Йылмайып-көлөп кенә02.03.2013
– Иптәш командир, минең койка янында ятҡан һалдат һәр төн һайын: “Гүзәлем, минеке генә бул!” – тип йырлай.
– Һин Гүзәлме әллә?
– Ю-юҡ!
– Шулай булғас, ниңә ҡурҡаһың?

* * *
Бер ир автозапчастар магазинына инә лә:
– Һеҙҙә тормоз шыйыҡсаһы бармы? – тип һорай
– Юҡ.
– Ә тосол?
– Уныһы ла юҡ.
– Ә тәҙрә таҙартҡыс шыйыҡса?
– Бөттө.
– Төшөнөп етмәнем, һеҙҙә аҙ алкоголле эсемләктәр бөтөнләй юҡмы?

* * *
Кескәй ҡыҙыҡай әсәһе менән урамдан китеп бара. Шул саҡ ҡаршыларына бер бульдог килә.
– Әсәй, ҡара әле, ҡара, бынау эт Альфред ағайға оҡшаған.
– Сеү балам, ҡысҡырма!
– Әсәй, әллә эт ишетте, тип уйлайһыңмы?

* * *
Табип ауырыуға:
– Бына һеҙгә алты көнгә йоҡо дарыуы.
– Мин бит улай оҙаҡ йоҡларға теләмәйем.

* * *
Табип пациенттан һорай:
– Ни өсөн Һеҙ мин биргән дарыуҙарҙы эсмәйһегеҙ?
– Улар бигерәк тәмһеҙ.
– Һеҙ дарыуҙы эсегеҙ ҙә коньяк тип уйлағыҙ.
– Ул саҡта миңә коньяк эсергә лә дарыу икән тип уйларға мөмкинме?


Вернуться назад