Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре — бөгөн күп кенә районда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы.
Йылайыр районының Матрай ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар советына бына 20 йылдан ашыу Асия Әмирова етәкселек итә. Оҙаҡ йылдар Матрай урта мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән ханым үҙе лә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына һәм киләсәгенә битараф түгел. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының проблемаһын, уларҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында унан яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
— Ҡатын-ҡыҙ, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, һәр ерҙә гүзәл зат булып ҡала. Шуға күрә ауылда ла улар үҙҙәрен һәр яҡлап тота белергә, ғаиләлә — изге әсә, яратҡан ҡатын, эшендә ихтирамлы хеҙмәткәр булырға бурыслы. Әлбиттә, бындай сифаттарға эйә булыу еңел түгел. Малын ҡарарға, балаһын бағырға, хатта аҡсаһын да табырға тура килә. Күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙ иңенә тормоштоң барлыҡ ауырлығы һалына. Донъя мәшәҡәттәренән арыныу өсөнмө, хыялланған тормошо килеп сыҡмағанлыҡтанмы, ҡайһы саҡ бәғзеләре рюмкаға ла үрелә.
Ошо мәлдә ҡатын-ҡыҙҙар советы ярҙамға килә лә инде. Әлбиттә, беҙҙең ҡанундар менән нығытылған бер ниндәй мөмкинлегебеҙ юҡ, әммә ваҡытында күрһәтелгән ярҙам күп ғаиләне һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә. Матрай ауыл Советы биләмәһендә ете ауыл бар. Һәр береһендә яңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы төҙөлдө һәм рәйесе һайланды. Матрай ҡатын-ҡыҙҙар советында — 11 ағза, улар араһында уҡытыусы, табип, тәрбиәсе, эшҡыуар һәм хужабикәләр бар. Насар ғәҙәт менән мауыҡҡан ғаиләләргә күмәкләшеп даими рейдтар яһайбыҙ. Балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырған әсәләр менән фәһемле һөйләшеүҙәр алып барыла, ярҙам кәрәк булһа, ауыл хакимиәте башлығы менән берлектә хәл итеү юлдарын табабыҙ. Шулай уҡ Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарын, Оло йәштәгеләр көнөн бергә үткәрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ауыл хакимиәтендә булған бер саранан да ситтә ҡалмай.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә эшһеҙлек проблемаһы юҡ тиерлек. Ауылдан йыраҡ түгел "Юбилей" ятҡылығының булыуы ла матрайҙар өсөн уңайлы. Күптәр шунда эшләй. Беҙҙәге мәктәпкә өс филиал — Япарһаҙ ауылындағы төп мәктәп һәм Үрге Сәлим, Балапан ауылдарындағы башланғыс мәктәптәр инә. Борсоған проблемаларҙың береһе — ситтән йәшәргә килеүселәрҙең күп булыуы. Уларҙы ауылыбыҙҙың яҙылмаған ҡанундарына йәлеп иткәнсе, бәғзеләре яман эш ҡылып та өлгөрә.
Ғөмүмән, ғаилә, ир һәм ҡатын, бала проблемалары, эскелек, айырылышыу, йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү кеүек көндәлек мәсьәләләрҙең береһенән дә ҡатын-ҡыҙҙар советы ситтә ҡалмай. Әле ауылда “Ағинәйҙәр” клубын ойоштороу эше алып барыла.