Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...02.03.2013
Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта халыҡтың түҙемлеген һынаусылар ҙа бар

Бөгөн Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа зарланмаған кеше юҡтыр. Хатта ил етәкселеге лә хәҙер был өлкәлә ҡатмарлыҡтарҙың үтә лә йыш тыуыуын, бихисап аҡса сарыф ителеп тә, һөҙөмтәләрҙең әллә ни ҡыуандырмауын инҡар итмәй. Халыҡтың да ышанысы юғалды: күптәрҙең фекеренсә, тармаҡ – кеҫә ҡалынайтыу өсөн үтә лә уңай урын. Әммә бөтәһе лә улай уҡ мөшкөл түгел икән.
Баш ҡалабыҙҙа был йәһәттән башҡаларға өлгө булырлыҡ миҫалдар ҙа бар. Шулар рәтенә һис шикһеҙ "Дим" торлаҡ хужалары ширҡәтен дә индерергә була. КүпҺәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш... ҡатлы дүрт йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма эшмәкәрлеген ҡануниәттән ситләшмәй, фатир хужаларының мәнфәғәтендә алып барырға тырыша. Рәйесе Илдус Сибәғәтулла улы ҠОЛҺАРИН менән әңгәмәбеҙ ҙә — торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бөгөнгөһө тураһында.

– Илдус Сибәғәтулла улы, һүҙҙе иң тәүҙә һеҙ етәкселек иткән ойошманан башлайыҡ: "Дим" шәхси ширҡәте ҡасан барлыҡҡа килде, ниндәй маҡсаттан ойошторолдо?
Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...– Ширҡәт 2002 йылда ойошторолған, мин иһә уға 2003 йылдан етәкселек итәм. Быға ҡәҙәр кооператив рәүешендә эш алып барылған, һуңынан торлаҡ хужалары ширҡәте итеп үҙгәртелгән.
Бөгөн беҙ йорттарҙы техник йәһәттән хеҙмәтләндереү, таҙа тотоу өсөн яуаплы, торлаҡ майҙаны 25 мең квадрат метрҙан ашҡан күп ҡатлы дүрт йортто, йәғни 472 фатирҙы хеҙмәтләндерәбеҙ.
Бөтөн йорттарға ла һыу, йылы иҫәпләү приборҙары, энергияны аҙ тотоноусы светодиодлы лампочкалар, утты үҙенән-үҙе тоҡандырыусы датчиктар ҡуйылған. Ғөмүмән, һәр йорт заманса йыһазландырыла, сөнки бөтәһе лә иҫке проект буйынса төҙөлгән, бөгөнгө талапҡа тура килмәй.
– Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр байтаҡ. Хеҙмәттәр өсөн ай һайын аҡса түләп тә, уның ниндәй маҡсатта тотонолғанын Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...белмәй халыҡ...
– Ҡайҙа нисек инде... Мәҫәлән, беҙ башҡарған эш бөтөнөһөнә лә асыҡ. Халыҡ алдында йыл дауамында яуап тотабыҙ: йәғни эшкә йомғаҡ яһала һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнә. Фатир хужалары үҙҙәре үк бөтөн эштең үҙ мәлендә башҡарылыуында мохтаж бит. Шулай уҡ аҡса нисек, ҡайҙа тотонола – былар ҙа беҙҙә үтәнән-үтә күренеп тора. Түләүҙәрҙең бөтәһе лә берҙәм иҫәпләү кассаһы үҙәге (ЕРКЦ) аша үтә.
Торлаҡ хужалары менән дә бәйләнеш өҙөлмәй: дөйөм йыйылыштарҙа бөтәһе лә тиерлек ҡатнаша. Уларҙың вәкилдәре – идара ағзалары билдәләнә. Һуңынан Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...рәйесте һайлайбыҙ. Беҙҙең менән туранан-тура тап улар эш итә.
– Торлаҡ коммуналь хужалыҡ – ҡатмарлы өлкә, тигән фекер менән килешәһегеҙме? Дөрөҫ идара иткәндә, бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ ҙа эшләргә булалыр?
