Иң яҡшы уҡытыусы билдәләнде07.03.2013
Иң яҡшы уҡытыусы билдәләнде“Башҡортостандың баш ҡалаһындағы йыл уҡытыусыһы-2013” конкурсында Киров районының 5-се лицейындағы башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга Русинова еңеп сыҡты. Уға автомобиль асҡысы тапшырылды.

Бүләкләү тантанаһы Өфө мәғариф системаһының 90 йыллығын байрам итеү сараһына тап килде. Быйыл педагогик оҫталыҡ ярышында 31 уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың күпселеге урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүселәр ине. Конкурсанттар араһында шулай уҡ музыка, физик культура, һынлы сәнғәт уҡытыусылары ла бар. Бер ай дауамында улар төрлө һынау үтте: методик проекттары менән таныштырҙы, асыҡ дәрестәр үткәрҙе, уларға анализ яһаны. Класс сәғәте тип аталған өсөнсө этаптағы һөйләшеү темаһын уҡыусылар билдәләне. Уҡытыусы менән берлектә улар мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышты, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Конкурстың финалында еңеүгә дәғүә итеүселәр өсөн өҫтәмә һынау ҡуйылды. Улар оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ лекция һәм “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.
Сарала шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын билдәләнеләр. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Фәриҙә Миһранова еңеү яуланы. Өфөнөң 74-се балалар баҡсаһы иң яҡшы мәктәпкәсә учреждение, “Глобус” балалар ижады үҙәгенән Ольга Ивашкова өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре араһында йыл директоры тип танылды.
Конкурсты ҡалабыҙҙың мәғариф идаралығы һәм фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк ойошторҙо.


Вернуться назад