Бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ05.03.2013
Бер-беребеҙгә кәрәкбеҙГоризонталь буйынса: 4. Озон газы. 9. Солоҡ ҡарағанда кәрәк-яраҡты тартып күтәрә һәм төшөрә торған бау. 10. Күмәк халыҡтың көлкөлө, маскарадлы уйыны. 11. Цирк гимнасы. 15. Ғишыҡ тойғоһо. 23. Күҙҙең өҫтөндә “үҫкән” йәшелсә. 24. Нирвана позаһы. 25. Эске этәргес сәбәп. 27. Йыһан карабы. 28. Эшкә, тормошҡа булған ашҡыныу тойғоһо. 29. Америка бүреһе. 30. Офис клерктарының сәп уйыны. 32. Ҡар аҫтында ҡышлай торған ҡош. 36. Ҡунаҡхана. 37. Металл нәмәләрҙе ҡулдан эшләү, йыйыу, йүнәтеү буйынса эшсе. 38. Яңылыш ҡыланыш. 40. Йорттоң өҫтөнә манара рәүешендә эшләнеп, һөңгө һымаҡ ослайып барып бөткән ҡоролма. 41. Биш мөйөшләп эшләнгән хәрби нығытма. 44. Шиғри булмаған әҙәби әҫәр. 45. Исаак Ньютондың авторҙаш емеше. 48. Суҡышы кәүҙәһенән оҙон булған ҡош. 50. Һауа флоты. 53. Кем йәки нимәлер хаҡында ғазап сигергә, үҙен ҡорбан итергә әҙер булғанда (…) ҡылалар? 54. Өс музыканттан торған ансамбль. 55. Шиүә нимә ул? 57. Бокс майҙаны. 58. “Бурысын йәшергән бөлөр, (…)ын йәшергән үлер”. 59. Һинд кенәзе.

Вертикаль буйынса: 1. Дегәнәк. 2. Моторҙы ҡаплай торған көп. 3. Көйләп әйтелгән шиғри һүҙ. 5.Урыҫтарҙа иң киң таралған фамилия. 6. Тел белгесе. 7. Голливуд йондоҙо Киану (…). 8. Ялан. 12. Һыуҙың ҡолаҡланыңҡырап, аҡмай ятҡан бик тәрән ере. 14. Кемгәлер яғылған ялған ғәйеп. 15. Өлөш, киҫәк. 16. Алтын сәскә. 17. Тауарҙың дөйөм ауырлығы. 18. “Һаҡаллы” эш ҡоралы. 19. Йәш спортсы. 20. Ҡурайсы (…) Айытҡолов. 21. Һөйәк майы. 22. “Йомшаҡ (…)ты ҡорт баҫыр, йыуаш кешене һүҙ баҫыр”. 27. Фортепиано төрө. 29. Ҡатмарлы нәмәнең составындағы айырым матдә. 31. Һауаның өҫкө ҡатламы. 33. Текә булып ҡолап төшкән бейек тау-таш. 34. Америка айыуы. 35. Кешенең ҡылығында, холҡонда сағылған, тәртибен, тәрбиәһен күрһәткән сифат. 37. Көньяҡ емеше. 39. “Күҙлекле” йылан. 42. Маскировка яһау эше. 43. Франция йыйылма командаһының футболсыһы Николя (…). 47. “Икарус” транспорт сараһы булараҡ. 49. Ниҙеңдер башланышы. 52. Ҙур суҡышлы эре тутыйғош. 56. Никах мәжлесе.


Вернуться назад