Дуҫтар! Әкиәт тыңларға яратаһығыҙмы? "Эйе!" — тиерһегеҙ бер тауыштан. Һеҙҙең кеүектәр ғәҙел, көслө, изгелекле булып үҫә, сөнки әкиәттәрҙә тап шундай сифаттарға дан йырлана.
Бәләкәстәр тыңлап ултырырға ғына түгел, үҙҙәре лә матур итеп һөйләргә өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, "Алтынай" башҡорт балалар театр-студияһы тап ошондай маҡсатта эшләй. Уның йыл да ойошторған "Һаумы, һаумы, Әкиәт!" тигән бәйгеһендә ҡайһы берҙәрегеҙ ҡатнашып та ҡарағандыр әле. Башҡортса матур һөйләргә генә түгел, сәхнәлә, халыҡ алдында үҙегеҙҙе тыныс, иркен тоторға ла өйрәндегеҙ.
Әкиәт һөйләгән бәләкәстәр, ысынлап та, ҡыйыу була. Мәҫәлән, "Алтынай" студияһында шөғөлләнгән дүрт йәшлек Өфө ҡыҙы Мәликә Йомағолованың һүҙсәнлегенә, тапҡырлығына хайран ҡалырлыҡ! Ут кеүек ҡыҙсыҡ башҡортса шундай матур һөйләшә, уңайһыҙланып, ятһынып та тормай. Студияға әсәһе менән ике йәшенән йөрөй икән.
— Ҙурайғас, уҡытыусы булам, балаларҙы әкиәт һөйләргә өйрәтәм! — ти Мәликә.