Таң һыуы16.12.2011
Бынан ете-һигеҙ йыл элек "Башҡортостан" гәзитендә "Яңы фекер" тигән рубрикала бер мәҡәлә донъя күргәйне.
Йылайыр яҡтарынан бер әбей күккә оса, ете ҡат ер ҡабығын үтеп, күптән донъя ҡуйған әҙәми заттар араһына килеп сыға, шунда ишан Зәйнулла Рәсүлевте осратып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултыра, унан мосолмандарға өр-яңы йола ла алып ҡайта. Имеш, яңы йола буйынса керәшен төнөндә алынған һыу мосолмандар өсөн дә үтә шифалы икән дә, уны һауыттарға тултырып ултыртып ҡуйһаң, йылдар буйы һаҡлана икән.
Шуны әйтмәксемен: мосолманда быға оҡшаш йола борон-борондан булған. Ул "Таң һыуы алыу " тип атала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йола бөгөн бөтөнләй онотолған тиерлек, әммә ҡасандыр уның көсө, мөмкинлектәре, файҙаһы күптәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы, төрлө ауырыуҙан арынырға ярҙам итте.
Атайым мәрхүм Вәлиулла Вахитов дингә мөкиббән инанған мөьмин булғанғалыр, таң һыуын күптәр унан алдырыр ине. Бының өсөн ул таңдан тороп, йәшәгән еребеҙҙән алыҫ түгел ағып ятҡан Тасы йылғаһына барып, доғаларын уҡып, ауырыу кешегә ҡойонор өсөн — 40 сынаяҡ өҫтө (бер биҙрә), ә сәй ҡайнатып эсергә 40 ҙур ҡалаҡ (бер сәйнүк) һыу алыр ине. Хәтеремдә, таң һыуы менән халыҡ өҫ-башын да йыуҙы, малы ауырыһа, малына ла эсерҙе. Атайымдан таң һыуы алдырып, уның шифаһын күргән Сәхипьямал апай Ҡунысбаева: "Йәш сағымда шешекләп, күҙемә арпа сығып оҙаҡ ауырыным. Аптырағас, Вәлиулла олатайҙан таң һыуы алдырып ҡойонғайным, өс көн үтеүгә, ауырыуым ҡул менән һыпырып алғандай бөттө лә ҡуйҙы", — тип әле булһа һөйләй.
Рәхимйән ВАХИТОВ.
Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.


Вернуться назад