Иртәгә – 8 Март байрамы. Ҡаланың мәҙәниәт һарайында байрамға арналған концерт була. Кисә Рәжәп шунда ике билет алып ҡайтты. Иртән ҡатынына:
— Эштә ваҡыт яғы тығыҙыраҡ, әҙерләнеп тор, үҙеңде машина менән кәйҙертеп кенә ҡайтып алырмын, – тигәс, Лилиә көн буйы тигәндәй шифоньерында соҡондо. Әле бер күлдәген кейеп ҡараны, әле икенсеһен. Унан биш сәғәт көҙгө алдында борғаланды, тегеләй итте, былай итте. Төҫө тап киләме икән тип, күтәрмәле итеген кейеп, үрле-ҡырлы керт-керт атлап йөрөп ҡараны. Ике-өс ай элек кенә бик тә оҡшатып алған ҡиммәтле күлдәген дә килештермәне, уныһын өйрөлтөп-өйрөлтөп диванға быраҡтырҙы.
— Тфү, ҡарасҡы, ғәрләнмәй ошондай септә менән бармам инде. Кеше араһына кейеп сығырлыҡ бер йүнле әйберем юҡ. – Кәйефе бер аҙ ҡырылған ҡатын йәнә кейемдәрен соҡой башлаған ыңғайға күҙенә ят кофта салынды.
— Абау, Аллаҡайым! – Ҡатын ток һуҡҡандай шаңҡып ҡалды. Был ни ғиллә? Кемдеке? Ҡайҙан килеп ятҡан?
Унан Лилиә үҙенең һорауҙарына үҙе үк яуабын тапты. Кемдеке булһын, теге ләғәнәттең генә эше, һуҡыр күрәҙә лә кәрәкмәй. Әйтәм һуңғы ваҡыттарҙа яҡшатланып нимә эшләргә белмәй, “йәнем” дә “йәнем” тип бер алдыма, бер артыма сыға. Бына ҡайҙа икән уның ғилләһе. Ишшеү әҙәм ышандырып, концертҡа билет алып ҡайтҡан булған бит әле.
“Эш тип юртып йөрөп, йүнле ял күргән дә юҡ, әйҙә, исмаһам, әҙәмсә ял итеп, кеше күреп ҡайтайыҡ”, – тип һайраған була. Вәт, таҫма тел, вәт, нишана! Эштән түгел, бисәләр артынан сабыулап һамҫыйһыңдыр әле. Ҡайт әле бына, күрһәтермен мин һиңә концертты, арма-торма итеп сығарырмын үҙеңде.
Ҡатын ҡулдарының үҙенән-үҙе шыҡырҙап йоҙроҡланғанын да һиҙмәне. Унан йәнә нимәнелер иҫенә төшөрҙө. Әйтәм, башҡа саҡта ауыл тиһәң, шарт һикереп торған бәндә, теге аҙнала, ваҡыт юҡ, фәлән дә фәсмәтән, тип ҡырҡ сәбәбен табып, уларҙы туғандарына ғына ултыртып ҡайтарҙы. Вәт, яуыз, вәт ен күбәләге! Уны ауылға ебәреп, нимәләр ҡылып ятҡан. Ә ул, бер ҡатлы нәмәкәй, шуға ышанып, юлымда әлдә Рәжәп осраны, әтеү һаман шул тараҡанлы дөйөм ятаҡта йәшәп ятҡан булыр инем, тип Хоҙайға рәхмәт уҡып йөрөгән була. Ҡатын үҙен асыҡ ауыҙлыҡта ғәйепләне. Минең кеүек һиңмайға шул кәрәк, йәтеш. Теге ваҡыт әхирәте, ирҙәрҙең барыһы бер сыбыҡтан ҡыуылған, тип әйткәс, ҡайһылай мыҫҡыллы ғына йылмайып ҡуйған булғайны. Имеш, уның бапаҡтан ней арыу ире, кеше менән ауыҙ асып һөйләшә белмәгән Рәжәбе, кемгә кәрәк! Кәрәк, ишшеү кәк кәрәк икән! Ҡара әле, оят та юҡ, бит тә юҡ, уйнашының кофтаһын ҡайҙа килтереп тыҡҡан. Шайлы кеше ней.
