Эштәренә – юғары баһа06.03.2013
2012 йылда фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Хөкүмәте премияһын алыусылар араһында “Башҡортостан химияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә бар.
Коллектив конкурсҡа сода һәм төҙөлөш материалдары производствоһын яңыртыуҙа инновацион комплекслы программа булдырыу һәм ҡулланыу, сеймал һәм энергетика ресурстарын экономиялау, тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеү проблемалары буйынса ғилми-тикшеренеү эше тәҡдим иткән.
Авторҙар “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙеренән (шул иҫәптән “Башҡортостан химияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Надежда Пичигина ла ингән), билдәле фән докторҙарынан, академиктарҙан тора.

Эксперт фекере
Сергей ЛОБАСТОВ, “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарыусы директоры:
– Илебеҙҙең химия сәнәғәте флагманы “сода сәнәғәте лидеры” тигән абруйлы исемде тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында Стәрлетамаҡ “Сода”һы алдынғы технологиялар ҡуллана һәм заманса техник ҡарарҙарға таянып эшләй. Ә йәмғиәттә производствоны яңыртыу һәм тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеү буйынса алып барылған комплекслы эшкә бындай юғары баһа тәүге тапҡыр бирелде, оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған эштең һөҙөмтәһе, ниһайәт, танылыу яуланы.


Вернуться назад