Автобус йөрөй башлаясаҡ!06.03.2013
Xалыҡты борсоған һәм хәл ителмәгән мәсьәләләр гәзиттең «Ялыу кенәгәһе» рубрикаһында даими баҫыла.

Күптән түгел Дәүләкән районының Батрак ауылынан Нәзилә Вәлиәхмәтова телефон аша редакцияға үҙенең борсолоуын белдерҙе: «Мин 70 йәштәмен, бер үҙем торам. Күп осраҡта дауаханаға Дәүләкәнгә барам, ләкин беҙҙең ауылдан автобус йөрөмәй. Бының өсөн күрше Имай-Ҡарамалынан ултырып китергә кәрәк. Почтаға түләү өсөн дә Дәүләкәнгә барырға тура килә. Ауылыбыҙҙан район үҙәгенә автобус йөрөһә, бик һөйөнөр инек».
Был үтенесте беҙ сара күреү өсөн Дәүләкән районы хакимиәтенә юлланыҡ. Район хакимиәте башлығы Закир Бикбулатовтан тиҙ арала ошондай яуап алдыҡ:
«Бөгөн Дәүләкән районында муниципаль пассажир автотранспорты юҡ, шуға ла кешеләрҙе шәхси эшҡыуарҙар хеҙмәтләндерә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн Имай –Ҡарамалы ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығына водителдәр менән маршрутты үҙгәртеү тураһында килешеү төҙөргә тәҡдим ителде. Бынан тыш, автобус шоферы заказ буйынса (телефон аша) Батрак ауылынан халыҡты кереп ала».


Вернуться назад