Мосолман ҡатыны — ҡала башлығы07.03.2013
Мосолман ҡатыны — ҡала башлығыЕвропа илендә тәүге тапҡыр мосолман ҡатыны ҡала етәксеһе итеп һайланған. 43 йәшлек Әмра Бабич — Босния һәм Герцеговина Федерацияһының баш ҡалаһы эргәһендәге Високко ҡалаһы мэры.

Демократик хәрәкәт партияһынан кандидат өсөн һайлаусыларҙың 30 проценты тауыш биргән. Белеме буйынса иҡтисадсы Ә. Бабич быға тиклем Босния һәм Герцеговина Федерацияһының ун кантонының береһендә — Зеницк-Добойҙа — финанс министры вазифаһын атҡарған.
1992 — 1995 йылдарҙағы Босния һуғышында ире һәләк булғандан һуң, өс балаһын бағыу ҡатындың бер үҙенә тороп ҡалған, шуға ла ул яуҙа ғүмере өҙөлгән хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ижтимағи ойошмаға ла етәкселек итә. Әмра Бабич мосолман ҡатын-ҡыҙын яулыҡ ябынып йөрөргә саҡыра.


Вернуться назад