Алтын ҡуллы Клара07.03.2013
Алтын ҡуллы КлараҠатын-ҡыҙҙың аяҡ кейеме йүнәтеү оҫтаханаһында итексе булып эшләгәнен күргәнегеҙ бармы? Күптәрегеҙ, ниндәй гүзәл зат итексе һөнәрен һайлаһын, тип әйтер. Шулай ҙа арабыҙҙа бындай шөғөлгә ғүмерлеккә тоғро ҡалғандар ҙа юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе Клара Рафиҡ ҡыҙы Әхриәтдинова Сибай ҡалаһында йәшәй.

Утыҙ йылға яҡын аяҡ кейемен йүнәтеүсе ҡатындың был һөнәрҙе һайлауы осраҡлы ғына килеп сыға. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, дүрт баланы бер үҙе тәрбиәләгән әсәһенә ярҙам итергә тура килә уға. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙҙың күҙенә гәзиттә баҫылған бер иғлан салына. Унда Өфө ҡалаһының бер училищеһына уҡыусылар йыйыуҙары хаҡында яҙылған. Айлыҡ стипендия — 50 һум. Әсәһе айына 60 һум алып эшләгәс, Клара өсөн был аҡса шундай ҙур булып тойола, һәм ул туғандарыма ярҙам итермен тигән уй менән, һис икеләнмәйенсә, уҡыу йортоноң ишеген аса. 1974 йылда училищены тамамлаған бер нисә кешене Сибай ҡалаһының халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгендәге аяҡ кейеме йүнәтеү бүлегенә эшкә ебәрәләр. Йәш ҡыҙ дәртләнеп эш башлай, күп тә үтмәй, Дүртөйлө районы егете Фәрит менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Әммә яратҡан эшенән баш тартмай. Илдә үҙгәрештәр осоро башланғас, халыҡты хеҙмәтләндереү шәхси ҡулдарға күсә. Аяҡ кейемен йүнәтеүҙең бар нескәлеген белгән ханым да үҙ эшен асырға була.
Тәү ҡарашҡа гүзәл затҡа хас булмаған шөғөлдө үҙ иткән Клара Рафиҡ ҡыҙы шәхси эшҡыуар булып байтаҡ йыл уңышлы эшләй. Етмәһә, тормош иптәше, ике улы ярҙам итә. Улдары өйләнеп, үҙе хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡалала билдәле оҫтаны халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенә эшкә саҡыралар. Үҙәктә ҡала халҡы өсөн социаль оҫтахана асыла. Бөгөн иң яҡшы итексе ханымды йылдар дауамында уның даими клиенттарына әйләнгән кешеләр эҙләп, бер-береһе аша һорашып килеп таба икән. Хеҙмәтеңә ошонан да юғары баһаның булыуы мөмкинме?!


Вернуться назад