Гөлшат ХӘМИТОВА: “Кешеләр беҙ уйлағандан күпкә мәрхәмәтлерәк”07.03.2013
Гөлшат ХӘМИТОВА: “Кешеләр беҙ уйлағандан күпкә мәрхәмәтлерәк”Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеген нисек баһаларға мөмкин? Мәрхәмәтлек күрһәтеүгә бизнесты ылыҡтырыу ауырмы? Ғөмүмән, хәйриәнең үҫеше кешеләрҙә үҙ ихтыяждарын ғына ҡәнәғәтләндереүгә ынтылышты көсәйтмәҫме?

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында “Мәрхәмәт” фондының Попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында хәйриәгә ҡағылышлы байтаҡ мәсьәлә ҡаралды.
— Яңғыҙ эшләүе ауыр, шуға күрә республикабыҙҙағы тиҫтәгә яҡын фонд менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ай һайын йыйылып кәңәш ҡорабыҙ, бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, — тине Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы. — Әлегә күберәк бизнес беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа. Йәмғиәттең дә ошо мөһим эшкә йөҙ менән боролоуына өмөт итәбеҙ. Кешеләр беҙ уйлағандан күпкә мәрхәмәтлерәк, улар асыҡ күңел, ышаныс менән фондҡа аяҡ баҫа.
Мәрхәмәтлек, бағыусылыҡ һәр заманда ла булған, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү йәки танылыу өсөн шәфҡәтлелек күрһәтмәгән, барыһын да ярҙам йөҙөнән, намыҫ ҡушыуы буйынса башҡарған. Бөгөн дә үҙҙәрендә социаль яуаплылыҡ тойған эшлеклеләрҙе өгөтләргә һис кәрәкмәй. Улар ҡаты сирле балаларҙы һауыҡтырыуға, спортты үҫтереүгә, белем биреүгә ярҙам итергә әҙер.
— “Мәрхәмәт” үҙәген асҡан саҡта балаларҙың күпләп йөрөүен теләнек. Хәҙер беҙгә килеүселәр ныҡ артты, әммә әлегә урын етешмәй. Шуға күрә баш ҡаланың бүтән райондарында яңы кабинеттар асмаҡсыбыҙ, — тине Гөлшат Хәмитова. — Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә сәфәребеҙҙе тергеҙәсәкбеҙ. Былтыр өс меңдән ашыу балаға матди ярҙам күрһәттек. Быйыл да ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Апрель аҙағында Изгелек көнө, май айында Хәйриә кисәһе үткәрмәксебеҙ, ә июндә Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашырға уйлайбыҙ.
“Мәрхәмәт”тең эшмәкәрлеге йөрәк йылыһынан, изгелек күрһәтеүҙән тыш, ижади ҡараш талап итеүсе оло хеҙмәт тә. Бай, хәлле кешеләр өсөн генә түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса шәфҡәтлелек ҡылырға теләүсе һәр кем өсөн уның ишектәре асыҡ.
Осрашыу аҙағында журналистарҙы күңелле сюрприз да көткән икән. Гөлшат Ғәфүр ҡыҙының байрам хөрмәтенә бешергән татлы бәлешенән һәр кем ауыҙ итте.


Вернуться назад