ПСИХОЛОГ ЯРҘАМҒА АШЫҒА18.11.2011
Ҡотҡарығыҙ!


Ирем эштән ҡайтып, ашап алыу менән компьютер менән мәж килә. Төн уртаһына тиклем алыҫтағы дуҫы менән ниндәйҙер уйын уйнай. Иртән йоҡонан уянғас та ошо уҡ хәл ҡабатлана. Уны ялған донъянан нисек йолоп алырға? Кәңәш бирегеҙсе?
Динара, 40 йәш.


— Ваҡыт иҫәбен юғалтып, мәшәҡәтле ысынбарлыҡтан ҡасып онотолоу, бөтөнләй икенсе донъяға сумыу шул тиклем рәхәт. Тап шуға күрә компьютер уйындары айырыуса үҫмерҙәрҙе ылыҡтыра. Улар ҡыйынлыҡтарҙан виртуаль донъяла йәшеренергә теләй. Оло кеше уйынға әүәҫләнеп китһә, ул нимәнән ҡаса, ниндәй проблемаһы бар, ҡайһы ысынбарлыҡҡа ҡаршы көрәш алып бара, тигән һорау тыуа. Компьютерға ныҡлы бәйлелек — эскелек һәм наркомания кеүек үк хәүефле сир. Кеше уйындан башҡа ысынбарлыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалта, эше һәм ғаиләһе өсөн урын ҡалмай. Ул аҙ йоҡлай, ярһыусанға әүерелә. Өҫтәүенә, уйынға әүәҫләнеп китеүен ҡырҡа инҡар итә. Ирегеҙ әле тап ошондай хәлдә.
Һеҙгә ике юлдың береһен һайларға тура киләсәк: ирегеҙҙе ҡотҡарыу өсөн көрәш башлайһығыҙ йәки уның әүәҫлегенә иғтибар итмәҫкә өйрәнәһегеҙ. Иптәшегеҙ менән бергә һеҙ ҙә сирләйһегеҙ, сөнки үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ошо хаҡтағы уйҙар күңелегеҙҙе биләп алған, ирегеҙ хаҡында хәстәрлек күреү, уны ҡотҡарыу йәшәү мәғәнәһенә әүерелеп бара. Минеңсә, әле һеҙгә ирегеҙҙе түгел, үҙегеҙҙе “дауаларға” кәрәк. Юғиһә бар булмышығыҙ, тормошоғоҙ икенсе кешене ҡотҡарыуға ҡайтып ҡала түгелме? Күпселек осраҡта кешенең үҙенең теләге булмаһа, барлыҡ саралар ҙа һөҙөмтәһеҙ.

Тормошомдоң мәғәнәһен күрмәйем…


Ирем менән айырылышҡанға — ете йыл. 19 йәшлек улым бар. Әлегә тиклем үҙемде бәхетле тоя инем. Күптән түгел улым бер ҡыҙ менән дуҫлашты. Хәҙер уға кәрәгем юҡ. Тормошомдоң мәғәнәһе юғалды. Артабан нисек йәшәргә?
Мәҙинә, 42 йәш.


— Улығыҙ үҫеп етеү менән тормошоғоҙҙоң үҙгәрәсәген белә инегеҙ, әлбиттә. Хаттан күренеүенсә, әлегә тиклем насар йәшәмәгәнһегеҙ: яратҡан эшегеҙҙән өйгә, һөйөклө улығыҙ янына ашҡынып ҡайтҡанһығыҙ, уның менән аралашыуҙан оло кинәнес алғанһығыҙ. Ошо бәхетле мәлдәрҙе юғалтыу ауыр, әлбиттә. Әммә үҙ балаңды башҡа кеше менән уртаҡлашыу, быны аңлау тағы ла ауырыраҡ. Әммә ваҡыты етһә, “ҡошсоҡ” ояһын ташлап китә. Ата-әсәнең тормошонда яңы осор башлана. Үткәндәр артта ҡала, уларҙы кире ҡайтарып булмай. Тимәк, яңы идеялар, маҡсаттар, ғәмәлдәр кәрәк. Күңелһеҙ кисерештәр онотола барған һайын, өр-яңы өҫтөнлөктәр ҙә барлыҡҡа киләсәк. Йәшәү мәғәнәһе бала, ир йәки башҡа кеше менән генә сикләнергә тейеш түгел. Был донъяға килгәнһең икән, тимәк, унан йәм табып, тормоштоң матурлығын күреп йәшәргә кәрәк.


Вернуться назад