Көсө ниҙә?07.03.2013
Бынан бер йыл элек “Башҡортостан” гәзитендә “Тиран менән нисек йәшәргә?” исемле мәҡәлә баҫылғайны. Автор бөгөнгө көнгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләне күтәрә. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең көсһөҙлөгө менән көслө, тиҙәр. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Мәҡәләмдә көслө рухлы көсһөҙ заттарҙың береһе хаҡында бәйән итмәксемен.

...Гөлфиәнең бала сағы район үҙәгенән алыҫ төпкөл бер ауылда үтә. Атаһы йәшләй генә донъя ҡуйғас, яңғыҙ ҡыҙын Мәрфуға апай күрше ауылға йөрөтөп уҡыта. 9-сы класты тамамлағас, Гөлфиә педагогия училищеһына инә. Әсәһе йыш ауырый. Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында йәшәгән апаһы Мәрфуғаны үҙе янына саҡыра. Ҡулына диплом алғас, Гөлфиә лә әсәһе янына шунда китә. Ул осорҙа СССР-ҙа халыҡтар дуҫлығы сәскә атҡан саҡ, Ташкентта башҡорт ҡыҙына эш табыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Бер мәктәптә үзбәк балаларын урыҫ теленән уҡыта башлай. Зирәк ҡыҙ бер йыл тигәндә үзбәк телен дә үҙләштерә.
Оҙон толомло, ҙур ҡара күҙле һылыу ҡыҙға күптәр иғтибар итә. Өҫтәүенә ул гармунда уйнай, йырлай, оҫта бейей. Мәктәп өсөн табыш ҡына. Фольклор түңәрәге асып ебәрә, балаларға төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәтә, үҙе костюмдар тегә. Ихласлығы, яғымлылығы менән йәш уҡытыусы ата-әсәләрҙең дә, уҡыусыларҙың да күңелен яулай. Еткән ҡыҙҙы оҡшаталар, кейәүгә һората башлайҙар. Ҡыҙ ашыҡмай, ситтән тороп институтҡа уҡырға инә. Тик әсәһе генә:
— Ҡыҙым, мин иҫән саҡта тормошҡа сыҡ, ейәндәр һөйгөм килә, — тип йыш ҡына ҡабатлай. Шәреҡ илендә егет менән ҡыҙҙың ғишыҡ тотоп, осрашып йөрөүе — һирәк күренеш. “Димсе диңгеҙ кистерә”, тиҙәр. Гөлфиә лә әсәһен тыңлай, көтмәгәндә кейәүгә сығырға була. Закир күҙҙәре осҡон сәсеп торған ҡыйыу, алсаҡ, тормош көтөргә ихлас егет кеүек күренә. Тәүге ейәнсәрен ҡулына алғас, Мәрфүғәнең ҡыуанысының сиге булмай. Әммә күп тә тормай, ул яҡты донъя менән хушлаша. Гөлфиә сит ерҙә япа-яңғыҙы тороп ҡала. Бер-бер артлы тағы ике балаһы тыуа. Өс бала әсәһе, алдынғы уҡытыусы, шул арала ситтән тороп институт тамамлай. Эшендә абруй ҡаҙана. Тик әсәһе үлгәндән һуң, Гөлфиәнең тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Һылыу ҡатынын Закир былай ҙа көнләшкән, ә эргәһендә яҡлаусыһы булмағас, тамам сығырынан-сыға. Ир кеше ҡатынына төрлө сикләү ҡуя, сәғәткә ҡарап ҡына тора. Уҡытыусының эше күп, өйгә лә эйәреп ҡайта. Бала тәрбиәләү ҡатындың ғына бурысына әйләнә. Сәбәпһеҙгә төрлөсә йәберләүҙәр, йоҡоһоҙ төндәр... Ире: “Мин һинең хужаң, ә һин кем?” — тип хурлап, уның рухын һындырырға тырыша. Тәкәббер ир юғары белемле башҡорт ҡыҙының көслө ихтыярын, рухын тойғандыр. Шуға күрә уны меҫкен хәленә төшөрөргә тырыша, хатта ҡул күтәреүҙән дә тартынмай.
