Хаҡлыҡ еңәсәгенә ышанды05.03.2013
Хаҡлыҡ еңәсәгенә ышандыҮткән йылдың декабрендә ғалим-геолог, журналист, “Башҡортостан” (ул саҡта “Совет Башҡортостаны”) гәзитенең иң әүҙем уҡыусыһы һәм авторҙарының береһе, ысын мәғәнәлә халыҡ улы Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаевҡа 80 йәш тулған булыр ине.
Башҡорт халҡының арҙаҡлы улын оло хөрмәт менән иҫкә алып, Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә бер генә башҡорт мәктәбе лә булмауы һәм уны мотлаҡ асырға кәрәклеге хаҡында КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетына яҙылған хатҡа ҡул ҡуйғандарҙы эш урындарында күҙ уңынан ысҡындырмай күҙәтә башланылар. Диҡҡәттең дә ҡултамғаһы булғанлыҡтан, уның да һәр аҙымы иғтибарҙа булды. Әйтәйек, матбуғатҡа яҙылыу эш урынында алып барылды. Ул саҡта башҡортса дүрт төрлө журнал, ике төрлө гәзит кенә сыға ине... Ғаиләбеҙҙә бик күп гәзит-журналға, шул иҫәптән бөтөн башҡорт баҫмаларына ла яҙыла торғайныҡ. Диҡҡәт тураһында туплана барған "етешһеҙлектәр”гә был факт та теркәлгән. Бер йыйылышта уның "милләтсе"леген иҫбат итеү өсөн: “Балаһы һөйләшеү йәшендә лә түгел, ә “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙылған. Башҡортсаһына! Бер ҙә урыҫса сыҡҡанына түгел!” — тип сығыш яһаусылар булған.
Яҙыу машинкаһы һатып алдыҡ та уға башҡортса шрифт ҡуйҙырттыҡ. Диҡҡәт быны эшләткән саҡта институт хеҙмәткәрҙәренең береһе күреп ҡалған да: “Нимә ул?” — тип ҡыҙыҡһынған. Диҡҡәт аңлатып биргән. Һөҙөмтәлә был да иҫәпкә алынған — һәр йыйылышта ошо хаҡта иҫенә төшөрәләр. “Беләһегеҙме, күҙ алдына килтерәһегеҙме: Бураҡаев урыҫ шрифтлы машинкаһын башҡортсаға алмаштырған!” — тиҙәр.
Диҡҡәтте тағы шовинизмда ғәйепләп тикшерә яҙып ҡуйҙылар, әммә тикшермәнеләр. Шулай ҙа теңкәһенә тейҙеләр. Уныһы минең “Һүнмәҫ нурҙар” тигән тәүге повесым баҫылып сыҡҡас булды (был ваҡиға барышын яҙыусы Рәшит Солтангәрәев ҡыҙыҡһынып күҙәтә һәм мотлаҡ документаль әҫәр яҙырға ниәтләнә ине). Повесть геолог-ғалимдар тормошонан алып яҙылғайны. Унда Козлова тигән ғалимә образы бар. Маҡсатым күренекле, һәләтле был ҡатындың фәҡәт үҙен генә яратып йәшәүе арҡаһында ғилем юлында асыштарын дауам итерлек алмашсылар ҙа ҡалдыра алмауын, шәхси тормошонда ла уңмауын күрһәтеү ине.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса төп герой Рамаҙан менән Козлова араһында ғилми бәхәс сыға. Рамаҙан, Мәскәү профессоры Матвеевтың уҡыусыһы, бик әҙерлекле белгес була һәм, күмер запасын яңы ысул менән билдәләп, үҙенсәлекле ҡатлам барлығын әйтә. Был дөрөҫләнеп, Козлова еңелә.
Геология институтында бер ғалим ошо уҡ уҡыу йортонда эшләгән профессор ҡатынға былай тигән:
— Диҡҡәт Бураҡаев повесть яҙған. Алимент түләмәҫ өсөн ҡатынының исеме менән сығарған. Шул повеста һеҙҙең хаҡта яҙылған. Имеш, Диҡҡәт, башҡорт егете, һеҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ, аңлыраҡ һәм белемлерәк икән... Ә ғүмер буйы башҡарған эшегеҙ, түккән хеҙмәтегеҙ яраҡһыҙ булып сыҡҡан. Ғүмерегеҙ шәхси йәһәттән дә, ғилми яҡтан да заяға үткән.
