Ялағайҙы яллайһы юҡ05.03.2013
Үҙ мәртәбәбеҙгә белмәгәс, беҙҙе кем хөрмәт күрһәтһен?

Ватаның өсөн ғорурланып, халҡыңдың матур эштәренә һоҡланып, ер-һыуыңдың гүзәллектәре менән хозурланып йәшәү — аҡылы камил әҙәм балаһы өсөн тәбиғи хәл. Унан һуң, ата-бабабыҙҙың тырышлығы менән донъяның ике ҡитғаһына ҡанат йәйеп ятҡан ғәйәт иркен илдә йәшәйбеҙ. Хужалыҡты оҙаҡ йылдар илке-һалҡы алып барыуыбыҙға ҡарамаҡтан, еребеҙҙең өҡтө лә, аҡты ла әле булһа алтын. Бәлки, ошо байлыҡтарҙың касафатылыр, иллә бихисап быуаттар буйы Рәсәйгә сит тарафтарҙан — башлыса Европа илдәренән — мөлкәттең төҡөн һәм еҡен алыҡтан һиҙгән сос кешеләр килә торған. Мин бер мәл, "Корсары Ивана Грозного" тигән китапты уҡып, Данияның йылғыр егеттәренең кеше яратмаҡ уҡал батшаны ла ХVI быуатта арбай һәм төшөмлө вазифаларға төпләнә алыуына ғәжәп ҡалғайным.