Гөлфиә, ул ваҡытты хәтерләп:
— Һәр кис йыуынып, таҙа эске кейемдә йоҡларға ята инем. Таңды имен-һау ҡаршыларыма икеләнә торғайным. Минең өсөн һәр кис һуңғыһы булып тойола ине. Закир шуны мейемә һеңдерә барҙы, — ти.
Гөлфиәнең бар йыуанысы — балалары, абруйлы хеҙмәте, ата-әсәләрҙең хөрмәте. Уй-хәсрәтен бер кемгә лә һөйләй алмай. Төндә йыш ҡына тупһала өшөп торған ҡатынды күреп, күршеһе Гөлфиәне йәлләй:
— Ниңә шул тиклем йәберләнеп йәшәйһең? Ҡотол һин унан, — ти.
— Ҡайҙа китәйем, балаларым бәләкәй бит, — тип илай Гөлфиә. Шулай итеп, ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп китә. СССР тарҡалып, һәр республика үҙаллы йәшәй башлай. Мәктәптә бергә эшләгән иптәш ҡатыны Фатима:
— Балаларың ҙурайҙы инде, ирҙән иҙелеп йәшәмә, үҙ илеңә ҡайтырға тырыш, — тип кәңәш бирә.
Гөлфиә эш хаҡының тиненә тиклем иренә биреп ғәҙәтләнгән. Юлға ҡайҙан аҡса табырға һуң? Йәшәргә лә аҡса кәрәк бит, тип уйлана.
Фатима:
— Юллыҡ аҡса йыя башла, үҙем дә ярҙам итермен, — тип дәртләндерә.
Закир айына бер тапҡыр эше буйынса командировкаға йөрөй. Шуға тап килтереп, Фатима ҡатынға самолетҡа билет һатып ала. Гөлфиә кейемдәрен уларға алып барып ҡуя, иренә, балаларына хат яҙа. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрә, күпме күҙ йәштәре ҡоя ул был аҙымды яһар алдынан!
— Фатима булмаһа, мин ғүмерҙә лә был аҙымға баҙнат итмәҫ инем, — ти Гөлфиә. — Тыуған илемде юҡһыныу, һағыныу ҙа көс бирҙе...
Тәүҙәрәк балалары менән Фатима аша аралаша. Улар әсәләрен аңлай, яҡлай. Аҙаҡ өсөһө лә уның янына килә. Хәҙер улар барыһы ла ғаиләле, төрлө тарафта йәшәй. Гөлфиәнең ейәндәре үҫә. Ире менән рәсми рәүештә айырыла, ул ике тапҡыр өйләнеп ҡарай, әммә яңынан ғаилә ҡора алмай, әле лә яңғыҙ йәшәй. Ә Гөлфиәгә килгәндә, ил өҫтөндә сыпсыҡ үлмәҫ, тигәндәй, Тыуған иленә ҡайтыуының тәүге мәленән үк уға игелекле кешеләр, яҡташтары, дуҫтары ярҙам итә. Әле лә төҫ ташламаған, уңған, егәрле ҡатын хеҙмәтенән дә, яңынан ҡорған тормошонан да ҡәнәғәт йәшәй.
Гөлфиәнең тормош кисерештәрендә, бәлки, күптәр үҙҙәренең йәки яҡындарының тормошон күҙаллағандыр. Аҙмы ни ирҙән йәберләнеп йәшәгән ҡатындар. Балалары хаҡына ғаиләһен тарҡатмайым тип, бәйһеҙ ирҙең тупаҫлығына, холоҡ-фиғеленә күнеп йәшәй бирәләр. Кешенең холҡо белеменә ҡарамай шул. Йәмғиәттә тәрбиәле ир үҙенең ғаиләһендә икенсе сүрәттә булыуы ихтимал. Көсһөҙ зат булараҡ, ҡатын-ҡыҙ яҡлауға мохтаж, ләкин үҙеңде яҡлай белергә лә кәрәк, донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ бит! Гөлфиәнең яҙмышы — башҡорт ҡатынының ихтыяр көсө, рухи азатлыҡҡа ынтылышы өлгөһө. Уның ныҡлығына, ғорурлығына, ҡыйыулығына һоҡланмау мөмкин түгел.


Вернуться назад