Ауырыуҙарға ярҙам итә, мохтаждарҙы хәстәрләй...07.03.2013
Ауырыуҙарға ярҙам итә, мохтаждарҙы хәстәрләй...Бөгөн ғаилә ял итә. Аҙна буйы эшләгәндән, ил-күс хәстәренә сумып, мохтаждарға күңел йылыһын, тәбиғәттән килгән һәләтен, белем усаҡтарында эстәгән ғилеменең нескәлектәрен ҡушып ярҙам иткәндән һуң хәл алалар. Һуңыраҡ торорға ла, аш-һыу тирәһендә оҙағыраҡ бөтөрөлөргә, хатта көҙгө алдында әйләнгеләргә лә мөмкин.
Шулай ҙа бер кешегә ял юҡ — Тимурға. Бер йәшлек кенә сабый, уянып китеп, атаһының сәсенән тарта, әсәһенең битен һыйпай. “Мә-мә, — ти ул, — мә-мәм...” Эх, ошо ауаздар, сабыйҙың тәүге һүҙҙәре өсөн генә лә әҙәм балаһы һикереп тороу ғына түгел, донъяла әллә нимәләр бирергә риза.

Ошолай башлана йәш ғаиләнең эш көнө лә, ял көнө лә...
Илмир менән Гөлгөнә кеше һаулығын ҡайғыртыусы һөнәрҙе һайлаған. Ғаилә башлығы хирург булһа, кәләше — шәфҡәт туташы.
— 2009 йылда уҡып бөтөп, Иҫке Собханғолға ҡайтҡайным, ике йылдан һуң интернатураға уҡырға ебәрҙеләр. Унда ашығыс ярҙам күрһәтеү үҙәге һаналған 22-се дауаханала эшләнем. Травматолог һөнәрен үҙләштерҙем, — ти Илмир Фәнил улы. — Һуңынан Белорет ҡалаһында ошо һөнәр буйынса эшләп алдым...
Бөрйәнгә ҡайтҡас та Фәтҡуллинды баш табип итеп ҡуялар. Ләкин ул үҙ һөнәрен яҡыныраҡ күрә, шуға ла травматолог булып китә. Хирургия бүлеген күптәр һуғыш осорондағы ялан госпиталенә тиңләй. Күпмелер кимәлдә улар хаҡлы. Ниндәй хәлдә генә килмәйҙәр, дөрөҫөрәге, килтермәйҙәр ауырыуҙарҙы: береһе йығылып ҡулын, аяғын һындырған, икенсеһе юл һәләкәтенә эләккән, өсөнсөһөн туҡмағандар... Һанап бөткөһөҙ. Баҡһаң, ауырыуҙар миҙгелгә ҡарап та бер нисә төркөмгә бүленә икән. Мәҫәлән, яҙын, ҡышын оло йәштәгеләр тайып йығылып ҡул-аяғын, ҡабырғаһын имгәтә. Йәйен иһә көнкүреш йәрәхәттәре, авариялар күбәйә. Нисек кенә булмаһын, ярҙам күрһәтергә, ваҡытында дауаларға кәрәк.
Гөлгөнәнең дә эше тынғыһыҙ — көнө буйы поликлиникала. Әлегә малай үҫтерһә, тиҙҙән ул да дауаханаға ашығасаҡ.
Ғаилә башлығы өҫтәмә уҡығандан һуң ауылға ҡайта. Шул саҡ йәш табиптарға аҡсалата ярҙам итеү программаһы сыға. Илмир ҙа ғариза яҙа. Бөгөн улар бүленгән миллионға яҡын аҡсаға район үҙәгенең Баҙал биҫтәһендә йорт һала. Илмир Фәнил улы тураһында: “Тырыш, тынғыһыҙ, талапсан”, — тиҙәр. Йәштәргә бик һирәк бирелә был баһа. Төп бурысынан тыш, Фәтҡуллин иңенә йәмәғәт эштәрен дә йөкмәгән — район Советы депутаты итеп һайланған. Ысын мәғәнәһендә тормоштоң уртаһында ҡайнап, ғаиләһенең генә түгел, ауылдаштары, райондаштары хәстәрен уртаҡлашып йәшәй ул. Шуға күңеле тыныс — киләсәктә нәҡ уның кеүек ир-азаматтар ил-күс яҙмышын ҡайғыртасаҡ...


Вернуться назад