Ғүмеремдең онотолмаҫ миҙгелдәре06.03.2013
Ғүмеремдең онотолмаҫ миҙгелдәреКүренекле башҡорт зыялыһы, йәмәғәт эшмәкәре Сәлимйән Ялал улы менән күптән танышмын. Әммә уның менән яҡындан ултырып һөйләшеүҙе, ниндәйҙер мәсьәлә хаҡында фекер алышыуҙы хәтерләмәйем. Ә бына матбуғатҡа яҙылыу осоронда республика буйлап ошо ағайҙың “ҡанаты аҫтында” йыш сәфәр йөрөгәс, тығыҙ аралашырға тура килде. Ҡайҙа ғына юлланһаҡ та, фекерҙәштәре, таныштары күп булғас, уны гел ҡолас йәйеп ҡаршыланылар.
Ошо көндәрҙә 80 йәшен билдәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Сәлимйән ҒҮМӘРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Кеше олоғайған һайын ғүмер йомғағын һүтеүгә ҡат-ҡат ҡайтыусан. Бала саҡ, йәшлек осоро, ғөмүмән, үткәндәр хаҡында йыш уйланаһығыҙмы?
— Бүтәнсә мөмкин түгел. Мин бала саҡта атайым менән әсәйем моңло итеп: "Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер һатып алам тиһәң дә табылмай", — тип йырлай торғайны. Өҫтәүенә атайымдың: "Ғүмер шул тиклем тиҙ уҙа, әйтерһең дә, Ҡаҫмарт йылғаһының ағышын хәтерләтә", — тип зарланғаны иҫтә. Әлбиттә, ул саҡта был йырҙың да, һүҙҙәрҙең дә мәғәнәһен аңламаным, иғтибар ҙа итмәнем.
Әле уҙған ғүмеремде барлап, тормош һикәлтәләрен һанап, йыйылған көндәлегемдең онотолмаҫ биттәрен асып, хәтер һандығын сисеп ултырам. Ауыл урамында уйнап йөрөгәндә 50 – 60 йәшлек кешеләр осраһа, үтә ҡарт күренә ине. Атай-әсәй ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтте. Шуға ла өлкәнерәк кеше осраһа, гел генә һаулыҡ һорашып үттем. Хатта бер ағай атайыма: "Ялал ағай, улың бигерәк тәүфиҡлы, һәр саҡ иҫәнләшеп китә", — тип маҡтап ебәргән.
Бала саҡта төрлө хәлдәр булғандыр инде. Берәүҙәр минең хаҡта үтә шаян, әсе телле тип зарланды, икенселәре, таҡтаға йәйеп ҡуйған ҡоротто сәлдерә, күнәктәге һөттө эсеп китә, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бөтәһе лә дөрөҫ.
Ауылда минән башҡа музыкант булманы. Ете-һигеҙ йәштән мандолинала уйнаным, унан һуң — гармунда. Шуға күрә йәштәр һәр саҡ үҙҙәре менән йөрөттө. Ауыл эргәһендәге майҙансыҡта йыр-бейеү кисәһендә тир бәреп сыҡҡансы уйнарға тура килә. Ял итеп алғанда төртмәле таҡмаҡ әйтеп бейейҙәр.
Арып-талып ҡайтып килгәндә баяғы ҡорот, һөткә "тап булабыҙ". Әммә иртәгәһенә һуғышта ире, улы һәләк булған инәйҙән йәки апайҙан аҙығын сәлдергән өсөн ғәфү үтенәбеҙ, утын-бесән килтереп бирәбеҙ.
— "Сәлимйән-2" ҡушаматы ни өсөн йәбеште?
— Әйткәндәй, ғаиләлә “Сәлимйән-2” булып үҫтем. Ошо исемде йөрөткән ағайым булған. Әммә ул бик иртә донъя ҡуйған. Атайым менән әсәйем уны зерә яратҡанға исемен миңә күсергән. "Хоҙай ғүмерен бирһә, йәшәр, бирмәһә, үкенер урын юҡ, шулай яҙғандыр", тигәндәй. Бәлки, миңә ике Сәлимйәндең ғүмере бирелгәндер.
Бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Аслыҡ-яланғаслыҡ кисерҙек, хатта колхоздың үлгән малын да бешереп ашаныҡ. Дуҫ-иштәремдең ҡайһы берҙәре сәсәк, ҡыҙылса, тиф ауырыуынан, ҡышлаған башаҡ ашап үлде. Беҙ быуындар ҡатмаҫ борон тормош арбаһының төбөнә егелеп ауырлыҡты иртә татыныҡ. Мәҫәлән, туғыҙ йәштән Ғәббәс ағайым менән алға ике ат, артҡа ике үгеҙ егеп колхозда ер һөрҙөк. Ауыр тормош, йәшәүгә ынтылыш хатта бер-береһен күрә алмаған, дошман булып йөрөгән малдарҙы ла яраштырып ҡуйҙы. Бер кем яҡын да бара алмаған "Депутат" һәм "Колчак" ҡушаматлы үгеҙҙәрҙе егеп гектарҙан ашыу ер һөрҙөк, хатта "ударник" исеменә лайыҡ булдыҡ. Ял иткән мәлдә теге үгеҙҙәр үлән йолҡоп алып килеп ашатҡанды тилмереп көтөп тора. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем үҙебеҙ ҡорған ҡыуышта серек һалам түшәп ҡуна инек. Нисек ауырымағанбыҙҙыр, иртәнге сәғәт 6-нан киске 10-ға тиклем эшләп нисек түҙгәнбеҙ — бөгөн дә аптырап ҡуям.
Ейәнсура районының Сәғит башланғыс мәктәбендә уҡығанда мине октябрят, пионер итеп ҡабул иттеләр, муйыныма ҡыҙыл галстук бәйләнеләр. Былар — тормошомдоң онотолмаҫ мәле.
— Һеҙ бер нисә тапҡыр ҡалаға барып, һәр ваҡыт кире ҡайтҡанһығыҙ. Сит мөхит, ят тормош оҡшаманымы ни?
— Ете йыллыҡ мәктәптә уҡығанда өҫтәренә ҡара гимнастерка, ҡара салбар, аяҡтарына ботинка, баштарына фуражка кейеп, билдәренә "РУ" тип яҙылған ҡайыш быуып дуҫ-иштәр ҡайта торғайны. Уларҙың кейеме мине ныҡ йәлеп итте.
Бер көн иртән торҙом да һөнәрселек училищеһына уҡырға инергә тип, беҙҙән 75 – 80 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Медногорск ҡалаһына юлландым. Йәйәү, ялан аяҡ атлау ауырға тура килде. Ҡаланың урамына эре таш түшәгәндәр, һауа баҡыр-көкөрт төтөнө менән тулған, тын алыуы ҡыйын. Ауылдаш ағай осраны ла: "Үлем эҙләп килдеңме? Тиҙерәк кире ҡайтып кит", — тип ҡыуып ебәрҙе. Тыңланым, ҡайтып киттем...
Атайым үгеҙ еккән арбаға ултыртып Ҡыуандыҡ ҡалаһының баҙарына алып барҙы. Баҙар эргәһендә — тимер юл станцияһы. Поезды тәүге тапҡыр шунда күрҙем. Паровоздың һауаға ҡап-ҡара, ҡуйы төтөн бөркөп, тәгәрмәстәрен әйләндереп, үкерә-үкерә тиҫтәләгән вагонды ҡуҙғатып алып киткәнен ихлас күҙәтеп торҙом. "Эх, машинист булһаң ине!" — тигән уй башыма килде.