– Бөгөн бөтөнөһө ҡануниәткә бәйле. Закон сығарылған икән, ул һис шикһеҙ эшләргә тейеш. Уларҙың тейешле кимәлдә уйланып етмәгән булыуы йә үтәлмәүе өҫтәмә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ла инде. Бөтөн эш законға ярашлы булырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә еңелерәк, бер төптән эшләгәс, эшмәкәрлегебеҙҙе һәр кем аңлап ҡабул итә. Мәҫәлән, торлаҡ хужалары араһында ла төшөнмәгәндәрен һорашыр өсөн инеүселәр байтаҡ. Бухгалтер, экономист, мастер һәр кемде борсоған һорауға төплө яуап ҡайтара. Тейешенсә аңлатҡанда, күп кенә аңлашылмаған йә борсоған һорауҙарға яуап табырға була, шул саҡта артыҡ ҡатмарлыҡ та тыумаясаҡ.
Әлбиттә, бөтөнләй проблемаһыҙ эшләйбеҙ тип әйтмәҫ инем – коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артҡандан-арта. Халыҡ та аптырай, сәбәбен һораша. Әммә бының беҙҙең ғәйеп түгеллеген төшөндөрөргә тырышабыҙ. Хеҙмәтләндереү статьяһы буйынса түләүҙәрҙе генә үҙебеҙ билдәләйбеҙ бит. Мәҫәлән, үткән йыйылышта уны 10 процентҡа күтәрҙек, шул уҡ мәлдә сәбәптәрен дә ентекләп халыҡҡа аңлаттыҡ. Шуға ла күпселек тауыш менән риза булдылар.
Шуға күрә ширҡәт ағзаларына төрлө ташламалар ҙа ҡаралған. Эш хаҡы түбән булғандар халыҡты хеҙмәт һәм социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итеп, субсидия юллай ала. Әлеге мәлдә беҙҙә 96 кеше дәүләттән ошондай социаль ярҙам юллаған.
– Ә түләүҙәр ниндәй сәбәптән арта һуң?
Һәр тин сифат булып ҡайтырға тейеш...– Иң тәүҙә шуны билдәләп үтәйем: коммуналь һәм хеҙмәтләндереү статьялары бөгөн айырым. Коммуналь хеҙмәттәргә һыу, йылылыҡ, электр энергияһы, газ инә, улар менән торлаҡ хужаларын айырым ойошмалар тәьмин итә. Үҙ иҫәптәренән сығып тап шулар хаҡты күтәрә лә инде. Халыҡ газ, һыу кеүек тәбиғи байлыҡтар менән һатыу иткән ойошманы "ашата", әммә туранан-тура хеҙмәтләндергән, йорт алдында эшләп йөрөгәндәргә аҡса түләй алмай. Хәҙер һәр йортҡа, һәр фатирға иҫәп приборҙарын ҡуйҙылар-ҡуйыуын. Әммә аҡсаңды кеҫәңдә ҡалдырырға тырышыуҙан фәтүә юҡ, сөнки йыл һайын тиерлек йылыға ла, газға ла, һыуға ла хаҡ артҡандан-арта.
– Мәҫәлән, яңыраҡ квитанцияларҙа "дөйөм йорт ихтыяждары" тип аталған графа барлыҡҡа килде...
– Ысынлап та, энергияны һаҡлау тураһында закон сыҡҡас, квитанцияларҙа "Дөйөм йорт ихтыяждары" тигән графа индерелде. Йәшерен-батырыны юҡ, Хөкүмәттең 354-се ҡарары халыҡты ауыр хәлгә ҡуйҙы. Был – монополистар мәнфәғәтендә башҡарылған аҙым. Уларға аҙ ғына ваҡыт эсендә халыҡ елкәһендә байлыҡ туплау өсөн мөмкинлек булдырылды. Тиҙҙән был ҡарар ҡабаттан ҡараласаҡ, сөнки халыҡтың ризаһыҙлығы хаттин ашҡан. Әммә ошондай ҡарарҙарҙы ҡабул итер алдынан халыҡтың фекерен ишетеү, кәңәшләшеү отошлораҡ булыр ине. Минеңсә, асыҡтан-асыҡ диалог булырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, әлегә был өлкәлә халыҡ менән етәкселек араһында асыҡ диалог етешмәй.
