Тормош матур бит ул!07.03.2013
Тормош матур бит ул!Гөлсинә Ғиниәтуллинаны күптән беләм. Яҡташым, яҙмышташым Учалы районының бәләкәй генә Ҡәйепҡол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Ҡыҫҡаһы, күптәребеҙ кеүек баш ҡаланы үҙ көсө, тырышлығы менән яулаған, унда үҙ урынын тапҡан кеше.

…Шәгәр йылғаһы буйында муйыл, ҡурай еләге тиреп, «ҡояш артынан» текә Туйтүбәгә менеп, мәғрур Рәҫтәк тауы ышығында бәхетле, матур бала саҡ кисергән ябай башҡорт ҡыҙы һирәк осраған һөнәрҙе һайлар, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылыр тип кем уйлаған? Мине иһә ул һәр хәрәкәтендә ярылып ятҡан төплөлөгө, сабырлығы менән арбай.
Кеше ғүмерен гәлсәр һауыт менән сағыштырып буламы? Минеңсә, был ғәмәл унан да нескәрәк, унан да нәзәкәтлерәк. Йәл, көндәлек мәшәҡәттәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығы ошо хаҡта уйланырға ваҡыт та ҡалдырмай... Гөлсинә өсөн иһә был – ҡәҙимге төшөнсә: Республика клиник онкология диспансерының патологоанатомия бүлегендә иммуногистохимия лабораторияһы мөдире вазифаһын башҡарған табипҡа аяуһыҙ сиргә дусар булған яҙмыш хужалары менән йыш осрашырға тура килә. Уның хаталанырға хаҡы юҡ: тап Гөлсинә Әдип ҡыҙы үткәргән тикшереү ярҙамында теүәл диагноз ҡуйыла һәм, һәр кешенең барлыҡ иммунитет үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, дөрөҫ дауалау билдәләнә. Ошо урында аңлатып үтеү фарыз. Гистология – һәр төрлө шеште тикшергәндә үткәрелә торған төп анализ. Шештәрҙең төҙөлөшө күҙәнәк кимәлендә төрлө була һәм быны микроскоп ярҙамында ғына асыҡларға мөмкин. Ҡайһы саҡта иһә шештең билдәләрен асыҡлау шул тиклем ҡатмарлы (кешеләрҙең организм мөмкинлектәре, иммунитеты ла бер үк булмаған кеүек). Был осраҡта табиптар аныҡ һөҙөмтә алыу өсөн иммуногистохимия белгестәренә мөрәжәғәт итә һәм күҙәнәктәр кимәлендә тағы ла ҡатмарлыраҡ анализ үткәрелә, шештең билдәһе ҡиммәтле махсус буяуҙарҙың кеше туҡымаларына тәьҫире ярҙамында асыҡлана. Үҙ сиратында был буяуҙар ҡайһы бер шеш төрҙәрен генә буяй, бәғзеләренә бөтөнләй тәьҫир итмәй. Һөҙөмтәлә ошондай юл менән сирлегә аныҡ диагноз ҡуйырға мөмкин. Шуны ла оноторға ярамай: бер үк диагноз ҡуйылған, бер төрлө дауалау билдәләнгән кешеләрҙең берәүһе сирҙән ҡотола, ә икенсеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ генә бирешә. Бының сере ябай: шештең кеше организмына тәьҫир итеү көсө һәр осраҡта төрлөсә. Иммуногистохимия алымы бына ошо үҙенсәлекте лә билдәләргә һәм ваҡытында сирҙе туҡтатырға ярҙам итә.
Гөлсинә Ғиниәтуллина кеүек һөнәр эйәләре Башҡортостанда бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үрҙә телгә алынған дауаханала икәү булһа, республиканың билдәле медицина учреждениеларында тағы бер нисә белгес эшләй. Ҡыҙыҡһынам: “Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингәндә бындай ҡатмарлы юлды һайлармын тип уйламағанһыңдыр?..” Гөлсинә Әдип ҡыҙы әйтеүенсә, дауалау факультетының II, III курстарында уҡығанда уҡ ул үҙенә артабан баш ҡала дауаханаларының береһендә, диагностика бүлегендә, эшләрмен тигән маҡсат ҡуйған. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, йәш белгес сит ил клиникаларында, Мәскәүҙәге П. А. Герцен исемендәге Онкология ғилми-тикшеренеү институтында, Ҡазандағы Республика клиник онкология диспансерында белемен камиллаштырған. Бигерәк тә Ҡазандағы остазы, данлыҡлы профессор, иммуногистохимия ысулын Рәсәйҙә өйрәнеүсе, ҡулланыусы һәм таратыусыларҙың береһе Семен Петровҡа рәхмәтле. Әле лә уның менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып тора.
– Ҡайһы саҡта шикләнгән осраҡтар була. Ә диагноз дөрөҫ билдәләнмәһә, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ тигән һүҙ. Шундай саҡта Ҡазанға шылтыратып, мин эшләгән анализ һөҙөмтәләрен ҡабаттан тикшереүҙәрен үтенәм – шик ҡалмаһын. Остазым «юҡ» тимәй, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. «Гөлсинә, һөҙөмтә дөрөҫ!» – тип шылтыратһа, ҡыуанысымдың сиге юҡ. Тимәк, кешене ҡотҡарыу мөмкинлеге бар.
Тормош фәлсәфәһен мөхит билдәләй, тиҙәрме әле? Гөлсинә Әдип ҡыҙы – ғүмер миҙгелдәренең ҡәҙерен белеп, һәр көндөң, ваҡиғаның үҙенсәлегенә шатланып, яҡындарын ҡыуандырып йәшәй торған ыңғай ҡарашлы кеше. Ире Артур менән өс бала үҫтерәләр, улар төрлө яҡлы шәхес булһын өсөн көсөн һәм ваҡытын йәлләмәйҙәр.
– Онкология – социаль сир, тигән һүҙҙәрҙә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк бар, – ти Гөлсинә Әдип ҡыҙы. – Ауыр тормош шарттарында йәшәгән, яҡындары тарафынан аңлау һәм яҡлау тапмаған, һәр ваҡыт ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисергән кешеләр, әлбиттә, сиргә күберәк дусар. Шуға күрә, минеңсә, һәр миҙгелгә шатланырға, башҡаларҙың ҡыуанысын уртаҡлаша белергә, көнләшеү, кенә ҡыуыу кеүек кешене эстән ашаусы насар тойғоларҙан арынырға кәрәк. Иғтибар иткәнегеҙ бармы – ыңғай фекерләүсе, йылмайып-көлөп тороусыларға тымау ҙа теймәй! Мөмкинлек булып, кешеләргә бәләкәй генә ярҙам күрһәтһәгеҙ, сауап алһағыҙ, рәхмәтле булһағыҙ, минеңсә, тормош юлынан ышаныслы атлау күпкә еңел.
…Шулай ҙа әгәр танышығыҙ, яҡынығыҙ иңенә оло һынау ятһа, йәғни сирләп китһә, тәүге сиратта уға яҡшы, яуаплы табип эләкһен, дөрөҫ, аныҡ диагноз ҡуйһын тип теләгеҙ, сөнки сирҙең үҙенсәлеген белмәй тороп, дауалауҙа ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү, ауырыуҙы еңеү мөмкин түгел.


Вернуться назад