Яҙҙың гүзәллеге — әсәләрҙән07.03.2013
Яҙҙың гүзәллеге — әсәләрҙәнЕргә йәмле яҙ иң матур байрамдарҙың береһе — 8 Март — менән аяҡ баҫа. Күрәһегеҙме, әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең, ҡыҙҙарҙың ҡыуанысы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы бығаса яҡтыһын һаран ғына һирпеп торған ҡояшты шат йылмайтып, иҙерәп йоҡлаған тәбиғәтте уятып ебәрҙе.

Малайҙар! 8 Мартҡа бүләгегеҙ күптән әҙерҙер инде. Ҡәҙерлеләрегеҙҙе нимә менән һөйөндөрмәксеһегеҙ? Һиҙеп торабыҙ: өлкәнерәктәрегеҙ мәктәптән күп итеп "бишле" алып ҡайтҡандыр. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн ифрат ҙур ҡыуаныс был.
Әхирәттәрегеҙҙе лә ҡотларға онотмаҫһығыҙ, моғайын. Мәҫәлән, фотоһүрәттә күреүегеҙсә, Әбйәлил районының Үтәгән ауылы малайы, тиҙҙән өс йәшен тултырасаҡ Фәрхәт, күрше ҡыҙы Нәзиләгә сәскә бирергә лә өлгөрҙө. Бер йәшлек, яңыраҡ атлай башлаған ҡурсаҡтай ҡыҙсыҡ өсөн һис тә көтөлмәгән, әммә шундай кинәнесле мәл булды был.


Вернуться назад