Һеҙ — тормош сәскәләре07.03.2013
8 Март байрамы — айырыуса йәмле, һәр кем өсөн ҡәҙерле, тантаналы көн. Беҙ уны еребеҙгә яҙҙың аяҡ баҫыуы, тәбиғәттең уяныуы менән бәйләп тә ҡыуаныс кисерәбеҙ.
Кешелек донъяһы быуаттар дауамында ҡатын-ҡыҙҙың матурлығына, бөйөклөгөнә һоҡланып, уның күркәм сифаттарын данлап йәшәгән. Ниндәй генә һөнәр эйәһе гүзәл затҡа ғашиҡ булмаған, ололамаған, рәхмәт һүҙҙәре белдермәгән! Һөйкөмлө аҫыл зат вәкилдәре, яҙғы сәскәләр кеүек, донъяға саф күңел, мөхәббәт менән бағып, көслө ир-егетте лә изгелекле эштәргә илһамландырырға һәләтле.
Беҙ барыбыҙ ҙа балалыҡ иленән. Һәр кем үҙен ҡәҙерләп, иркәләп үҫтергән, тормошта абынып йығылмау өсөн тура юл күрһәткән әсәһенең образын күңелендә ғүмер буйы һаҡлай һәм ихтирам, рәхмәт тойғолары менән иҫкә ала.
Нәҫелде дауам итеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙа бөйөк ижади башланғыс һаҡлана һәм ул үҙенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, яуаплы мөнәсәбәт талап итә. Боронғо Көнсығышта, "Ир-бала үҫтерһәң — ир-ат тәрбиәләйһең, ҡыҙ бала үҫтерһәң — милләт тәрбиәләйһең", тигән ҡанатлы һүҙҙәр йәшәгән. Был үтә лә дөрөҫ фекер, рухи ҡиммәттәребеҙҙе быуындан быуынға тапшырыу, балаларыбыҙҙа ғаилә ҡороуға, никахлашыуға, ата-әсәгә ихтирам тәрбиәләү өсөн бөтә уңайлы шарттарҙы булдырырға бурыслыбыҙ. Ә ҡатын-ҡыҙҙың ярҙамынан тыш бер нисек тә ышаныслы, ныҡлы ғаилә нигеҙен ҡороп булмай.
Башҡортостандың аҫыл заттары араһында барыбыҙға өлгө булырлыҡ шәхестәр күп. Дәүләт эшендә лә, хоҡуҡ һаҡлау, тәрбиә, сауҙа өлкәләрендә лә улар уңышлы эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта һәм тылда еңеү өсөн көрәшкән, ҡот осҡос емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән хеҙмәт ветерандарын да байрам менән ҡотларға онотмайыҡ! Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе аҡыллы кәңәштәрегеҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ менән шатландырып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә, хөрмәтле әсәләр, өләсәйҙәр! Барығыҙға ла тыныс тормош, һаулыҡ, муллыҡ теләйем.