Йоҡла, балам, йом күҙең,
Йом-йом күҙең, йондоҙом.
Кистән һәйбәт йоҡлаһаң,
Уйнап үтер көндөҙөң.
Йоҡлар алдынан ҡайһы бала бишек йыры тыңларға яратмай икән! Яҙгөл дә шулай. Әсәһе, янына ултырып, сәсенән һыйпай-һыйпай әкрен генә көйләһә, бәү-бәү иткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡыҙҙың үҙенең йыры бар, ул "Сәңгелдәк" тапшырыуындағыға һис тә оҡшамаған.
Бер тапҡыр шулай Уралиә апай бөтөн бишек йырҙарын барлап сыҡты, ә ҡыҙы ниңәлер күҙен йоморға ашыҡманы. Шунан әсәһе үҙе белгән бер моңдо иҫенә төшөрҙө:
Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә —
Юлаусынан ҡалған бер күмер...
Яҙгөл шунан бирле гел ошо йырҙы таптыра.
Уралиә апай бер концертты ла ҡалдырмай йөрөй. Яратҡан артисы Нәфисә Ҡасимованың тамашаһына ла билеттарҙы көнэлгәре хәстәрләне. Баҙарға сәскә алырға Яҙгөл менән икәүләп барҙылар. Гөлләмәнең иң матурын һайланылар. Уларҙы йырсыға ҡыҙҙың үҙенең биргеһе килде.
— Әсәй, концертҡа мине лә алып барығыҙ әле.
— Арырһың, йоҡоң килер, — тине Уралиә апай. — Атайың да ризалашмаҫ. Өләсәйең янында ҡалырһың.
— Йырсы апайҙы күргем килә...
Концертты бик оҡшатты Яҙгөл. Тамашасыларға ҡушылып, һәр сығышҡа сәпәкәй итте. Сәхнәләге йырсы апайҙан күҙен алманы. Йыр артынан йыр яңғыраны. Бер заман Яҙгөлдөң ҡолағына таныш моң салынды:
Йырһыҙ ҙа ғына йәшәүҙең йәме юҡ...
Әсәһенең йыры! Әллә уны йоҡлатырға йыйынамы? Арыны, тип уйланымы икән? Аптырап, әсәһенә боролдо. Бәй, ул йырламай, ике күҙе — сәхнәлә. Ә моң ағылды ла ағылды:
Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер...
Яҙгөл ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды:
— Әсәйемдең йырын йырлама!
Моңло көй өҙөлдө. Нәфисә Ҡасимова үҙен мөкиббән тыңлаған ҡыҙға күптән иғтибар иткәйне инде. Йырсы асыуланыр, тәрбиәһеҙ баланы әрләп ташлар, тип көттө тамашасылар. Әммә уның тауышы мөләйем ине.
— Яныма кил әле, үҫкәнем.
Яҙгөл, оялып, башын түбән эйҙе.
Йырсы һис тә аптырап ҡалманы, сәхнәнән төшөп, ҡыҙҙың янына килде.
— Исемең кем?
— Яҙгөл, — тип бышылданы ҡыҙ.
— Исемең ҡайһылай матур, үҙең кеүек! Яҙгөл, һиңә әйтер һүҙем бар ине... Халыҡ йыры — беҙҙең уртаҡ байлыҡ: әсәйеңдеке, минеке, барыбыҙҙыҡы ла. Шуға күрә уны һәр кем йырлай. — Нәфисә Ҡасимова тамашасыларға күҙ һирпеп алды. — Шуны онотма: йыр кешегә ҡыуаныс, йыуаныс бирә, хәсрәттәрҙе баҫа, һағыштарҙы тарата. Аңланыңмы?
Ҡыҙ, ризалашып, башын ҡаҡты.
Нәфисә Ҡасимова сығышын кескәй тамашасы бүлдергән йыр менән тамамлап ҡуйҙы. Уға тотош зал ҡушылды. Уралиә апай ҙа ихлас йырланы.
Урал ҡаялары юғары,
Урал ҡаялары юғары,
Һеҙҙән яҡын дуҫтар юҡ әле.
Йырсыға сәскә бүләк итеүселәр күп булды. Уларҙың араһында Яҙгөл дә бар ине.