– Эльвира ҡабаланып ҡайтып китте, ул һеҙҙе көтә! – тип ҡаршы алды беҙҙе район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе Дилара Нурова. Уның менән юл ыңғайы әңгәмәләшәбеҙ:
2012 йылда Борайҙа етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ун баланы йортло иткәндәр икән.
Төбәктә ошо категорияға ҡараған 44 граждан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған, былтыр шуларҙың унына бәхет йылмайған. Бер нисә йыл элек районда торлаҡ бөтөнләй бирелмәһә, 2008 йылда балалар йортонда тәрбиәләнгән Әнүзә Билалова 59,9 квадрат метрлы шәхси йорт алып ҡыуанған, 2009 – 2011 йылдарҙа ла 18 кеше торлаҡлы булған. Борайҙар былтыр ҙа һынатмаған: ун кеше өсөн икешәр фатирлы биш йорт төҙөлгән.
Эльвира Титушкина – ана шул бәхетлеләрҙең береһе.
Ҡыҙҙың яҙмышы ҡатмарлы: бала саҡтан уҡ атай-әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған. Ҡаҙағстанда ҡалған сабыйҙың яҙмышын Борай районының Яңы Киҙгән ауылында йәшәүсе өләсәһе Рәйсә ханым Халиҡова хәл иткән. Тап ул Эльвираны Башҡортостанға алып ҡайтып үҫтергән, белем һәм тәрбиә биргән. Ҡул эштәренә лә өйрәткән: артабан ейәнсәре Бөрө дәүләт педагогия академияһының технология һәм художестволы белем биреү факультетына уҡырға барған. Диплом алғас, ул тыуған яғына эшкә ҡайтырға ниәтләгән. Беренсенән, яңғыҙ өләсәһен ҡарауһыҙ ҡалдырыу уйы тынғылыҡ бирмәһә, икенсенән, район хакимиәтендә эшкә урынлашыу йәһәтенән ярҙам вәғәҙә иткәндәр. Хәҙер йәш белгес Борай ауылында өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй, ҡул эштәре буйынса түңәрәктәр алып бара. Әйткәндәй, уның сәйләндән эшләгән әйберҙәре күҙ ҡамаштырырлыҡ матур, һәр береһе күңел йылыһы ҡушып, ихлас башҡарылған.
…Ауыл ситендә, иркен урында икән Эльвираның йорто. Бер бүлмәле ыҡсым торлаҡ яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған кешеләр өсөн, ысынлап та, ҙур бүләк. Район етәкселеге, урындағы эшҡыуарҙар йәш белгестең донъяһын теүәлләргә ярҙам иткән: көндәлек йәшәйеш өсөн кәрәк-яраҡ, йыһаз – бөтәһе лә бар. Әйткәндәй, эшкә һәм ауылдағы яҡындары эргәһенә ҡайтып йөрөр өсөн ул автомобиль дә һатып алған.
– Үҙ йортома күптән түгел генә күстем, әле яңы урынға өйрәнәм, – ти хужабикә. – Ә улым өләсәйем эргәһендә, Яңы Киҙгәндә. Тиҙҙән уны ла эргәмә аласаҡмын.
Яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, зарланмайынса, тулы мәғәнәле тормошта йәшәүсе уңған Эльвираға уңыштар теләргә ҡала.