Комиссия эштәр ҡабул итә05.03.2013
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан — Комиссия) 2013 йылдың 1 мартынан 31 майына тиклем Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларына (артабан — Премия) эштәр ҡабул итә.
Түбәндә эштәрҙе тәҡдим итеү һәм документтар тултырыу тәртибе баҡыла.
Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияларына эштәрҙе тәҡдим итеү һәм документтар тултырыу тәртибе
1. Дөйөм положениелар
1.1. Башҡортостан Республикаһы Президентының 1998 йылдың 22 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тураһында”ғы 875-се Указына ярашлы (Башҡортостан Республикаһы Президентының 2013 йылдың 18 февралендәге 22-се Указына ярашлы индерелгән үҙгәрештәр менән) республикала ике йылға бер тапҡыр тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр үҡешенә ҙур өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең яңыса үҡешен тәьмин иткән техника һәм алдынғы технология өлгөләрен эшләгән өсөн һәр береһе 500 мең һумлыҡ өс Премия тапшырыла.
1.2. Премияға ошо положениеның 8-се пунктында күрһәтелгән ваҡыты тамамланғанға тиклем кәмендә ике йыл алдараҡ баҡылып сыҡҡан йәки башҡа ысул менән халыҡҡа еткерелгән эштәрҙең авторҙары тәҡдим ителә. Эштәр комиссия тарафынан билдәләнгән талаптарға ярашлы рәсмиләштерелергә тейеш.
1.3. Премияға тәҡдим ителгән дәғүәселәр коллективы биш кешенән артмаҡҡа тейеш. Уларҙың составына премияға күрһәтелгән башҡа эштең авторҙар коллективындағы йәки административ, ойоштороу бурыстарын тормошҡа ашырған кешеләр индерелә алмай.
1.4. Әгәр кеше фән, техника, технологиялар йәки инновациялар өлкәһендәге дәүләт әһәмиәтендәге башҡа премияға тәҡдим ителһә йә иһә дәүләт әһәмиәтендәге ошондай премияға лайыҡ булһа, ошо уҡ эш өсөн уны был Премияға дәғүәселәр исемлегенә индереү рөхсәт ителмәй.
1.5. Әгәр Премияға дәғүәселәр араһында уны алыуға лайыҡлылар булмаһа йә иһә дәғүәселәр һаны билдәләнгән Премиялар һанынан аҙыраҡ тәшкил итһә, Премия тапшырылмай йәки аҙыраҡ күләмдә бирелә.
1.6. Конкурстан үтмәгән дәғүәсе ошо уҡ Премияға биш йыл үткәс кенә ҡабатлап тәҡдим ителә ала.
1.7. Премия лауреаты биш йыл үткәс кенә Премия алыуға ҡайтанан дәғүә итә ала.
2. Премияға тәҡдим итеү:
2.1. Премияға кандидатураларҙы ғилми учреждениелар, юғары уҡыу йорттары, дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, төрлө милек формаһындағы предприятиелар һәм ойошмалар (артабан — тәҡдим итеүсе ойошма) тәҡдим итә.
2.2. Кандидатура тураһындағы ҡарар теге йәки был ойошманың коллегиаль органы ултырышында ҡабул ителә.
2.3. Айырым осраҡтарҙа тәҡдим итеү тәртибен үтәп һәм комиссия менән килешеп, тәҡдим итеүсе ойошма ҡарары менән авторҙар коллективы составын тулыландырырға һәм алмаштырырға мөмкин.
2.4. Комиссияға түбәндәгеләр тапшырыла:
1) кандидатты Премияға тәҡдим итеү тураһындағы хат (хатҡа тәҡдим итеүсе ойошма етәксеһе ҡул ҡуя);
2) тәҡдим итеүсе ойошманың һәм башҡа авторҙаштар эшләгән ойошмалар идаралығының коллегиаль органы ултырыштары протоколынан өҙөмтә һәм тейешле иҡәп-хисап комиссиялары протоколдары;
3) һәр дәғүәсе тураһында мәғлүмәт;
4) эштең һүрәтләмәһе;
5) эшкә аннотация;
6) өҡтәмә материалдар.
3. Документтар тултырыу
3.1. Документтар Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия тарафынан эшләнгән өлгөләргә ярашлы тултырылырға тейеш.
3.2. Премияға кандидатураларҙы тәҡдим итеү тураһындағы хатта тәҡдим итеү нигеҙе, тормошҡа ашырыу кимәле һәм Башҡортостан Республикаһы өсөн уның мөһим әһәмиәтен раҡлаған дәлилдәр билдәләнергә тейеш.
3.3. Һәр дәғүәсе тураһындағы мәғлүмәт төп анкета мәғлүмәттәрен һәм тәҡдим ителгән эште башҡарыуға уның аныҡ ижади өлөшөн үҙ эсенә алырға тейеш.
3.4. Эштең һүрәтләмәһендә (25 биттән артмаҡҡа тейеш) ғилми хеҙмәттең төп йөкмәткеһе бирелә, Ватандың һәм сит илдәрҙең ғәмәлдәге фәнни асыштары менән сағыштырғанда өҡтөнлөктәре күрһәтелә, иҡтисади йәки социаль һөҙөмтәһе һәм уны Башҡортостан Республикаһында артабан файҙаланыу перспективалары билдәләнә.
Һүрәтләмә аҙағында дәғүәселәрҙең ошо эшкә индергән ижади өлөшөн раҡлап баҡылып сыҡҡан хеҙмәттәр һәм уйлап табыуҙар исемлеге килтерелә.
3.5. Аннотацияла (иң күбе бер бит) эштең исеме, авторҙарҙың фамилиялары, тәҡдим итеүсе ойошманың тулы атамаһы, эштең ҡыҡҡаса йөкмәткеһе, уның төп фәнни идеяһы йәки хәл ителгән техник проблемаһы, практик әһәмиәте, файҙаланыуға индерелеү дәрәжәһе билдәләнә.
3.6. Өҡтәмә материалдар (схемалар, карталар, һыҙмалар, фотографиялар, автор таныҡлыҡтарының күсермәләре, китаптар, мәҡәлә оттискылары һәм башҡа материалдар) дәғүәселәрҙең теләге буйынса тәҡдим ителә ала.
3.7. Йәшерен мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған эштәр өсөн таратыу тыйылған мәғлүмәттәрҙең булыуын нигеҙләүсе документ тәҡдим ителә.
3.8. Бөтә документтар һәм өҡтәмә материалдар урыҡ телендә компьютерҙа баҡылырға һәм хәҙерге әҙәби тел нормаларына тап килергә тейеш.
4. Документтарҙы ҡабул итеү
4.1. Премияға документтар Комиссияла 31 майға тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 328-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93.
4.2. Эштәрҙе тәҡдим итеүҙең һәм документтар тултырыуҙың ошо тәртибен боҙоп эшләнгән йәки почта аша ебәрелгән материалдар ҡарауға ҡабул ителмәй.