Ауыл балалары өсөн дә отошло05.03.2013
Былтыр декабрҙә Кореяға сәфәре мәлендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, илдең бер нисә юғары уҡыу йортонда, ғилми үҙәктә, китапханала булып, электрон белем биреү системаһының үҫеше менән танышҡайны.
Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Көньяҡ Кореяның мәғариф буйынса дәүләт секретары Хван Дэ-Джун килеп, Өфөләге мәғариф учреждениеларын байҡап сыҡты.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле баш ҡала уҡыусылары электрон белем биреүҙең мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланмай, — тине ул республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында. — Яҡынса алғанда, ете балаға бер компьютер тура килә. Бынан тыш, заман техникаһы менән барлыҡ уҡытыусылар ҙа тәьмин ителмәгән. Һөҙөмтәлә асыҡ белем биреү ресурстары тулы кимәлдә файҙаланылмай. Уҡыусылар компьютерҙы, нигеҙҙә, информатика дәресендә, ғәҙәти алымдар буйынса ғына ҡуллана.
Хван Дэ-Джундың фекеренсә, электрон белем биреүҙе киң йәйелдереү өсөн электрон мәктәп, юғары уҡыу йорто һәм сәнәғәт предприятиелары араһында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыу мөһим.
— Әле бының өсөн етерлек ҡеүәт бар, — тине ул. — Электрон университеттар системаһына барлыҡ уҡыу йорттарын индерергә мөмкин, һөҙөмтәлә улар араһындағы айырма юғала: ҡаланыҡылар менән бер рәттән, ауылдыҡылар ҙа сифатлы белем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Хван Дэ-Джун электрон университет эшенең барлыҡ механизмын яйға һалыу өсөн пилот проектын ғәмәлгә индерергә һәм һөҙөмтәләргә даими күҙәтеү ойошторорға тәҡдим итте. Был эштә бөтөн ҡыҙыҡһыныусы яҡтар ҡатнашырға тейеш. “Һынауға мәктәптәрҙе, юғары уҡыу йорттарын ныҡлы һайлап алыу мөһим, сөнки киләсәктә тап уларҙың тәжрибәһе файҙаланыласаҡ”, — тине Хван Дэ-Джун.