VII класты тамамлағас, Ғәббәс ағайым менән машинист булыу ниәтендә Ырымбур ҡалаһына юлландыҡ. Сепрәк тоҡсайҙарҙы һелтәй-һелтәй тимер юл буйлап йөрөйбөҙ, буласаҡ эшебеҙ менән танышабыҙ, йәнәһе. Паровоздан ҡап-ҡара ҡоромға буялған, ике күҙе ялтырап торған бер ағай башҡортсалап: "Ни эш бөтөрәһегеҙ, энекәштәр, бында йөрөргә ярамай бит", — тине. Беҙ килеү маҡсатын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙек. Ул: "Күрмәгәндең күргеһе килә, тиҙәр. Ҡарағыҙ әле миңә. Ошо ҙур көрәк менән тәүлектәр буйына паровоз мейесенә таш күмер ырғытып барам. Үпкәм саң менән тулған, тын алыуы ауыр — йәшәргә кәрәк бит, эшләйем инде. Юҡтан бәхет эҙләп ыҙаланмағыҙ, рәхәтләнеп ауылығыҙҙа атай-әсәйегеҙгә ярҙам итеп йәшәгеҙ", — тине. Ошо кәңәш икебеҙҙең дә тормошобоҙҙа оло һабаҡ һәм һынылышҡа сәбәп булды.
— Уҡытыусыны үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ өләшеүсе шәмгә тиңләү дөрөҫ. Сәлимйән Ялал улы, педагогик хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙан баш ала?
— Ғәббәс ағайым ҡайтышлай уҡ Юлтый педучилищеһына уҡырға инде һәм бөтә ғүмерен мәктәпкә бағышланы. Мин үҙебеҙҙән 30 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абҙан урта мәктәбенең VIII класына барҙым. Унда уҡыған йылдарымда спектаклдәрҙә ҡатнаштым. Район мәҙәниәт йорто директоры Самарбаев ағай килешеү нигеҙендә икмәк-тоҙлоҡ аҡса бирә торғайны. Ул заманда мәктәптә уҡыу өсөн йылына 150 һум аҡса түләргә тейеш инек. X класты тамамлағас, утын һатып, 450 һум аҡса түләп, аттестатымды барып алдым.
Дипломлы белгестәр етмәү сәбәпле, 1953 йылда мине Байыш мәктәбенә эшкә алдылар. Педагогик хеҙмәт юлым ошо ваҡыттан башланды тип әйтә алам. Коллективта күбеһе йәштәр, уҡытыусылар институтын тамамлаусылар. Улар араһында мин дә бик тиҙ урынымды таптым, яҡшы ҡабул иттеләр. Бәлки, гармунсы булыуым да ярҙам иткәндер, сөнки бер сара ла минән тыш үтмәне. 1954 йылды ҡаршы алғанда колхоз клубында мин — Ҡыш бабай, буласаҡ ҡатыным — Ҡарһылыу. Кисә тамамланғас, “Ҡарһылыу”ҙы фатирына оҙатып ҡуйҙым. Ошо танышыу беҙҙең ғүмерлек яҙмышыбыҙҙың инеше булды. Артабан өс йылға яҡын Кушка ҡалаһында хәрби хеҙмәт үттем. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ысын уҡытыусы булыу хыялы башымдан сыҡманы. Өҫтәүенә беҙҙең ауылға Дәүләкәндән килгән мөғәллимдәр — ирле-ҡатынлы Камаловтарҙың матур тормошо мине тағы ҡеүәтләндереп ебәрә ине.
1958 йылда ошо изге хыял мине Стәрлетамаҡ педагогия институтына килтерҙе. Уҡыу менән бергә йәмәғәт эштәрендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем булдым. "Өс туған"да оло ағай булып бейеп, зона конкурстарында еңеп, Өфө сәхнәһендә йомғаҡлау концертында ҡатнаштым. Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" спектаклендә Әжмәғол ролен башҡарып, алҡыштарға күмелдем. Институтты тамамлағас, һис икеләнмәй үҙ мәктәбемә ҡайтып завуч, һуңынан директор вазифаһын башҡарҙым.
Мәктәп бер нисә бинанан тороп, утын менән йылытыла. Шуға күрә "Күмертаустрой" йәмғиәте 300 километр ерҙән кирбес килтереп, Байышта ике ҡатлы бина төҙөй башланы. Балалар һаны 450-гә етте. Өфөгә күскәс, был бурысты минең урында ҡалған Ғәббәс ағайым дауам итте.
Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, программалар, методик әҙәбиәт сығарыу буйынса методист һәм кабинет мөдире вазифаһында саҡта, уҡытыусыларҙың ихтирамын яулаған мәғариф министры, арҙаҡлы шәхесебеҙ Фатима Мостафина министрлыҡ исеменән үҙемдең эшем тураһында отчет биреү өсөн РСФСР Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре ултырышына ышанып ебәрҙе. Унан Рәсәй Хөкүмәтендә сығыш яһаным. Ҡыҫҡаһы, дәреслектәр һәм башҡа әсбаптар сығарыу буйынса министрлыҡ эше ыңғай баһаланды, тәжрибә башҡа республикаларға ла тәҡдим ителде.
— Сәлимйән Ялал улы, һеҙ 34 йыл абруйлы "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында баш мөхәррир йөгөн тарттығыҙ. Өс тиҫтәнән ашыу ғүмер — әйтеүе генә анһат.
— 1971 йылда мәғариф министры Сабир Йыһаншин, бер сәғәт әңгәмәләшкәндән һуң, мине "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләне. КПСС Өлкә комитетының бюроһы аша үткәрҙеләр. Бюро ағзалары Миҙхәт Шакиров, Зәкәриә Аҡназаров, Фәйзулла Солтанов, Таһир Ахунйәнов һәм башҡалар алдында баҫып тороу еңел булманы. Мин ышанып тапшырған вазифаны һәм яуаплы эште намыҫ менән үтәргә тырышырмын тип вәғәҙә бирҙем һәм уға ғүмерем буйы тоғро ҡалдым. Шулай итеп, тормошомда яуаплы йөк, күҙ алдыма ла килтермәгән бурыс иңемә төштө, ғүмеремдең иң һынылышлы миҙгеленә аяҡ баҫтым.
Эшләй башлағанда журналдың тиражы һигеҙ меңгә лә етмәй ине. Шул уҡ ваҡытта Татарстандың "Совет мәктәбе" беҙҙең республикала 12 мең дана тарала, ә дөйөм тиражы 25 мең тәшкил итте. Уҡытыусылар менән осрашҡанда улар "Совет мәктәбе"нән файҙаны күберәк алыуы хаҡында һөйләй. Шуға күрә ул редакцияның эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Ҡазанға барҙым. Баш мөхәррир Ибраһим ағай ихлас күңелдән үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Беҙҙең уңған һәм эшһөйәр коллектив (К. Яйыҡбаев, Ф. Аҙнабаева, Р. Ғүмәрова, Ф. Рәхимова, М. Ҡунаҡбаев) журналдың йөкмәткеһен яҡшыртыу нигеҙендә уның тиражын арттырыуҙы төп бурыс итеп алды. Әлбиттә, таяҡтың йыуан башы баш мөхәрриргә, йәғни миңә, төштө. Беҙ республика баҫмаларына мөрәжәғәт иттек. "Совет Башҡортостаны", "Кызыл таң" гәзиттәрендә журнал тураһында бер нисә мәҡәләм донъя күрҙе.
Тираждың артыуын район һәм ҡала мәғарифының бүлек етәкселәренән башҡа күҙ алдына ла килтермәнем. В. Зәйнуллин (Әбйәлил), Р. Ильясов (Баймаҡ), Ф. Шакиров (Дүртөйлө), Н. Биксуров (Туймазы), Ф. Курлюк (Бәләбәй), Ғ. Хәйетҡолов (Стәрлетамаҡ), З. Әхмәтов (Әлшәй), Р. Ямалов (Илеш), Р. Таһиров (Асҡын), Л. Ҡаһарманов (Бөрйән), М. Байназарова (Ейәнсура), Р. Мәжитов (Күгәрсен), Ф. Абазов (Борай), Л. Садиҡова (Мәләүез), З. Хужин (Яңауыл), М. Хөснийәров (Ғафури), Р. Хисамиев (Баҡалы), Р. Нуриева (Тәтешле) һәм бүтәндәр журналдың иң яҡын дуҫтарына әйләнде. Өфөгә килгәндә редакцияға инмәй ҡайтманылар. Уларға бөгөн дә рәхмәтлемен.
