Ҡар өҫтөндә ҡаҙан да ҡайнатырҙар07.03.2013
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан да ҡайнатырҙарТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ һөҙөмтәле эшләй аламы? "Эйе", — тип яуаплай Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Олимп" торлаҡ милекселәре ширҡәте етәксеһе Галина Яппарова. Быны уның алты йыллыҡ эш тәжрибәһе лә раҫлай.

2001 йылда Яппаровтар ғаиләһе яңы йортҡа күсенә — был ваҡытта бер ул, ике ҡыҙ үҫтергән әсә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшенә сумып китерен күҙ алдына ла килтермәй. Башҡа йәш әсәләр менән коляска этеп, саф һауала йөрөгәндә, йыш ҡына "Йорттоң эргә-тирәһен матурларға ине" тигән һүҙ сыға. Теләктәрен ул саҡтағы ширҡәт етәкселегенә еткерәләр. Әммә йылдар үтә тора, ҡара тупраҡ килтерелмәй, подъездарҙа ҡараңғы, йәй сәскә ултыртылмай... 2006 йылда ете йорт, йәғни 440 фатир хужаһы, үҙ ширҡәтен төҙөргә ҡарар итә. Бөтәһе лә бер тауыштан бик әүҙем һәм эшлекле Галинаны унда етәкселеккә тәҡдим итә. Шул ваҡыттан бирле "Олимп" ҡалала ғына түгел, республикала ла иң алдынғы ширҡәттәрҙең береһе булараҡ билдәлелек яулай.
Нимәнән башлана һуң эш? Галина Ивановна яңы урынға эшкә ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙе генә йәлеп итә.
Бөгөн ширҡәттең һыуға, йылылыҡҡа, электр энергияһына бурысы юҡ. Һуңғы өс йылда фатирға түләүҙәр ҙә артмаған.
— Беҙ башҡарған эш бөтәһенә лә асыҡ. Халыҡ алдында йыл һайын яуап тотабыҙ: һәр йортҡа ниндәй ремонт талап ителә, хаҡы күпме — торлаҡ милекселәренән торған идара ағзалары менән берлектә хәл итәбеҙ. Һәр йортта — домофон, подъездар таҙа, яҡты.
Ысынлап та, йәйге айҙарҙа был йорттар эргәһенән үтеүселәр ғәжәйеп сәскә түтәлдәренә, балалар өсөн уңайлы уйын майҙансыҡтарына һоҡлана. Ә инде 9 Май, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө кеүек һәр байрам бында йәшәүселәрҙең дөйөм тантанаһына әүерелә, сағыу төҫ ала. 2011 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән "Күп ҡатлы йортта яңы йыл шыршыһы" конкурсында "Олимп"тың матур биҙәлгән йорто беренсе урынды яулаған, һөҙөмтәлә 50 мең һум күләмендә бүләк алғандар. Ошо аҡсаға, торлаҡ хужалары менән кәңәшләшкәндән һуң, биш видеокамера һәм ике подъезға пластик тәҙрәләр алынған.
Галина Яппарова — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында ҙур тәжрибә туплаған, өлгөрөп еткән етәксе. Тәүге белеме буйынса иҡтисадсы булһа, 2011 йылда Мәскәүҙә Архитектура, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ дәүләт академияһын уңышлы тамамлаған, әленән-әле белемен камиллаштыра. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы үткәргән "Республиканың күп ҡатлы иң яҡшы 100 йорто" бәйгеһендә лә еңеп сығасаҡтарына шиге юҡ.
Галина Яппарованың ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән "Йыл директоры-2012" республика конкурсының "Ҡатын-ҡыҙ инициативаһы" номинацияһында еңеп сығыуын да әйтеп үтәйек.
— Торлаҡ милекселәре ширҡәтен төҙөү — Рәсәйҙә күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүҙең иң уңайлы ысулы, тип уйлайым. Ҡануниәттән ситләшмәй, фатир хужаларының мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләү, сифатлы хеҙмәт тәҡдим итеү — беҙҙең төп бурыс, — ти уңған етәксе.


Вернуться назад