Залда тынлыҡ. Төркөм-төркөм булып ултырған ҡатын-ҡыҙ шым ғына үҙ-ара һөйләшеп ала. Хөкүмәт йортона республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған гүзәл зат Президент ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алырға килгән һәм тантана башланғанын көтә. Шул саҡ янымдараҡ ултырған бер ҡатындың телефоны шылтыраны һәм трубканың теге осонан кескәй генә бала тауышы тынлыҡты ярҙы.
— Әсәй, һин Президент ағай янына барып та еттеңме?
— Эйе, балам, — тип ипләп кенә яуап бирҙе әсә.
— Ә ҡасан ҡайтаһың? Апайымдар мәктәптә, атайым эштә, беҙ өләсәй менән һине көтәбеҙ. Тиҙерәк ҡайт, һағындым, мәмәй алып ҡайт!.. — тип бала хәбәрен теҙҙе.
Көсөргәнешле ултырған әсәнең йөҙө яҡтырып китте, шым ғына балаһы менән донъя хәлдәре тураһында һөйләште, тәмле күстәнәс алып ҡайтырға вәғәҙәләне. Әсәһен сабыйы һағынып та өлгөргән, ҡатындың да күңеле ҡолонсаҡтары янында.
Шундай ябай ғына, әммә тулҡынландырғыс ваҡиға менән башланып китте тантана. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан әсәләрҙе бүләкләү — республикабыҙҙа электән үтәлеп килгән матур йола. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 60-ҡа яҡын әсәне тәбрикләне.
— Былтыр республикабыҙҙа 60 меңгә яҡын сабый тыуған. Был — яҡшы һөҙөмтә, әммә тағы ла күберәккә ынтылырға кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙ һеҙгә мөмкин булғанса ярҙам итергә тырышабыҙ. Льгота һәм пособиелар арттырабыҙ. Балалар баҡсаһына сират мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Былтыр 14,5 мең урын булдырылды, был дә һәйбәт күрһәткес.
Тантана барышында Рөстәм Хәмитовҡа Ейәнсура районынан уҡытыусы Луиза Ниязғолова мөрәжәғәт итте. Ул үҙенең биш балаһы янына уллыҡҡа инвалид бала алған һәм ошондай аҙымға барған ғаиләләргә ярҙам итеүҙе һораны.
— Беҙ уллыҡҡа бала алғандарға ярҙам итәбеҙ, ә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе ғаиләгә ҡабул итеүселәргә айырым ҡараш. Әле уллыҡҡа бала алған ғаиләгә әсәлек капиталы күләмендә аҡса түләнә, был — 400 мең һумдан ашыу. Әгәр ул инвалид та булһа, бынан ары шуға тағы ла 100 мең һум өҫтәп түләйәсәкбеҙ, — тине уға Президент һәм шунда уҡ Хөкүмәткә норматив акттарға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Илеш районының Иҫке Күктау ауылынан килгән Алһыу Мәрүәрова ире менән биш балаға ғүмер бүләк иткән. Татыу ғаиләлә Илвир, Илнар, Ильяс, Зилиә һәм Айгиз үҫә. Илвирға оҙаҡламай 18 йәш тулһа, кескәй Айгизгә ике йәш тә юҡ.
— Яңы законға ярашлы күп балалы ғаилә булараҡ ер алыуға өлгәштек. Әле дәртләнеп унда йорт һалабыҙ. Өлкән малайҙар ҡул араһына инде, атаһы янынан китмәй ярҙам итәләр. Иң ҙур ғорурлығым, ҡаҙанышым — балаларым, — тине ул.
Тантана ғаиләләгесә йылы һәм күңелле мөхиттә үтте. Ҡатындар бер-береһен байрам менән ҡотлап, йыр йырланы, шиғыр һөйләне, Президентҡа һәм Хөкүмәткә ярҙам, иғтибар өсөн рәхмәт әйтте.