Кисә Телеүҙәк янындағы майҙан тирәһендә йөрөгән кешеләр бер аҙ хәүефләнгәндер: майҙандан бик күпләп “ашығыс ярҙам” машиналары килеп сыҡты ла төрлө яҡтарға таралды. Юҡ, бының сәбәбе күңелһеҙ түгел, ә шатлыҡлы ине: республикабыҙҙың 30 районының үҙәк дауаханаһына өр-яңы реанимобилдәр йүнәлде.
“Пежо Боксер” фургонының һәр береһенә яңы реанимация ҡорамалы ҡуйылған. Тимәк, ауыр хәлдәге кешегә ярҙамды дауаханаға барып етмәҫ элек тә күрһәтеп буласаҡ. Ә иң мөһиме — улар республиканың иң төпкөл райондарына ла бүленгән. Һәр автомобилдең хаҡы — 2,8 миллион һум, бөтәһе 84 миллион һум аҡса тотонолған.
Яңы “ашығыс ярҙам” машиналарының асҡысын республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев тапшырҙы. Ул реанимобилдең эсенә инеп ҡарап сыҡты һәм ҡәнәғәт ҡалды.
2011 йылда республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау программаһы башланғыс алғайны. Ошо осорҙан алып Башҡортостан дауаханаларына 143 берәмек махсус техника оҙатылған. Эш бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә тағы 18 күсмә модуль һәм 53 махсуслашҡан “ашығыс ярҙам” автомобиле алыу планлаштырыла.