Күңелендә моң ғына02.03.2013
Күңелендә моң ғынаСәхнәнән моң ағыла. Баян моңо. Уға ҡушылып йырсылар йыр һуҙа. Бейеүселәр елкенеп бейей. Моң, күңел ҡылдарына сиртеп, хис-тойғоно сайпылдыра. Моңһоҙҙо ла моңландыра, уйландыра. Йөрәккә үтеп үҙәкте өҙә. Ошо моңдо тыуҙырған кеше тылсым эйәһелер кеүек. Ана бит, баянсының бармаҡтары баян телдәренә ҡағылған һайын, сихри моң тыуа. Тамашасы күңелен елкендереп, ғәжәйеп моң даръяһында йөҙҙөрөүсе баянсы егет — Наил Вәлиев ул.

...Йөҙимән ауылында 11 балалы ишле ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә Наил. Күңеле бәләкәйҙән моңға тартыла. Гармунда уйнап ҡарау теләге ҙур ине. Әммә ул хыял ғына булып ҡалыр ине, бәлки, ярай әле бәхетле осраҡ килеп сыҡты. Наил уҡырға ла төшмәгәйне әле. Атаһы Рафаил колхоз идараһы аттарын ҡарай ине ул саҡта. Ул тәрбиәләгән аттарҙың береһе менән Наилдең ағаһы Фаил район һабантуйында ярышта ҡатнашып беренсе килә. Уға гармун бүләк итәләр. Барыһынан да бигерәк Наил шатлана был бүләккә. Әлбиттә, ағалары ла уйнарға тырыша гармунда. Әммә Наил айырыуса ныҡыш була. Көнө буйы айырылмай, мәктәптән ҡайта ла йәбешә. Еңел бирелмәй өйрәнеүе. Ул әле ағалары кеүек ғәйрәтле түгел. Уға көсө лә етмәй.
Гармунды иҙәнгә ултыртып, эргәһенә тубыҡланып, телдәренә баҫҡылай. Тырышҡан — мораҙына ирешкән, тиҙәр бит. Әкренләп көй сығара башлай малай. Быға Наилдең үҙенән дә бигерәк әсәһе Хәмдиә шатланғандыр, моғайын, сөнки эштән ҡайтҡан һайын иҙәндәге гармун артында башы саҡ ҡына күренеп көй сығарып маташҡан улына ҡушылып йырлап йә бейеп ебәргән була. Ә Наил, шатланып, тағы ла дәртләнеберәк уйнай. Ошолай көндән-көн оҫтара бара ул. Уҡырға төшкәс, мәктәптә уҙған төрлө саралар, концерттар уның гармун моңонан башҡа уҙмай. Ауыл клубына ла саҡыралар. Район кимәлендә уҙған конкурстарҙа ла ҡатнаша башлай.
1985 йыл. Наил IV класта уҡып йөрөй. Ошо йылда Фәтих Ихсанов тарафынан ойошторолған республика тальян гармун байрамы үтә. Унда районыбыҙҙың 150-ләп гармунсыһы менән бергә Наилгә лә ҡатнашыу бәхете тейә.
— Әҙерләнергә бер аҙна ғына ваҡыт бирҙеләр, — ти Наил, — ошо арала тальянда уйнарға өйрәндем.
Фәтих Ихсанов, Наилде сәхнәгә сығарып:
— Был беҙҙең иң йәш ҡатнашыусыбыҙ, — тип таныштыра. Арҡаһынан һөйөп ала.
Бындай оло сәхнәгә тәүге сығыуы булһа ла, ҡаушап ҡалмай Наил. Алдан әҙерләп барған көйҙө уйнап, уңышлы сығыш яһай. Лауреат була. Күп йылдар уҙғас, йәғни 2011 йылда, хеҙмәттәштәре Рәмил Ғимрани, Хызыр Нәзиров менән Яңауыл ҡалаһында уҙған Фәтих Ихсанов исемендәге "Моңға бай гармун байрамы" конкурсында йәнә ҡатнашырға тура килде уға. Наил Рафаил улы 2003 йылда район мәҙәниәт һарайына баянсы булып эшкә килде.
— Баянсы Флүр Ғәйнуллин менән бергә эшләү бәхете тейҙе, — ти Наил, — уға рәхмәтлемен, эшкә урынлашҡанда ярҙам итте. Ул ваҡыттағы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлнур Барый ҡыҙы Сәфәрғолова ла минең кандидатураға ҡаршы килмәне.
Бөгөн Наилде хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Етәкселек тә уның тураһында ыңғай фекерҙә. Ул үҙе лә коллективынан тыш тормошто күҙ алдына килтерә алмай. Бергәләп төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Былтыр, мәҫәлән, хеҙмәттәше — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимрани менән Мәләүез ҡалаһында Фаил Абдраҡов иҫтәлегенә арнап уҙғарылған бәйгелә, йыл аҙағында Хызыр Нәзиров менән Өфөлә "Дарман" телетапшырыуында ҡатнашты. Ә иң иҫтәлеклеһе — коллектив менән Төркиәнең Анкара ҡалаһында уҙған төрки телле халыҡтарҙың VIII Халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһауҙары булды. Унда улар фольклорҙа башҡорт бейеүен, йырын, йолаларын күрһәтте. Наил Вәлиевтең баян моңдарын Төркиә тамашасылары ла әҫәрләнеп, һоҡланып тыңланы.
...2002 йылда Юлыҡ ауылы ҡыҙы Гөлзиә Миңлебай ҡыҙы менән ғаилә ҡороп ебәргәйне Наил. Бөгөн уларҙың Марс һәм Динар исемле ике улдары үҫә. Динар үҫкәс, атаһы кеүек гармунсы булыр, моғайын. Ағаһы мәктәптән ҡайтҡас, уның сумкаһын аҫа ла гармун итеп уйнап йөрөй. Быны күреп өләсәһе:
— Динар улыма гармун алып бирәм инде, уйнарға өйрәнһен, — ти.
Әле балалар баҡсаһына ғына йөрөһә лә, өйрәнмәҫ тимә. Атаһының улы әле ул! Ә Наилдең баян моңдары йөрәктәрҙе иләҫләндереп, күңелдәрҙе хисләндереп, сихри моң иленә әйҙәһен әйҙә беҙҙе.


Вернуться назад