Улай тиһәң, ғәжәпләнер урыны ла булмағандыр. Тарих күрһәтеүенсә, Япониянан бүтән бер генә дәүләт тә цивилизациялы замандарға аяҡ баҡҡанға тиклем һәммә донъянан көпләнеп йәшәмәгән. Теләһә ҡайһы илдең һәм һәр ҡәүемдең үҡеш, күтәрелеш юлынан барыуы өсөн алыҡ-яҡын күршеләре менән ҡулдаш булып йәшәүе кәрәк. Әгәр әүәлге быуаттарҙы хәтерҙә ҡабаттан яңырта ҡалһаҡ, Урыҡ дәүләтенең иҡтисад, дәүләт ҡоролошо, мәғрифәт йәһәтенән яңырыуы, патриархаллек ҡанундарынан арыныуы өсөн Көнбайыш мәҙәниәте, дәүләтселек тәжрибәһе, сәнәғәте, сауҙагәрлек оҡталығы һәм башҡалар кәрәк. Мәғлүм булыуынса, реформатор-батша Петр Алексеевич "Европаға тәҙрә уйыуҙы" хакимлығының төп маҡсаты итеп ҡуйған. Йәш батшаға сит ил кешеләре ҙур йоғонто яһаған. Шотланд генерал Патрик Гордон менән швейцар Франц Лефорт, ғөмүмән, Рәсәй хакимы өсөн дуҡ та, кәңәшсе лә, арҡаҙаш та булған. Йә иһә Рәсәй флотының капитан-командиры, тыумышы менән дат Витус Берингтың хеҙмәттәрен онотоу мөмкинме һуң?
Екатерина II, хакимлыҡҡа килгәс, алман асылынан баш тартмай, урыҡ мөхитен тулыһынса ҡабул иткән. Нәҡ уның хуплауы менән алмандар, Германиянан күсенеп, Рәсәйҙең көньяҡ һәм Волга буйы губерналарында күпләп урынлашҡан. Был күсенеүҙә колонизациялау ғәләмәтен күреп булмай. Императрицаның ниәте — урыҡ крәҡтиәндәренә лә, дворяндарына ла ерҙә етеш тормош ҡороу мәҙәниәтен өйрәтеү. Һәм әлеге маҡсатҡа ниндәйҙер дәрәжәлә өлгәшелгән дә. "Ирек — ул закон рөхсәт иткән барлыҡ нәмәне эшләй алыуға хоҡуҡ", — тип хакимә беҙгә васыят та ҡалдырған.
Теләктәшлек — айырыуса ҡәүемдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә — изге тойғо. Ҡунаҡсыллыҡ — донъя йөҙөндә йәшәүсе күпселек халыҡтар өсөн хас сифаттыр. Фәҡирмен тигән кеше лә тупһаһын ашатлап инеүсегә һуңғы һынығын булһа ла бирә, баш терәр мөйөш таба. Халыҡ бындай хәлде: "Ҡунаҡ төшһә, йортҡа йәм", — тип кенә баһалаған. Олоғая барған кешеләрҙең хәтерендәлер, беҙ, "пролетар интернационализм", "халыҡ-ара теләктәшлек" тип, төрлө илдәрҙәге, йәнәһе, хакимдар тарафынан ҡыйырһытылған, көрәш ҡорбаны булған бихисап һәм төрлө телле кешеләрҙе ҡурсалап яфаландыҡ. Эҙәрлекләнгән, йә иһә мохтажлыҡ кисергәндәрҙе күтәрмәләү — намыҡ һәм йөрәк ғәмәле. Ул ғына ла түгел, илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр тәжрибәһендә, зарураты булғанда, ҡайһы бер кешеләргә һыйыныр урын биреү тәжрибәһе лә бар. Мин инде инҡилаптан һуң һәм Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ Франция, АҠШ, Израилгә, Латин Америкаһы илдәренә ҡыуылып йә үҙ ихтыяры менән сығып киткән, шунда тороп ҡалған миллиондарса кешене әйтмәйем. Һәр яҙмыш — үҙе бер тарих. Ғибрәтле лә, аяныслы ла тарих. Уның сәхифәләрен аҡтара китһәң, Рәсәйгә, Советтар Союзына килеп йығылыусы байтаҡ шәхестәргә юлығаһың. Беҙҙең ил гелән эмиграция сығанағы булмаған, иммиграция миҡалдары ла етерлек. Бынан утыҙ йыл самаһы әүәл Америка физигы Арнольд Лакшиндың союзға сәйәси сәбәптәр арҡаһында күсеп килеүе ярайһы ғына шау-шыу тыуҙырғайны. Империализмға ҡаршы көрәшселәр килеп һыйынһа, тәбиғи хәл, ә бында — ғалим, физик, американ...
Донъялар артабан бутала килә, бер илдән икенсеһенә күсеп тә, ҡасып та йөрөүселәр күбәйҙе. Беҙгә дуҡ ҡырғыҙ халҡының элекке бур хакимы Ҡорбанбәк Баҡыев союздаш Белоруссияла һин дә мин йәшәп ята. Заманында Рәсәй Советтар Союзының әүәлге тоғро дуҡы, ГДР-ҙың етәксеһе Эрих Хонеккерҙы ҡыуып сығарҙы. Сәйәсәттә дуҡлыҡ түгел, кешеләрсә миһырбанлылыҡ та булмай шул.
Хәйер, Рәсәйҙең хәҙерге етәкселәре Ватанынан ситтә көн күреүсе яҡташтарыбыҙҙы ҡайтарыу өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай, айырым бер шәхестәр тирәһендә тулы мәғәнәһендә шоу-кампания ойоштора. Йәнәһе, Рәсәй — киң күңелле дәүләт, йәнәһе, һеҙ тигәндә — беҙ иҙәндә.
Һүҙ — һуңғы осорҙа милли батыр дәрәжәһенә күтәрелгән француз киноактеры Жерар Депардье әфәнде тураһында. Беҙҙең менталитетта сит илгә ҡағылышлы һәр нәмә алдында "аһ" итеү бар. Юғары сифатлы, тиңдәшһеҙ дәрәжәләге нимәгәлер баһа бирергә булһалар, уға "евро" тигән ҡушымта тағалар. "Евроремонт", "евровагонка", "евромәҙәниәт". Бына, ахыр килеп, Рәсәй Евродепардьелы ла булды. Үҙ иленә һалым түләүҙән ҡасҡан актерҙы Мәскәүҙә мәҙәниәт министры оҙатып йөрөй, гражданлыҡ танытмаһын Президент үҙе тапшыра. Мордовияла уға фатирын күрһәтәләр, Чечняла биш бүлмәле торлаҡ бүләк итәләр... Хәҙер Жерар — почетлы чечен! Әйткәндәй, Мордовия — дотацияла йәшәүсе республика, ә Чечняның бюджеты 90 процентҡа — федераль ҡаҙна иҡәбенән. Әлбиттә, минең "арыҡ һыйырҙың... киң" тип әйтергә телем ҡысый. Йә иһә Депардье — беҙҙең уй етмәҡтәй оло сәйәсәттең мөһим бер таяуылыр. Бәлки... Ләкин тиктормаҡ тел осонан "ялағайланыу", "табан ялау", "ҡолдарса ярарға тырышыу" һымағыраҡ һүҙҙәр түгелергә әҙер тора. "Сүлдең сағыу ҡояшы" фильмындағы геройҙарҙың береһе әйтмешләй, "держава өсөн ғәрлек". Һәм оялыу тойғоһонан да арынып булмай.


Вернуться назад