Һәр ҡатын-ҡыҙ зауыҡлы булырға тырыша. Берәүҙәр модаға ярашлы кейенергә яратһа, бәғзеләре буй-һынына килешле әйбер һайлай. Өсөнсөләре иһә үҙҙәре тегеп йәки бәйләп, бер кемдә лә булмаған кейем менән барыһының һушын ала, сөнки ул һине һөйкөмлө, күркәм итә.
Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында йәшәүсе Светлана Истамғолова бәйләмгә бәләкәйҙән маһир. Бала саҡтан һарыҡ йөнөнән ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән ҡыҙҙың шөғөлө яйлап ҙур әйберҙәргә күсә. Буш ваҡыты булһа, ҡулына бәйләмен ала. Зинира менән Индира ҡыҙҙары донъяға килгәс, Светлана Камил ҡыҙы улар өсөн төрлө кейем бәйләй. Бер кемдә лә булмаған кофта, шарф, башлыҡ, хатта күлдәктәргә тиклем төрлө еп менән күҙҙең яуын алырлыҡ бәйләмдәргә һәр кемдең күҙе ҡыҙыға. Етмәһә, нәзәкәтле ханым үҙенә лә килешле әйберҙәр бәйләп кейә. Мәктәптә китапханасы булып эшләгән осорҙа төрлө журналдан ҡарап, күңеленә оҡшағанын һайлаһа, бөгөн Интернет — оло ярҙамсыһы. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн төрлө башалтай, кофта-жилет бәйләй.
— Телевизор ҡарағанда ла ҡулыма бәйләмемде алмаһам, тик ултырған кеүек булам, — ти оҫтабикә.
Әле Светлана туғандарын үҙенең ижад өлгөләре менән ҡыуандыра. Уның ҡул йылыһы һалынған костюмдар, свитер, кардигандар күҙҙең яуын алырлыҡ. Иң мөһиме – әйберҙәре сифатлы, һәм башҡа берәүҙә лә ундайҙы осратмаҫһың. Кәрәкле епте Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан барып ала, башлыса Белоруссияла етештергәндәренә өҫтөнлөк бирә. Интернет-магазин аша яҙҙырып алыу мөмкинлегенән дә файҙалана. Уңған ханым гөлдәр үҫтерергә лә ярата. Матурлыҡҡа ғашиҡтар ғына илаһи гүзәллек тыуҙыра алалыр.