Демографияны ла онотмайыҡ02.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡала округтары һәм муниципаль райондар Советтары рәйестәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Бындай осрашыу тәүге тапҡыр ойошторолдо, әммә артабан улар йышыраҡ буласаҡ, тине республика башлығы.
— Былтыр һеҙҙең барығыҙ ҙа һайлау аша үтте, ул еңел булманы. Бөгөн был залға йыйылыусыларҙың бөтәһе лә — еңеүселәр, — тине Рөстәм Зәки улы. — Барығыҙҙың да идара итеү өлкәһендә бай тәжрибәгеҙ бар, урындағы хәлдәрҙе лә һеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ.
Барыһына ла билдәле, урындағы власть халыҡҡа иң яҡыны. Улар көн һайын иң мөһим проблемаларҙы хәл итеү менән шөғөлләнә. Был — торлаҡ, хеҙмәт хаҡы, эш урындары, һаулыҡ һаҡлау, ауылдар төҙөклөгө, юл төҙөү, хәүефһеҙлек һәм башҡа осо-ҡырыйы күренмәгән көндәлек мәшәҡәттәр.
Рөстәм Хәмитов былтыр республиканың социаль-иҡтисади йәһәттән нисек үҫеүе тураһында ентекләп һөйләне.
— Хөрт эшләмәнек беҙ 2012 йылда. Һәр йүнәлеш буйынса ла ыңғай үҙгәрештәр етерлек. Иҡтисади күрһәткестәр үҫә, ә иң мөһиме — халыҡтың хеҙмәт хаҡы артты. Быны уҡытыусылар һәм табиптар ҙа һиҙҙе. Торлаҡ төҙөү йәһәтенән дә уңыштар бар, — тине ул.
Президент ауыл хужалығына айырым туҡталды. Залда ултырыусыларҙың күбеһе ауыл ерендә эшләүен иҫәпкә алғанда, был бик тәбиғи тема булды.
— Беҙгә бер нәмәгә ҡарамай йыл һайын юғары уңыш алыуға өлгәшергә кәрәк. XXI быуатта йәшәйбеҙ, ә һауа шарттары көнлө булып ултырыуыбыҙ XIX быуаттағы кеүек! Ҡоролоҡ була ҡалһа, уңыш юғалтабыҙ, әйтерһең, 100 йыл буйы ауыл хужалығын индустриялаштырыу үҫеше беҙҙе урап үтеп киткән, — тине ул. — Икенсе яҡтан, дәүләт яғынан да тармаҡҡа ярҙам ҙур, дотациялар барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла бирелә тиерлек.
Рөстәм Зәки улы күтәргән тағы бер мөһим мәсьәлә демографияға ҡағылды. Былтыр республикала 58 997 бала тыуған. Был — 1991 йылдан алып иң яҡшы күрһәткес. Халыҡтың тәбиғи үҫеше — 6 мең кеше. Әлбиттә, был йәһәттән дә проблемалар бар, мәҫәлән, халыҡтың миграцияһы. Беҙҙән китмәһендәр өсөн республикала һәйбәт шарттар, эш урындары, юғары хеҙмәт хаҡтары булдырырға тигән бурыс ҡуйҙы Президент.