Лилиәлә концерт ҡайғыһы ҡалманы. Ул, тағы берәй нәмә килеп сыҡмаҫмы икән тип, үҙен үҙе белмәй шифоньерының кәштәләрен аҡтарҙы. Ярһыған ҡатын кейемдәренең ҡайһыһын тибеп осорҙо, ҡайһыһын ҡулы менән тегеләй-былай быраҡтырҙы. Ире өйләнешкән саҡта бүләк иткән алтын балдағын, алҡаларын ҡолағынан ҡайырып тигәндәй сисеп алып, әллә ҡайҙа һелтәне. Ҡатынға фатирҙағы бөтә нәмә ялған, хыянатҡа буталғандай тойолдо. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттантан һуң фатир эсе дауыл үткәнде хәтерләтә ине.
Ҡатындың ярһыуы көсәйгәндән-көсәйҙе. Юҡ, юҡ, был шапалаҡ менән башҡаса бер минут та бергә йәшәй аласағы юҡ. Балалар бар тип ни, әсәйле бала етем булмай ул. Ҡайырып алиментын аласаҡ. Ана, Мәстүрә әхирәте ирле ҡатындарыңдан мең артыҡ йәшәй. Себерҙә эшләгән иренән өс балаһына ҡутарылып алименты килә, шул аҡсаға балаларын да ҡарай, үҙе лә солҡотоп кейенә. Йәне ҡайҙа теләй, шунда бара. Ҡайҙа темеҫкенеп йөрөйһөң, тип йәнен алыусы ла юҡ. Биҙәнеп-төҙәнеп концерттарҙан ҡайтып инә белмәй. Ир эштән ҡайтыуына нимә бешерәйем икән тип баш ҡатыраһы түгел. Теләһә — бешереп ашай, теләмәһә – юҡ.
Рәжәп, өйөндәге тәртипһеҙлекте күргәс, шаҡ ҡатты. Эштең аңын-тоңон төшөнмәгән ир:
— Бәй, әллә концертҡа барасағыбыҙҙы онотоп, өй йыйыштыра башлағанһың инде, – тип шаяртҡан булды.
Асыуы алҡымынан алған ҡатынға шул ғына кәрәк ине. Был мәлдә уның бөтә ҡиәфәте бына-бына ҡорбанын ботарлап ташларға әҙер йыртҡысты хәтерләтте.
— Йыйыштырам хәҙер, һөйәркәң йыйыштырһың, – тине ул, ярһып.
Бындайҙы көтмәгән Рәжәп бер килке баҙап ҡалды.
— Бәй, нимә булды?
— Атаң башы булды!
— Ниндәй һөйәркә тағы? – Иренең бер нәмә лә белмәмеш тә, күрмәмеш булып ҡыланыуы Лилиәне сығырынан-сығарҙы.
— Нишләп башыңды иҫәргә һалаһың, оңҡот! Бөтә мир алдында мине рисуай итеп йөрөйһөң. Бер туймаҫ тамағың булды, ғөж. Һин мөртәткә сығып тәҡәтем ҡороно инде. Юҡ, юҡ, юҡ, башҡаса бер генә көн дә һинең менән торасағым юҡ. Бар, бар, күҙемә күренмә, концертыңа һөйәркәңде алып бар!
— Бер ни ҙә аңламайым, тик торғандан ниндәй һөйәркә таптың тағы?
— Ошоно нәмәкәй тип беләһең, бапаҡ? – Лилиә баяғы кофтаны эләктереп алды ла йән көсөнә иренә быраҡтырҙы. – Тағы минеке түгел тип әйт, һинән булыр ул, оятһыҙлығың йөҙөңә сыҡҡан, тубал баш! Бар, юғал күҙемдән!
Рәжәп йөҙөнә килеп ҡапланған кофтаны ҡулы менән һыпырып алды ла, бер уға, бер туҙынған ҡатынына ҡарап, йылмайып ебәрҙе. Уның былай ҡыланышы ҡоторған үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәткән кеүек булды.
— Яратҡаныма китәһем, тип ҡыуанаһың инде?
— Бәй, был нәмәкәйҙе әле һаман апарып бирмәнеңме ни?
— Ҡара, нисек мыҫҡыл итә, әҙәм аҡтығы, һинең бисәләреңдең әйберен мин алып барырға тейештер шул.
Рәжәп йылмайып сикәһен бырауланы.
— Ниңә, оноттоңдамы ни, теге ваҡыт ҡунаҡҡа барғанда, һалҡынсараҡ булғас, Вәсилә үҙенең кофтаһын кейҙереп ҡайтарғанды.
Әле генә ут урынына дөрләгән ҡатын телһеҙ ҡалды...