Мәғариф министрлығы, БИПКРО (Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты) йыш ҡына башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мари, удмурт теле уҡытыусыларының конференцияларын, семинарҙарын уҙғарҙы. Уларҙың һәр береһендә ҡатнаштым, журналға бай материал алып ҡайттым. Ошондай аралашыу баҫманы уҡытыусы тормошона яҡынайтыуҙа ҙур роль уйнаны.
Йыл да ойошторолған август кәңәшмәһендә ҡатнашыу өсөн журнал аҙыраҡ таралған райондарҙы һайлап алдым. Мәғариф министрлығы вәкиле булараҡ, сығышымда үҙебеҙҙең баҫма тураһында һөйләмәй ҡалманым. Сарала ҡатнашҡан район түрәләренә телмәремә ҡолаҡ һалырға тура килде.
— Һеҙҙе бик мәрәкәсел ағай тип беләбеҙ. Күп осраҡта уратып әйтеп тә сәпкә тейҙерергә мөмкин бит.
— Йыл һайын тип әйтерлек Башҡортостандың Мәғариф министрлығы урта һәм һигеҙ йыллыҡ мәктәп директорҙарының, методик хеҙмәткәрҙәрҙең зона кәңәшмәһен уҙғарҙы. Ул ете-һигеҙ урында ойошторолдо. Ҡағиҙә булараҡ, министрҙар кәңәшмәлә һүҙҙе миңә бирҙе. Бына ошонда инде тиражды арттырыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла, маҡтау һәм тәнҡит һүҙҙәрен иркен файҙаланырға мөмкин. Ҡайһы саҡта шыттырып ебәргән саҡтар ҙа булғыланы. Мәғариф бүлеге етәкселәренең бер кәңәшмәһендә министр Ғәлиә Мөхәмәтйәнова миңә һүҙ бирҙе. "Бөтәгеҙгә лә рәхмәт, тираж 30 меңгә яҡынланы. Етер инде, тип әйтер инем Дыуан районы мәғариф бүлеге мөдире Вячеслав Белов быға риза түгел, 30 меңгә еткерәйек, ти. Кешенең һүҙен йыға алмайым", — тинем. Кәңәшмә тамамланғас, ул минең алға килеп: "Сәлимйән Ялалович, бик хәйләкәр икәнһегеҙ, беҙҙә аҙ таралғанға әйткәнһегеҙҙер инде. Эшләйәсәкмен", — тип һүҙен бирҙе. Ул йылды тираж, ысынлап та, 30 мең тәшкил итте. Белов менән әле лә дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй.
Редакция тормошонда тағы бер файҙалы алым таптыҡ. Ул — журнал уҡыусылар конференциялары үткәреү. Ошондай саралар төрлө предмет уҡытыусылары ҡатнашлығында Баймаҡ, Мәләүез, Ғафури, Дыуан, Илеш, Ейәнсура, Борай, Яңауыл райондарында уҙҙы. Күрше төбәктәрҙән дә уҡытыусылар саҡырылды. Сығымды район үҙ өҫтөнә алды. Республиканың танылған уҡытыусы-новаторҙары Р. Хазанкин, В. Чигрик, Сәфәрғәлин, Ф. Ғөбәйҙуллиналар өлгө дәрес күрһәтеп, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Л. Кашапова кеүек танылған методистар ярҙам күрһәтте, В. Ҡазыханов һымаҡ олпат мәктәп директорҙары мәктәптә уҡытыу-тәрбиәне ойоштороу буйынса фекер алышты. Күренекле ғалимдар педагогия, психология, методика буйынса лекциялар уҡыны. Конференция ҡунаҡтары бик ҡәнәғәт. Әүҙем ҡатнашҡандарға министрлыҡтың һәм редакцияның Почет грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды, ҡайһы берәүҙәргә маҡтаулы исемдәр алып биреүгә өлгәштек.
