“Чапаева”02.03.2013
Ғәжәп кеше ул Бибиниса: донъя тирәһе йыйыштырылмай ятамы, көтөүҙән ҡайтҡан һыйыры һауылмай донъя ярып аҡырып йөрөймө, сусҡалары бөтә донъяһын һоғонорҙай булып ажғырамы, ыжлап та бирмәй.

Берәй йомош менән юлға сыҡһа, ҡайҙа китеп барғанын да онотоп, юлында тап булған кешене туҡтатып, ҡабаланамы-юҡмы, унда Бибинисаның эше юҡ, ҡабартып-бүрттереп үҙенең хәбәрҙәрен теҙә башлай. Теле телгә йоҡмай инде. Әштер-өштөр генә өҫтәл әҙерләп, йылына биш үк булмаһа ла, ике-өс тапҡыр тыуған көнөн үткәреүен дә ҡайҙа етте шунда уны дан итеп һөйләй. Кисә генә магазинда һатып алған яулығын, ҡыҙым бүләк итте, тип шаштырыу ҙа уның өсөн бер ни тормай. Уның был ғәҙәтен, балаларының рәт-сираты булмауын яҡшы белһәләр ҙә, берәү ҙә бер ни өндәшмәй. Ә телсәр ҡатын, ниндәй йомош менән китеп барыуын да онотоп, уның һайын һайрай.
Бөгөн дә ул арғы урамдағы Зифаны тап итеүе булды, тәтелдәй ҙә башланы.
– Туғанҡайым, магазинға китеп барыуым. 70 йәшем тула бит, киләһе шәмбе тыуған көнөңә ҡайтабыҙ тип шылтыратты балалар, – тип һүҙ башланы. – Хәтифәм, әсәй, толланып бер нәмә лә алма, йөк машинаһында ҡайтабыҙ, бөтәһен дә үҙем алам, ти ҙә ул, нисек итеп уларҙан көтөп ятмаҡ кәрәк?!
Инде иллегә етеп тә һаман өс тин аҡыл кермәгән Ғүмәрен һыу тейҙермәй маҡтаны.
– Тыуған көнөңә тиклем өйҙөң тышын көпләйбеҙ, гөлт итеп торһон әле, ти улым. Әле ҡалаға таҡтаға китте.
Ун ете йәштән үзбәккә кейәүгә сығып, хәҙер ике тиҫтә йылдан ашыу ҡош телендәй хәбәре булмаған Ғәлиәһен дә онотманы.
– Уй, минең Ғәлиәм, харап бай йәшәй ул. Уларҙыҡы кеүек хан һарайындай йорт был тирәлә юҡтыр. Кисә генә унан да хат килде бына. – Бибиниса тағы әллә күпме маҡтаныр ине, тик Зифаның ваҡыты самалы шул.
Бер түгел ике шәмбе үтте. Күптән буяу төҫө күрмәгән йорт та һаман шул килеш ултыра бирҙе. Ҡыйығындағы һурылып сыҡҡан ҡалай, нимәлер һөйләргә теләгәндәй, ел сыҡҡан һайын шап-шоп тауыш сығарып, тирә-яҡтағы тыныслыҡты боҙҙо.
Күпмелер ваҡыттан Бибиниса район үҙәгенә юлланды. Ниәте: гәзиткә балалары исеменән үҙенә ҡотлау биреү, почта йәшнигенә бер нисә открытка төшөрөү ине. Әммә, ҡәһәрең, күҙлеге онотолоп ҡалған шул. Ярай әле шул мәл ауылдашы Шәриф осраны ла Бибиниса күп уйлап тормай унан открыткаға ҡотлау һүҙҙәрен яҙып биреүен һораны.
– Туғанҡайым, быны бер кемгә лә һөйләп йөрөмәҫһең инде, – тип ирҙең усына бер яртылыҡ аҡса һалды.
Шәрифтең мут йылмайып, открытканың «кому»тигән урынына «Чапаева Бибинисаға» тип яҙыуы ҡатындың башына ла инеп сыҡманы.
Шәрифме ни инде сер һаҡлар кеше, тиккә генә ауылда үҙен иләк ауыҙ тип йөрөтәләрме ни?! Ҡыҙмаса булып алған ир осраған берәүгә иң тәүҙә үҙенең мутлығы тураһында һөйләй башлай.
Юҡтан ғына бер-береһенән көлөргә әҙер ауыл халҡына нимә инде, улар Бибинисаға “Чапаева” ҡушаматын йәбештереп тә ҡуйҙы.


Вернуться назад