаштырған саҡ ине. "Өсмөйөш", "Ебегән", "Наза", "Марш" бейеүҙәрен ихластан ҡарап, ҡабатлап торорға мөмкинлек булманы тиерлек. Шунан үҙемде, ярай, атай-әсәйем дә сәнғәт кешеләре түгел әле, йыр-бейеүгә әүәҫлектәре юҡ, тип тынысландырҙым. Атайҙың ғына йәшерәк сағында гармунда уйнағанын хәтерләйем. Әммә әсәйемдең 40 йәшен билдәләгәндә, яңылыҡ асып, шаҡ ҡаттым. Ҡунаҡтар ҡайтып бөткәс, аш бүлмәһендә атайым бер туғаныбыҙ менән таңға хәтлем бейене лә ҡуйҙы. Әсәй ҙә ара-тирә ҡушылып киткеләне. Их, өҙә баҫыуҙары һуң! Билләһи, белгән-күргәнем юҡ ине шулай оҫта бейегәндәрен. Бына бит, йәш саҡтарында өйрәнгән булғандар!
Әле килеп, исмаһам, мәктәптә шул шөғөлгә ылыҡтырмағандар тип уйлап ҡуям. Бейеү түңәрәге булды. Хатта "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүе менән сығыш яһап йөрөнөк. Әммә ойошоп ҡына ҡара-ҡаршы баҫып түңәрәктә бейеү түгел инде ул...
Учалы районының Ураҙ ауылындағы лицейҙа ошондай эште башлап ебәреүҙәрен ишетеп, бик ҡыуандым. "Марш"ты башҡарыу буйынса конкурс та үткәреп өлгөргәндәр, афарин! Ә ниңә, белгәнеңде шул рәүешле нығытып ҡуйыу насармы ни?!
Үҙемдән булмағас, гел балаларымдың бейей, йырлай, музыка ҡоралдарында уйнай белеүен теләнем. Үҫкәс, табын түрҙәрендә кәм-хур булып ултырмаһындар, тип. Шөкөр, улым йырлай, матур итеп вальста өйөрөлә. Ләкин үҙебеҙсә тыпырларға ла өйрәнһен ине. Ураҙҙарҙың өлгөһөнә эйәрһендәр ине башҡа белем усаҡтарында ла.