Рафаэль Мәрҙәншин: “Кесе эшҡыуарлыҡҡа кәртә ҡуйырға ярамай”06.03.2013
“Берҙәм Рәсәй” либераль платформаһы шәхси эшҡыуарҙарҙың хәленә бәйле борсолоу белдерә, тип хәбәр итә ER.RU.

— Рәсәйҙә шәхси эшҡыуарҙарҙың һалым түләүселәр иҫәбенән күпләп сығыуы күҙәтелә. Уларҙың һаны йөҙҙәрсә меңгә етте. Бындай хәл бизнестың ошо төрөнә социаль һалымдың, административ, фискаль баҫымдың ҡырҡа артыуы менән бәйле, — тине Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин. — Тәү сиратта эшен намыҫлы алып барған кешеләр кәсебен туҡтата. Күптәр өсөн был — берҙән-бер килем сығанағы. Эшһеҙҙәр сафының тулыланыуына, ҡайһы берәүҙәрҙең “күләгә”гә китеүенә ғәжәпләнергә ярамай. Һөҙөмтәлә дәүләт һалым һәм йыйымдарҙы алып еткермәйәсәк.
“Берҙәм Рәсәй” либераль платформаһы Дәүләт Думаһындағы коллегаларын ошо проблемаға иғтибарҙы йүнәлтергә саҡыра. Һалымдың артыуы һөҙөмтәһендә бухгалтер отчетлылығы, тикшереүсе һәм контроллек итеүсе органдар һаны ла үҫәсәк, өҫтәмә сығымдар талап ителәсәк. Депутат билдәләүенсә, ҡайһы бер төбәктәрҙә ерҙең кадастр хаҡы ҡиммәтләнгәнгә күрә, уға һалым, ҡуртым түләүҙәре арта. Эшҡыуарҙар был йәһәттән дә зыян күрә.
Һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланыу өлкәһендә лә етешһеҙлектәр байтаҡ.
— Патент системаһын ҡулланырлыҡ эшмәкәрлек төрҙәре исемлеген закондарға ярашлы тулыландырырға, бюджеттан тыш фондтарға түләнгән страховка иғәнәләре иҫәбенә эшҡыуарҙарҙың патент түләүен кәметеү хоҡуғын һаҡлап ҡалырға кәрәк, — тигән фекерҙә депутат.


Вернуться назад