— Ғүмерегеҙҙең онотолмаҫ, сағыу миҙгелдәрен иҫкә төшөрөп үтәйек әле...
— Баш мөхәррир булып эшләгәндә, мәғариф проблемалары буйынса СССР-ҙың төрлө ҡалаларында ойошторолған кәңәшмәләрҙә, съездарҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. СССР мәктәптәрендә урыҫ телен уҡытыуға арналған конференцияға ике тапҡыр барҙым, Ташкент ҡалаһында Рәшидовтың докладын тыңланым. Киев, Минск, Алма-Ата, Таллинн, Ҡазан, Силәбе, Кемерово, Новосибирск, Ырымбур, Ҡурған ҡалаларында, Дағстан Республикаһында, Ставрополь крайында булдым. Ҡайһы бер ҡалаларҙа үҙебеҙҙең арҙаҡлы яҡташтарҙың фотоһүрәттәрен күреп ғорурландым. Мәҫәлән, Брест крепосы музейында фашистарҙың тәүге һөжүмен үҙенә ҡабул иткән Нуриман районының Байгилде мәктәбе директоры Ришат ағай Исмәғилевтең рәсеменә юлыҡтым. Ҡайтҡас, уның тураһында яҙып сыҡтым.
Калининградта фашистар командованиеһы бункерының иң түрендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең фотоһын күреп оло ҡыуаныс кисерҙем.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы республикала ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе үҫтереүҙә лә ҙур роль уйнаны. Тиҫтәләгән фән докторы, фән кандидаты тәүге ғилми эштәрен ошо баҫмала һынап ҡараны. Элегерәк был журналда донъя күргән мәҡәләләр ғилми хеҙмәт булып иҫәпләнде. Юҡҡа ғына фәнни һәм методик тигән статус бирелмәгән. Беҙҙең журнал менән хеҙмәттәшлек иткән, фән өлкәһендә танылған күп кенә ғалимдар бөгөн Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре исемен йөрөтә.
Баҫма фән өлкәһендә лә абруй ҡаҙанғас, ошо ғалимдар менән аралашырға, улар араһында ҡайнарға, яңылыҡтар, ҡаҙаныштар менән танышып, уны эштә ҡулланырға тура килде. Һөҙөмтәлә 1980 йылда филология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланым.
Ғөмүмән, тормошомдо "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. 34 йыл буйы уға саф намыҫым менән тоғро хеҙмәт иттем. Хатта юғарыраҡ вазифалы урын тәҡдим итһәләр ҙә, уны ҡалдырып китмәнем. Алты министр менән эшләргә тура килде. Улар бөтәһе лә баҫмаға ярҙам ҡулы һуҙҙы, уны үҙ итте. Бәлки, шуғалыр ҙа 34 йыл Мәғариф министрлығы коллегияһының ағзаһы булып торорға тура килгәндер ҙә.
2005 йылда үҙ теләгем менән хаҡлы ялға киткәндә, журналдың тиражы 36 меңгә етте.
Бөгөн дә ҡул ҡаушырып өйҙә ултыра алмайым. Райондарға барып уҡытыусылар менән осрашам. Ай һайын республика гәзиттәрендә һәм журналдарында төрлө проблемаларға арналған мәҡәләләрем донъя күрә. Үҙемде бик бәхетле кеше итеп һанайым. Атай-әсәйемдән, ғаиләмдән, балаларымдан, туғандарымдан, дуҫ-иштәремдән уңдым. Шуларҙың күңел йылыһы, ихтирамы, кешелеклелеге һәм хәстәрлеге миңә 80 йыллыҡ матур ғүмер биргәндер, моғайын.
— Сәлимйән Ялал улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарығыҙҙың таянысын тойоп йәшәргә яҙһын!


Вернуться назад