Республика райондарында мохтаждарға социаль йорттар төҙөү эше яйлап бара. Әлбиттә, сират ҙур, һәм барыһы ла яҡын көндәрҙә генә йәшәү шарттарын яҡшырта алмаҫ. Ләкин, мәсьәлә нисек кенә ауыр, ҡатмарлы булмаһын, хәл итә алмаҫтай эш юҡ. Әйтелгәндәрҙе иҫбатлаусы миҫалдар етерлек. Мәҫәлән, үткән йыл ғына Федоровка районы үҙәгендә 18 фатирлы йорт ҡалҡып сығып, яңы йыл алдынан хужаларына ишектәрен асты. Тағы ла ике өй төҙөү ҡаралған. Әлегеһенең 12 фатирында һуғыш ветерандары, тыл ҡаһармандары йәшәй башлаһа, ҡалғаны етем балаларға бирелгән. Бөгөн районда ике йөҙгә яҡын ғаилә торлаҡҡа мохтаж. Барыһы ла иҫәпкә алынып, сиратҡа ҡуйылған.
Игеҙәк ҡыҙҙар — Эльвина менән Эльвира ла фатир асҡысы алып ҡыуанған. Уларға айырым ике фатир бүленгән. Ҡыҙҙарҙың шатлығының сиге юҡ.
— Ҡыуанысыбыҙҙы нисек кенә лә аңлатып, әйтеп бөтөрөп булмай, — ти Мәләүез ҡалаһында дизайнер һөнәре буйынса уҡып йөрөүсе Эльвира.
— Айырым фа-ати-ирр! Күңел һаман ышанмай. Барыһына-барыһына рәхмәт, — тип һүҙгә ҡушыла техникумда белем алыусы Эльвина.
Ҡыҙҙар ете генә йәштәрендә ата-әсәһеҙ ҡала. Балалар йортона алып китергә булғас, уларҙы аталарының апаһы Ләлә Сәлимйәнова бирҙертмәй — ғаиләһенә ала. Оло йөрәкле был ҡатындың үҙенең дә ике ҡыҙы була. Эльвина менән Эльвира бығаса “әбей”, “инәй” тип йөрөгән кешеләренә аҙна-ун көн эсендә “әсәй” тип өндәшә. Ысынлап та, әсәләрсә хәстәрлекле, ҡайғыртыусан була Ләлә апай. Ҡыҙҙар үҫә, белем ала, артабан Яңы Яуыш ауылынан юл уларҙы Мәләүез ҡалаһы уҡыу йорттарына илтә. Хәҙер иһә, уҡып бөткәс, ҡайтырҙарына үҙ фатирҙары бар.
— Каникулдарҙа, ял көндәрендә әсәйгә ҡайтып йөрөйбөҙ, — ти ҡыҙҙар. — Барыһы өсөн дә уға рәхмәт. Шулай уҡ өй төҙөгән, фатир биргәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Ысын күңелдән...
Ихлас әйтелгән һүҙҙәр. Уларҙы, ҡыҙҙар менән бер рәттән, фатир асҡысы алыусы башҡалар ҙа еткерә. Киләсәктә, әлеге социаль йорт эргәһендә бүтәндәре лә ҡалҡып сығып, тотош урам барлыҡҡа килер. Был өйҙөң алты ай эсендә — июль менән декабрь араһында — төҙөлөп, сафҡа инеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Теләһәк, эшләй алабыҙ бит...