Шуныһы ҡыҙыҡ: тәүҙәрәк, "дөйөм йорт ихтыяждары" графаһы килеп сыҡмаҫ элек, уғрылыҡта беҙҙе ғәйепләнеләр, йәнәһе лә, халыҡты талайбыҙ. Хәҙер иһә, улар фекеренсә, баҡтиһәң, йорт хужалары үҙҙәре урлаша икән, иҫәпләү приборына магнит һәм башҡаһын ҡуя. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөгөн монополистар йыш ҡына халыҡты һәм идара итеү компанияларын бер-береһенә ҡаршы этәрә. Ләкин бының өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп булырға тейеш, әммә беҙҙә һыу ҙа, йылы ла әләф-тәләф ителмәй, йорт подвалдарында хатта ялан аяҡ йөрөргә була. Юғарыла әйтеп үтеүемсә, бөгөн бөтөн фатирҙарҙа ла тиерлек йылылыҡ һәм һыу иҫәпләү приборҙары ҡуйылған. Шуға күрә "дөйөм йорт ихтыяждары" графаһы буйынса үҙемдең фекеремде белдергем килә: һәр фатирға иҫәпләү приборҙары ҡуйылған икән, дөйөм йорттоҡона бөтөнләй ихтыяж юҡ. Бөтәбеҙ ҙә белә: һәр прибор нисәлер процентҡа хаталана ала, яңылышыуҙың хатта биш процентҡа ҡәҙәр етеүе ихтимал. Ә башҡалар бурыстарын норматив буйынса түләп килә. Шулай булғас, дөйөм йорттоң иҫәпләү приборы кемгә хәжәт? Һис шикһеҙ, берәй мәл был мәсьәлә хәл ителәсәк, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр беҙҙең халыҡтың үтә лә түҙемле булыуынан файҙаланып ҡалырға тырыша – шуныһы үкенесле...
– Торлаҡ хужалығы эштәрендә ҡатмарлыҡтар йыш тыуамы? Төп сәбәбе нимәлә?
– Һәр эште эҙмә-эҙлекле алып барырға кәрәк, шул ваҡытта ғына бөтөн проблемаларҙы ла үҙ мәлендә хәл итеп була. Кадрҙар мәсьәләһе бигерәк көнүҙәк. Бөгөн ойошмала 16 кеше мәшғүл. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең күпселеге, нигеҙҙә, ауыл халҡы. Шул уҡ ваҡытта ширҡәттең нигеҙенә әйләнгән, һәр ваҡыт үҙ эшен еренә еткереп, теүәл башҡарыусы хеҙмәткәрҙәребеҙ бар. Мәҫәлән, баш бухгалтерыбыҙ Нәжибә Ғәлимулла ҡыҙы Латипова, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе Әлфир Мәзит улы Ғүмәров ширҡәт ойошторолғандан алып эшләй. Шулай уҡ слесарь-сантехник Айбулат Шакиров та үҙен өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытып өлгөрҙө. Ә бына мастер һәм сантехниктар йыш ҡына алышына. Сәбәптәре төрлө – ҡайһы берәүҙәрҙең эшкә барымы юҡ, шул уҡ мәлдә хеҙмәт хаҡы ла бәләкәй – айына уртаса 10 – 12 мең һум ғына. Әммә юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙырға кәрәк. Арабыҙҙа шундайҙар бар бит – уларға күпме түләһәң дә етмәйәсәк. Ә эш хаҡын арттырһаң, хеҙмәтләндереү статьяһы буйынса түләүҙәрҙе лә өҫтәргә кәрәк буласаҡ. Быға ниндәй фатир хужаһы риза булһын?
– Рәсәйҙә был өлкәлә сит илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп эш итеүсе ширҡәттәр ҙә юҡ түгел. Һеҙҙең ошондай теләк булманымы?
– Германиянан Нина Крюгер тигән белгес менән яҙышып торҙоҡ. Ул Рязань өлкәһенән Германияға күсенеп килеп, шунда идара итеү компанияһын ойошторған. Әле Италиялағы идара итеү компанияһы етәксеһе Чезари Отталини менән аралашабыҙ, Интернет аша үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашабыҙ.
