Иң шәп бүләк — “Башҡортостан”!06.03.2013
Хөрмәтле ир-азаматтар!
8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы яҡындарығыҙҙы, әсәй-өләсәйҙәрегеҙҙе, апайҙарығыҙҙы, элекке уҡытыусыларығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы һөйөндөрөү өсөн нимә бүләк итергә тип баш ватмағыҙ. Магазиндарҙа йөрөп, ваҡытығыҙҙы ла әрәм итмәгеҙ. Иң яҡшы бүләк — “Башҡортостан” гәзите! Был бүләкте алған кеше ярты йыл буйы баҫма аша республикабыҙ тормошо, илдәге хәл-ваҡиғалар менән танышып барасаҡ, тәрбиә, мәктәп, иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләр уҡып кинәнәсәк. Иң мөһиме — “Башҡортостан”ды ҡулдарына алған һайын улымдың, кейәүемдең, ағайымдың йәки атайымдың байрам бүләге тип ҡыуанасаҡтар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 31 мартҡа тиклем генә “Башҡортостан”ға былтырғы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. 1 апрелдән баҫманың хаҡы 20 процентҡа арта.


Вернуться назад