Маҡсатыбыҙ уртаҡ05.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Японияның Токио ҡалаһындағы Айчи медицина университеты профессоры Казуо Умезава менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Унда Республика клиник онкология диспансеры менән Казуо Умезава лабораторияһының ауыр дауаланған аутоиммун һәм онкология сирҙәренән дарыуҙар эшләү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре тикшерелде.