Быуат аша атлаған инәй07.03.2013
Быуат аша атлаған инәйЙөҙйәшәрҙәр республикала ғына түгел, илдә лә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был йәһәттән күгәрсендәр маҡтана ала: Черниговка утарында йәшәүсе Миңниса Йомағужина былтыр июлдә 110 йәшлек юбилейын билдәләгән.

Ул Ырымбур өлкәһенең Ҡансура ауылында тыуған (хәҙер Көйөргәҙе районы биләмәһенә инә). Сабый ғына килеш етем ҡалғас, ҡыҙҙы Күгәрсен районының Аҙнағол ауылындағы апалары ҡарап үҫтергән. Граждандар һуғышы осоронда илдә хөкөм һөргән хаяһыҙлыҡты, “аҡтар”ҙың һәм “ҡыҙылдар”ҙың халыҡҡа ҡаршы ҡылған яуызлығын, 20-се йылдарҙағы ҡот осҡос аслыҡ михнәттәрен асыҡ хәтерләй ул. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы осоронда иһә фронттан ирен йәшереп алып ҡалырға тырышҡан өсөн Миңниса апай төрмәгә эләккән. Таш ташырға, урман ҡырҡырға, башҡа ауыр эштәрҙә ҡатнашырға тура килгән. Әммә һынауҙарға бирешмәгән: һуғыштан һуң уға тулы мәғәнәле тормош юлы үтергә насип иткән. Оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда тыуған яғына ҡайтыу өмөтөн өҙмәйенсә йәшәгән ул. 2000 йылда ҡыҙы менән, ниһайәт, Башҡортостанға ҡайтып төпләнгән.
…Мөһабәт ҡарағайҙар араһындағы бәләкәй генә йортта икәүләшеп донъя көтәләр. Бер китаплыҡ тормош юлы кисергән, быуат шаһиты булған инәйҙең яҙмышына үпкәһе юҡ. Тимәк, һынауҙар күңел ҡанаттарын һындырмаған: тормошто өҙөлөп яратҡандар ғына йөҙйәшәр була алалыр.


Вернуться назад