Йөрәк йылыһын йәлләмәгән07.03.2013
Йөрәк йылыһын йәлләмәгәнТормошобоҙҙа төрлө ҡатын-ҡыҙ осрай: балалары булып та, Әсә исемен лайыҡлы йөрөтә алмағандары, киреһенсә, үҙ балалары булып та, етем ҡалғандарҙы наҙлап үҫтергәндәре бар. Икенселәре баҫалҡы ла, сабыр ҙа, яғымлы ла. Тағы, батыр ҙа, тип өҫтәр инем.

Мәҡәләмдең геройы менән танышҡас, нескә булмышын тойҙом. Батырлыҡҡа тиң аҙымын да ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул итеүе Әнисә Мерәҫованың ябайлығынан киләлер. Ә бит тормош юлын байҡаһаң, ай-һай, еңел булмаған уға. Йәшләй яратып сыҡҡан һөйгәне менән матур донъя ҡорғанда ишеген ҡайғы еле шаҡый. Ире ҡапыл вафат була. Әнисә апай тормош мәғәнәһен юғалта, тик берҙән-бер улының яғымлы ҡарашы, “әсәй” тип өндәшеүе генә артабан йәшәргә көс бирә.
Яҙмышына күнеп, һәүетемсә йәшәп ятҡанда, йәш ҡатынды Хәйбулла районының Әҙел ауылынан дүрт бала менән тол ҡалған Хәли Байрамғолов килеп таба. Уның ҡатыны Менәүәрә ханымды ла Әнисә элек яҡшы белгән. Береһенән-береһе бәләкәй балаларының моңһоу ҡараштары ҡатындың йөрәген өтөп ала, һәм ул тәүәккәлләй. Булаты ла тиҙ арала күп балалы ғаиләгә ылығып китә, үҙҙәренең уртаҡ улдары донъяға килә. “Барыһы ла еңел булды тип әйтә алмайым, — ти Әнисә апай. – Иң мөһиме – балалар ҡабул итте. Мин килгәндә Хафиз, Раян, Әлиә үҫмерҙәр ине, Юлиәнең яңы мәктәпкә барған сағы. Һәр кемгә йылы һүҙ, наҙлы ҡараш булғанда, күңелдәге төйөрҙәр ҙә яйлап уңала. Барыһын да үҙ балаларымдай күреп ҡабул иттем, яраттым. Үҙҙәре лә “апай” тип өҙөлөп торҙо. Бөгөн барыһы ла башлы-күҙле, төпсөгөбөҙ Альфред мәктәптә уҡый. Әле һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ бар".
Әле Әнисә Мерәҫова менән Хәли Байрамғолов гөрләтеп донъя көтә, кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Йәй булһа, бейә бәйләп, ҡымыҙ бешәләр. Һыйыр һөтөн эшкәртеп, район үҙәгенә һатыуға сығарырға ла ваҡыт таба егәрле хужабикә. Ял көндәре уларҙың йорто шау-гөр килә: кейәү-килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре ашҡынып ҡәҙерле кешеләре янына йыйыла. Барыһына ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, уларҙы тәм-том менән һыйларға өлгөрә Әнисә ханым. Йөҙөнән йылылыҡ һәм наҙ бөркөлөп торған ғәжәйеп был ҡатын янынан һис тә китке килмәй. Үҙ балаһынан башҡа тағы ла дүрт сабыйға әсә булырға батырсылыҡ иткән, иренә терәк, ауылдаштарына өлгө булып йәшәгән Әнисә Мерәҫова, һис шикһеҙ, хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ.


Вернуться назад