Һәр замандың үҙ мәктәбе, үҙ белем биреү стандарты. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙарҙы бойомға ашырыу, яңыса үҫешкә киң юл асыу кәрәктер ҙә. Быны һис тә инҡар итергә йыйынмайым. Әммә сит ил тәжрибәһенә һуҡырҙарса эйәреү илдең иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһамаясаҡ.
Үҙгәртеп ҡороуҙар сылбыры (яңыртыу, ҡулайлаштырыу) уҡыусыларҙың тәбиғи үҫешен аҡрынайтты. Яңы уҡыу-уҡытыу технологиялары баланы бер яҡтан үҫтерһә, икенсе яҡтан әҙәп-әхлаҡ һыҙаттарын, үҙаллы фекер йөрөтә алыу һәләтен, телмәр үҫешен түбәнәйтте.
Белем биреүҙе ҡулайлаштырыу сәйәсәте барған саҡта Башҡортостанда нисә мәктәп бөтөрөлдө икән? Байтаҡ балалар баҡсаһы, бәләкәй комплектлы мәктәптәр юҡҡа сыҡты. “Мәктәп автобусы” проекты ла үҙен аҡламаны. Өҙәрем юл мәлендә уҡыусылар аҙналар буйы дәрескә йөрөүҙән мәхрүм булды. Был проекттың тағы бер кәмселеге бар: балаларҙы үҙ ауылдарына дәрестәр тамамланыу менән илтеп ҡуялар. Ә кластан тыш саралар, түңәрәктәр кем өсөн һуң ул?
Тағы ла бер мөһим мәсьәләне телгә алыу кәрәктер. Әле айырыуса ҡала мәктәптәрендә һәр уҡыусының кеҫә телефоны бар. Ғәмәленә күрә — әмәле, тигәндәй, был да илебеҙҙең үҫешенә бер дәлил. Әммә күп баланың, дәрестә шул уйынсығы менән мауығып, уҡытыусының һөйләгәнен ҡолаҡ ситенән үткәреүен беләм. Изложение тексын яҙҙыртып алып, аҙаҡ телефондан күсереп биреү осраҡтары ла яңылыҡ түгел. Тимәк, уҡыусының уйлау, фекерләү һәләте үҫмәй.
Белем биреү системаһындағы бындай хаталар тураһында һеҙ ниндәй фекерҙә?
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре докторы,
БДУ профессоры.