Профессор ҡатын көтөлмәгән хәбәргә аптырап ҡалған: Диҡҡәт — уны, ул Диҡҡәтте бик ихтирам итә ине. Шул уҡ ваҡытта был һүҙҙәргә ышанмай ҙа булдыра алмаған, сөнки ҡулына минең повесты тотторғандар. Профессор ҡатын, әҫәрҙе ышаныслы ойошма аша тәржемә иттереп алып уҡып сыҡҡан да директорға ингән:
— Билал Мәғдәсимович! (Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Билал Йосопов 1968 — 1974 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология ғилми-тикшеренеү институты директоры булып эшләне). Һеҙ Диҡҡәт Бураҡаевтың “Неугасимые лучи” тигән повесын уҡынығыҙмы?
— Уҡыным.
— Һеҙ башҡортса уҡый алаһығыҙмы ни?
— Әлбиттә. Башҡортса яҙам да. Журналдарҙа мәҡәләләрем баҫылып тора.
— Беҙҙең институтта Бураҡаев ҡына башҡортса яҙа икән тип уйлай инем...
— Миңләхмәт Моталов та бик һәйбәт яҙыша.
— Шулаймы ни?! Ул да повесты уҡығанмы?
— Уҡығандыр. Повесть ҡыҙыҡ ҡына. Бик ихлас уҡып сыҡтым.
— Мин дә уҡыным. Бына тәржемә иттереп алдым, — ти икән профессор ҡатын. — Иғтибар иттегеҙме, Диҡҡәт Бураҡаев мине мыҫҡыл иткән. Имеш, мин наҙан, белемһеҙ, ә ул, башҡорт, Мәскәүҙән иң аҡыллы кеше булып ҡайтҡан.
— Унда һүҙ һеҙҙең хаҡта түгел. Был, беренсенән, әҙәби әҫәр. Икенсенән, уны Диҡҡәт Насретдин улы түгел, ә ҡатыны яҙған. Ә ул — һәйбәт журналист. Таж-Мәхәл хаҡындағы яҙмаларымды журналға бергә әҙерләнек. Улар “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылып сыҡты, халыҡтан маҡтау һүҙҙәрен ишеттем. Өсөнсөнән, бынамын тигән улығыҙ бар, фән донъяһында әллә күпме асышығыҙ, уҡыусыларығыҙ... Һеҙҙең образ Козловаға бөтөнләй тап килмәй.
— Тап килә шул. Козлова — мин. Тик Диҡҡәт Насретдин улы күрә-тора күп нәмәне үҙ файҙаһына үҙгәртеп яҙған. Улым менән бергә уҡыны. Ни өсөн мине балаһыҙ тип яҙа ул?
— Козлова һеҙ түгел.
— Козлова — мин. Сергей тигән егетем бар ине. Тышҡы ҡиәфәте лә, исеме лә, хатта уның менән айырылышыу ҙа тап килә... Мин, ысынлап та, аспирантурала уҡығас, өйләнешеүҙе кисектереп торҙом, ә ул Себергә китте. Аҙаҡ үҙем эҙләп барҙым, тик Сергей өйләнгәйне. Был хаҡта бер кем дә белмәй ине. Һеҙгә беренсе башлап әйтеүем. Диҡҡәт Насретдин улы ҡайҙан ишеткән уны?! Мин уға шәхси тормошом хаҡында бер ваҡытта ла һөйләмәнем. Ә ул Сергейҙы эҙләп барған сағымдағы һәр хәрәкәтемә, һәр һүҙемә тиклем кемдәндер һорашҡан, белгән... Һәм шуларҙы яҙып, аҡса эшләгән. Шәхси тормошомда соҡсонорға уның хаҡы юҡ! Өҫтәүенә, имеш, башҡорт егете минән белемлерәк, аҡыллыраҡ булып сыҡҡан...
— Һорашырмын, белешермен, асыҡлармын. Әммә иманым камил: әҫәрҙең авторы — Мәрйәм Бураҡаева. Мин Диҡҡәт Насретдин улының яҙыу алымын беләм, ул икенсе төрлөрәк. Козлова ла һеҙ түгел, сөнки Диҡҡәт Бураҡаев ғалим булараҡ та, кеше булараҡ та һеҙҙе бик ихтирам итә, һәм, иң мөһиме — күмер буйынса белгес түгелһегеҙ бит.
