Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем07.03.2013
В. Ҡазыханов һүҙҙәре М. Ғиләжев көйө

Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Иртән гөлдәргә һыу һибә ине.
Иркә гөлдәрҙәй әсәй беҙҙе лә
Иркәләй ине, гел һөйә ине.

Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Ҡаҙ бәпкәләрен күлгә төшөрҙө.
Шул бәпкәләрҙәй сабый сағымды
Әсәйем ҡабат иҫкә төшөрҙө.

Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Ниҙер әйтте лә миңә ҡул һуҙҙы.
Һағынғанһыңдыр, беләм, әсәйем,
Ҡайталманым шул, күп айҙар уҙҙы.

Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем,
Толомлап үрә ине сәскәйен,
Был юл төштәре һиңә саҡыра,
Өҙөлөп һағындым, ҡайтам, әсәйем.


Вернуться назад