Һауа таҙарасаҡ, тип вәғәҙә итәләр06.03.2013
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән "Башнефть" асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һауаның таҙалығын һаҡлау өлкәһендәге килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүгә республика Хөкүмәте яғынан — Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев, "Башнефть" йәмғиәтенән нефть компанияһы президенты Александр Корсик ҡул ҡуйҙы.

Килешеүҙә билдәләнеүенсә, "Башнефть" компанияһы йыл аҙағына тиклем Өфө нефть эшкәртеү заводтары комплекстарын автоматлаштырылған датчиктар менән йыһазландырыу бурысын үҙ өҫтөнә ала. Заманса ҡорамалдар үҙ сиратында Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә экологик белешмәләрҙе ебәреү мөмкинлеге бирәсәк.
Бынан тыш, нефть компанияһы 2014 йыл аҙағына ҡәҙәр баш ҡаланың төньяҡ сигендә һауаның таҙалығын контролдә тотоу буйынса ике автоматлаштырылған станция төҙөүҙе күҙаллай.
Башҡортостан Хөкүмәте иһә Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм һауаны бысратыусы сәнәғәт предприятиеларын баш ҡаланан ситкәрәк күсереү мөмкинлеген тикшереү буйынса йөкләмә алды.


Вернуться назад