— Был хаҡта уйлап та ҡарамағанмын. Шулай бит әле...
Ошо һөйләшеүҙән һуң профессор тынысланған, әммә 60 йәшенә Диҡҡәтте саҡырманы.
Ә повесть оло ғауға сығарҙы. Ундағы һәр геройҙы, күренеште, ваҡиғаны тикшереп, был — һин, был — мин, был — ул, тип бүлеп сығып, Диҡҡәт шул тиклем ваҡсыл кеше, институттағы бәләкәй генә ваҡиғаларға тиклем иҫтә ҡалдыра барған тип уның менән һөйләшмәй йөрөүселәр ҙә булды. Ә әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың береһен дә институт хеҙмәткәрҙәре тормошонан алмағайным. Мәшһүр ғалим, беренсе профессорыбыҙ Ҡадир Рәхим улы Тимерғазиндың образы ғына ысынбарлыҡтан күсерелгәйне.
Шулай итеп, миңә “Башҡорт әҙәбиәтендә фән, ғалимдар, ғилми донъя тураһында әҫәрҙәр юҡ, уҡыусыларҙы фән менән ҡыҙыҡһындырырға кәрәк!” тигән уй-теләк менән повесть яҙырға тәҡдим иткән Диҡҡәттең хыялы селпәрәмә килә яҙҙы.
Уның тәбиғәтте, халыҡты яратыуы һәм кешеләргә ҡаршы эшләнгән хилафлыҡты кисерә алмауы ғәмһеҙҙәрҙең йәненә тейә ине. Диҡҡәт һәләтлелеге, хеҙмәт һөйөүе менән бар ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды — уның менән иҫәпләшмәйенсә булдыра алманылар. Әммә дөрөҫлөктө яҡлап бәхәскә инеүе, хаҡлы булыуын иҫбат итеүе эҙһеҙ үтмәне. Миҫал өсөн бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп үтәйем. Институттан етәксе геолог-ғалим Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайланған һәм бер сығышында ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн ни саҡлы тоҙ кәрәклеге, уның күпме килтерелеүе хаҡында отчет биргән. Был хаҡта институт хеҙмәткәрҙәренә лә һөйләгән. Диҡҡәттең аптырауының сиге булмаған. Ул, урамдағы ҡарҙы тоҙ менән иретеү арҡаһында ер аҫты һыуҙарына күпме зыян килеүе, эсәр һыуҙың бысраныуы, йылғаларға ҡар менән бергә ағып төшкән тоҙ арҡаһында балыҡтың ҡырылыуы, өҫтәүенә тоҙ запасының да сикһеҙ түгеллеге хаҡында әйтеп, депутаттың отчетын тәнҡитләгән. Был эштәрҙең тәбиғәт сафлығына ҡарата күрәләтә хилафлыҡ икәнлеген башҡа ғалимдар белмәгәнме ни?! Белгән, әлбиттә, әммә улар был тәнҡиттең Диҡҡәттең яҙмышына ниндәй эҙемтә яһарын да яҡшы аңлаған. Шуға береһе лә өндәшмәгән. Тик бер әсе теллеһе генә, депутатҡа ҡуштанланып:
— Ер аҫтына төшөп һыу тәмләп ҡараныңмы әллә? — тип төрттөрөп маташҡан. Тәбиғәттәге һәр үҙгәрешкә, кире күренешкә үтә лә иғтибарлы, күҙәтеүсән Диҡҡәт яуапһыҙ ҡалмаған:
— Өфөнөң йөҙө һәм матурлығы булған йүкәләргә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Йәм-йәшел япраҡлыһын табырһығыҙмы?! Уларҙағы ҡара таптар — һыуҙа тоҙ миҡдары артыҡ булғанлыҡтан. Йүкәләр йәл, — тип яуап биргән.
Ошо сығышынан һуң үҙ тормошонда ла йүкә япраҡтарындағы кеүек “ҡара таптар” күбәйә башланы: докторлыҡ диссертацияһының темаһын институттың эш планына индермәү, раҫламау, яҙыу өсөн ваҡыт бирмәү, туҡтауһыҙ йәмәғәт эштәрен ҡушыу, хеҙмәте буйынса командировкаларға ебәрмәү...
