Милли матбуғат йәшәйәсәк һәм үҫәсәк02.03.2013
“Кызыл таң” гәзитенең 95 йыллығы айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов матбуғат баҫмаһының баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов менән осрашты.

Осрашыуҙа республиканың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, әхлаҡи-мәҙәни тормошо, шул иҫәптән милли матбуғат проблемалары хаҡында һүҙ барҙы. Президент билдәләүенсә, “йыл һайын киң мәғлүмәт сараларына ғына республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард һум аҡса бүленә, шуларҙың 300 миллион һумы тиерлек ваҡытлы матбуғатҡа йүнәлтелә. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Дәүләт гәзиттәре булмаһа, ябай кешенең мәнфәғәттәрен кем яҡлар, уның тормошо, проблемалары хаҡында кем яҙыр? Хосусилаштырылған үҙәк гәзиттәрҙе генә алайыҡ. Уларҙа ябай кеше, уның тормошо тураһында бер генә материал да юҡ. Бөтә мәҡәләләр ниндәй ҙә булһа шау-шыу тыуҙырыуға йәки яла яғыуға ҡайтып ҡала. Шуға күрә республика гәзиттәре мотлаҡ һаҡлап ҡалынасаҡ” (“Кызыл таң”, 2013 йыл, 1 март).
Башҡортостан Президенты “Кызыл таң” гәзите редакцияһы коллективына артабан да уңыштар, мәғлүмәт киңлегендә Башҡортостанды киңерәк яҡтыртыуҙы, үҫешкә өндәүсе мәҡәләләр сығарыуҙы теләне.


Вернуться назад