Һәр ҡайһыһы тажға лайыҡ05.03.2013
Һәр ҡайһыһы тажға лайыҡАлтын ялатылған көмөштән яһалған, аҫылташтары күҙҙе сағылдырып балҡыған 100 мең һумлыҡ тажды кем кейер? Быны 6 мартта “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ “Һылыуҡай” республика гүзәллек конкурсында белербеҙ. Ҡыҙҙарҙың тырышып әҙерләнеүенә ҡарағанда, таж өсөн бәйге бик ҡыҙыу булмаҡсы.

Репетиция залына ингәс тә өйөрөлә-өйөрөлә бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлаған Мәсетле районы ҡыҙы Айгөл Вәлиеваны осраттыҡ. Бер аҙ ситтәрәк Баймаҡ һылыуы Нурсилә Фәхретдинова Факил Мырҙаҡаевтың “Фәһемле фекерҙәр” китабын уҡып ултыра ине. “Аң даирәһен, зирәклекте тикшерә торған һынауға әҙерләнәм”, — тип аңлатты ул. Ҡалған һылыуҡайҙар сәхнәлә шөғөлләнә ине. Ғөмүмән, бында һәр минут ҡәҙерле.
Быйыл гүзәллек бәйгеһендә ун ике ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы һайлап алған саҡта жюри башҡорт телендә матур һөйләшеүҙе төп талаптарҙың береһе итеп ҡуйған. Сәхнәлә үҙҙәрен килешле тота белеүҙәрен, йыр-моңға маһирлыҡтарын, хатта телевизор экранында нисек күренеүҙәрен дә тикшергәндәр. Тағы ла конкурсанттар 168 сантиметрҙан тәпәш булмаҫҡа һәм “Һылыуҡай” образына тап килергә, йәғни булмыштарынан сафлыҡ, тыйнаҡлыҡ, күңел матурлығы бөркөлөп торорға тейеш.
– Ҡыҙҙар 4 февралдән алып “Сәләмәтлек шишмәһе” шифаханаһында йәшәй. Барыһы ла бер айға уҡыуҙан азат ителде – репетиция һәм “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуына төшөү менән генә мәшғүлдәр. Һәр береһендә үҫеш һиҙелә: ҡыйыуыраҡ булып киттеләр, үҙ-үҙҙәренә ышаныстары артты, бер нисәүһенең йырға һәләте асылды, — ти конкурстың режиссеры Айгөл Сиражетдинова.
Мөһим сараға әҙерлек барғас, ҡыҙҙарҙың балауыҙ һығып алған, тағы ла һомғолораҡ күренер өсөн ашауҙан баш тартып маташҡан, төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары ла булғылай. Шул саҡ режиссерға психологка ла, диетологка ла, хәстәрлекле апайға ла әүерелергә тура килә. “Төрлө диета тота башлағандарына бының насар эҙемтәләре – ашҡаҙан сирҙәре, биттең шешмәкләнеүе – тураһында һөйләйем. Күңелдәре төшөп йөрөгәндәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, сер бүлешеү ҙә етә”, – ти Айгөл Сиражетдинова.
Һылыуҡайҙарға иламаҫлыҡ та түгел шул: бер ай эсендә әллә нисә төрлө бейеүҙе отоп алырға, бәйет йырлап өйрәнергә, ысын актерҙар менән бергә сығыштар әҙерләргә, подиумдағы моделдәр кеүек нәфис атлау серҙәренә төшөнөргә, затлы тажға ымһынған башҡа дәғүәселәрең менән дуҫтарса мөнәсәбәт ҡорорға кәрәк. Шулай ҙа ҡыҙҙар һыр бирмәй.

Зилиә Әбелғатина, Миәкә районы:
– Конкурсҡа әҙерләнеү – бер генә була торған мәл. Уның һәр көнө мауыҡтырғыс. Таж тураһында уйламайым да. Бала саҡтан хыялланып йөрөгән сарала ҡатнашыуыма шатмын.
Айгөл Вәлиева, Мәсетле районы:
– Беҙ тәүге көндәрҙән үк дуҫлаштыҡ. Барыһының да бергә бүлмәмә инеп, тыуған көнөм менән ҡотлауҙарын гел ҡыуанып иҫкә аласаҡмын.
Гүзәл Һунаршина, Ырымбур өлкәһе:
– Конкурс көнө яҡынлашҡан һайын тулҡынланыу көсәйә. Әгәр бер-беребеҙгә ярҙам итмәһәк, тағы ла ҡыйыныраҡ булыр ине.
Әнүзә Ғиззәтуллина, Бөрйән районы:
– Бында шөғөлләнә башлағандан алып үҙемдә рухи үҫеш тоям: сыҙамлылығым артты, характерым нығынды, тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итергә өйрәндем.


Вернуться назад