Ғәмле булыу... Диҡҡәттең миҫалында ғына ғәмдең һәм ғәмһеҙлектең нимә икәнлеген, нимәгә килтергәнлеген күрһәтеп була. Ғәмлеләр тура һүҙле, ғәҙеллекте, хаҡлыҡты яҡлауы менән һыйыҡһыҙ, тәкәббер. Уларҙың алдан күрә белеүе, туҡтауһыҙ көрәшеүе, халыҡ аңына хәҡиҡәт осҡоно һалыуы, арыу-талыу белмәй, үҙен йәлләмәй, аямай эшләүе арҡаһында тормош алға бара. Ғәмлеләр кешеләргә ярҙам итә, ниндәй ҙә булһа изгелек ҡыла алыуы менән бәхетле. Ваҡытын бушҡа үткәрергә яратмай улар. Диҡҡәткә, мәҫәлән, ял итергә кәрәклеге хаҡында даими әйтеп торҙоҡ. “Балаларығыҙҙы ҡарап ҡалабыҙ. Икәүләшеп ял итеп килегеҙ”, — ти торғайны Мәрфуға апайым менән Нәсимә һылыуым. Диҡҡәт баш тарта ине. Балаларҙы ла алып, күмәкләшеп ауылға барып ҡайтыу уның өсөн иң күңелле ял була торғайны. Бер саҡ Янғантауҙан ҡайтҡас та: "Һеҙҙән айырылып китеп, үҙемде башҡа ғазапламаясаҡмын", — тине.
Балалар өсөн фәнни-популяр әҫәрҙәр яҙырға, уларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк, киләсәгебеҙ белемле кешеләр ҡулында булырға тейеш тигән маҡсат менән бихисап мәғлүмәт әҙерләне. Диҡҡәтте реанимация бүлегенә һалғас, мине уның янына өс кенә минутҡа хушлашырға индерҙеләр. Был саҡта ”Башҡортостан пионеры” гәзитендә дауамлы мәҡәләһе баҫыла башлағайны. Шул хаҡта әйттем. Ул ҡыуанып китте һәм: "Әле уйлап ятам: балалар өсөн күпме әҫәрем яҙылмаған! Сыҡҡас та шуларға тотонам", — тине...
Күпме егетте, ҡыҙҙы уҡырға әҙерләп индерҙе ул! Ауылдарҙа экспедицияла йөрөгән сағында һәләтле балалар тураһында һораша, уларҙы эҙләй торғайны. Бер ваҡыт гәзиттән IX класс уҡыусыһы Марат Әбүзәровтың (һәләтле шағир һәм журналист булып үҫеп бара ине, иртә донъя ҡуйҙы) шиғырын уҡып: “Барып һөйләшәйем. Талант бит был малай! Әрәм булып ҡуймаһын! Мотлаҡ Өфөгә уҡырға килергә тейеш ул”, — тип Ғафури районының Ташаҫты ауылына киткәне хәтерҙә.
Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙа юғары уҡыу йортон тамамлап, илебеҙҙең төрлө төбәгенә тәғәйенләнгән күпме белгесте республикабыҙға юллап ҡайтарышты ул!
Нефтте күберәк алыу өсөн ер аҫтына порошоклы һыу ҡыуҙырыу кеүек “асыш"тар; йылға буйҙарына ҙур-ҙур фермалар төҙөп, тиреҫте ярға сығарыу, мал емтектәренең, химик ашламаның да шунда өйөлөүе; ошондай уҡ урындарҙа таҡта ярыу цехтарын ултыртыу, һөҙөмтәлә бысҡы таптары айғолағына инеүҙән балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы; улар ыуылдырыҡ сәскән мәлдә браконьерҙарҙың күбәйеп китеүе һәм башҡалар тураһында әллә күпме мәҡәлә яҙылды. Улар гәзиттәрҙә донъя күрҙе, баҫылмағаны тикшереүгә ебәрелде. (Әйтергә кәрәк: заманында браконьерлығын тәнҡитләп сыҡҡаным өсөн юғары вазифанан бушатылған бер әһел демократияның “еле” менән депутат булып алғас, фатирһыҙ интегеүемдә ҙур “роль” уйнаны).
(Аҙағы бар).

P.S. Хотите скачать скайп? Тогда вам сюда megaupl0ad.com


Вернуться назад