Киң күңелле Вәлимә07.03.2013
Киң күңелле ВәлимәРеспубликаның Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернаты — үҙенең тотороҡло коллективы менән күптәргә өлгө. Уҡытыусыларҙың да, тәрбиәселәрҙең дә хеҙмәте ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бында ғүмер буйы эшләгәндәр байтаҡ, яңы килгәндәр ҙә тиҙ ылығып китә. Сере ябай: коллективта бер-береңә ҡарата хөрмәт, кәңәшләшеп эшләү, татыулыҡ, ыңғай мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Ошо ыңғай йола оҙаҡ йылдар һаҡлана, быуындан быуынға тапшырыла килә.

Вәлимә Мөхәмәт ҡыҙы Карамова ла йәш быуынды тәрбиәләү эшенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә. Уның тураһында бала сағынан башлап һөйләп китеү фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булыр.
Вәлимә тиҫтерҙәре араһында бала саҡтан ҡыҙыҡһыныусанлығы, һәр кем менән уртаҡ телде тиҙ таба белеүе, асыҡлығы, әүҙемлеге менән айырылып тора. Ул күп уҡый (ауылдарында өс китапхана булыуы ла быға булышлыҡ иткәндер), йәмәғәт эштәрендә теләп ҡатнаша, мәктәп сараларынан ситтә ҡалмай.
Дикцияһы яҡшы булғанлыҡтан, Вәлимә уҡытыусыһы Әмир Моратов менән бергә Йылайыр районы радиоһында тапшырыуҙар алып бара. Талапсан, энергияһы ташып торған Фәнис Ғафаров ойошторған "Йәшлек" йыр һәм бейеү ансамблендә алып барыусы була, хорҙа йырлай, бейей, шиғырҙар уҡый. Әүҙемлеген, тырышлығын һәр саҡ билдәләйҙәр. Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙ 16 йәшендә "Артек" Бөтә Союз пионер лагерына путевка менән бүләкләнә.
Урта мәктәптән һуң Вәлимә Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, ә 1975 йылда, ауыл клубы мөдире булып эшләп йөрөгәндә, баш ҡалаға юлланырға ҡарар итә. Өфөлә тәүҙә эшселәр дөйөм ятағында, һуңынан Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайының балалар секторында тәрбиәсе булып эшләй. Буш ваҡытында "Химик" мәҙәниәт һарайының драма түңәрәгенә йөрөй. Бер аҙҙан мәҙәниәт усағының режиссеры Рафиға Ғәлина (хәҙер Салауат драма театры актрисаһы) Вәлимәгә Мостай Кәримдең "Айгөл иле" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең төп геройы Айгөлдө уйнауҙы ышанып тапшыра.
Вәлимә Мөхәмәт ҡыҙы, кейәүгә сығып, Элеонора менән Юлиана исемле игеҙәктәргә тормош бүләк итә. Әсәләренә оҡшап ҡыҙҙары ла уңған: тәүҙә мәктәпте яҡшы тамамлайҙар, унан Башҡорт дәүләт медицина университетында һөнәр алып, ҡыҙыл дипломлы йәш белгес булып сығалар. Әле икеһе лә эшләп йөрөй.
Хеҙмәттәшемдең артабанғы яҙмышы тәрбиә эшенә бәйле. Балалар баҡсаһында, үҫмерҙәр клубында уның тәрбиәләнеүселәре оло еңеүҙәр яулай, юғары баһа ала. Команда Бохарала, Ригала сығыш яһағанда, эргәләрендә яратҡан тәрбиәселәре лә була. Һуңғараҡ ул Республика башҡорт-төрөк лицейында тәжрибә туплай, балалар баҡсаһына, Балалар ижады йортоноң методика бүлегенә етәкселек итә.
Республиканың һәләтле балаларын туплаған Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатына килгәненә лә хәтһеҙ ваҡыт үткән. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ Вәлимә Карамова үҙен юғары кимәлгә эйә белгес, балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе итеп таныта. Уҡыусыларын ысын күңелдән яратҡан, улар өсөн борсолған, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә көсөн йәлләмәгән киң күңелле хеҙмәттәшебеҙгә артабан да уңыш юлдаш булыуын теләйбеҙ.


Вернуться назад