Баҡтиһәң, унда саҡ ҡына хаҡ күтәрелһә, халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыға икән. Ә беҙҙә иһә өҫтөбөҙҙән ялыу яҙа башлайҙар. Хаҡтарҙы идара итеү компаниялары күтәрмәй, улар монополистар күрһәтмәһенән өҫтәлә бит. Ошоно төшөнөргә кәрәк. Сит илдә иһә хеҙмәтләндереү үтә лә юғары кимәлдә, шул уҡ мәлдә хаҡтары ла бик ҡиммәт. Беҙҙә коммуналь хеҙмәттәргә халыҡтың эш хаҡының яҡынса 20 проценты сарыф ителһә, уларҙа иһә был күрһәткес 60 процентҡа барып етә. Мәҫәлән, һыуға хаҡ беҙҙән 10–20 тапҡырға (!) ҡиммәтерәк. Әммә ғәҙеллек өсөн билдәләргә кәрәк: Европала йәшәү кимәле лә, эш хаҡы ла күпкә юғары. Шуға күрә был йәһәттән улар менән беҙҙе сағыштырыу урынһыҙ. Сит илдәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ быуаттар дауамында үҫешкән булһа, Рәсәйҙә иһә ни бары ике тиҫтә йыл ғына үтте. Хосусилаштырыу башланғас ҡына халыҡ торлағын үҙ ҡулына алды. Алыуын-алды ла, тик уны һаман ни эшләтергә белмәгәндәр ҙә юҡ түгел. Хатта муниципалитетҡа кире ҡайтарыусылар ҙа бар, баҡһаң. Ни тиһәң дә, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр ҡиммәт, тарифтар йылдан-йыл күтәрелә. Әммә ошондай ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, бөгөн Рәсәйҙә торлаҡ хужалары ширҡәтен күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүҙең иң уңайлы ысулылыр тип уйлайым. Өҫтөнлөгө – һәр кем һәр тиненең нисек сарыф ителгәнен күҙҙә тота ала. Шулай уҡ, Торлаҡ кодексына ярашлы, коммуналь хеҙмәтләндереүсене лә үҙ ирке менән һайлай. Был, әлбиттә, сифатҡа ла туранан-тура йоғонто яһай. Ни тиһәң дә, торлаҡ – бөгөн халыҡтың берҙән-бер байлығы.
– Торлаҡ хужалары ширҡәттәре эшмәкәрлеген табышлы тиергә буламы?
– Эшеңде еренә еткереп башҡарһаң ғыналыр. Табыш алыу өсөн уның сифаты юғары кимәлдә булыуы шарт. Хеҙмәттәр халыҡты ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Фатирға бер эште башҡарыр өсөн ике тапҡыр кермәгәндә, бер эште ике тапҡыр эшләмәгәндә һәм торлаҡ хужалығына сарыф ителгән һәр тин сифат булып халыҡҡа кире ҡайтҡанда ғына.
Беҙ әле бөтөн мөмкинлектәрҙе ҡулланып бөтмәйбеҙҙер, тигән фекерҙәмен. Мәҫәлән, подвалдарҙы ҡуртымға биреп, шуның иҫәбенә түләүҙәрҙе лә кәметергә була бит. Яңыраҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының пилот проекты буйынса беҙҙең йорт биләмәләрендә заманса контейнерҙар ҡуйылды: улар пластик шешәләрҙе, ҡатырға-ҡағыҙҙы, терегөмөшлө лампочкаларҙы һәм батарейкаларҙы айырым йыйыр өсөн ҡулайлаштырылған. Быны халыҡ ыңғай ҡабул итте һәм сүп-сарҙы үҙҙәре үк контейнерҙарға айырым йыя. Тәүге һөҙөмтәләр бар – 200 килограмдан да артыҡ картон һәм ҡағыҙ йыйып тапшырылды.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, халыҡ бөгөн йыш ҡына үҙ мөлкәтенә дөрөҫ идара итмәй. Йәғни, хужаларса ҡарамай. Шулай уҡ закондарҙы белеп бөтмәүҙәрен, хатта ҡайһы саҡ белергә теләмәүен дә билдәләр инем. Шулай уҡ һүлпәнлек тә йыш ҡына аяҡ сала. Ә беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа эшмәкәрлегебеҙҙе ҡануниәткә ярашлы алып барырға тырышабыҙ. Әммә, һис шикһеҙ, эшебеҙгә халыҡ үҙе баһа бирергә тейеш.


Вернуться назад