Һәр ғүмер ҡәҙерле01.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика балалар клиник дауаханаһының яңы сафҡа ингән диагностика үҙәгендә булды. Йыл ярымда төҙөлгән, майҙаны 7,5 мең квадрат метр тәшкил иткән үҙәк заман талаптарына яуап бирә, сменаһына 1200 пациентты ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.

Дауаханала йыл һайын республиканың төрлө төбәктәренән килгән 20 меңдән ашыу бала стационар дауаланыу үтә, алты меңдән ашыу операция яһала, 1500-ҙән ашыу бәләкәй пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә, поликлиникала 25 меңдән ашыу кеше белгестәр консультацияһын ала.
Дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшин әйтеүенсә, яңы үҙәк ҙур мөмкинлектәр аса.
Республика етәксеһе табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән аралашты.
– Беҙ һәр ғүмер өсөн көрәшергә бурыслы. Балалар үҙен яҡлаулы итеп тойорға тейеш, – тине Рөстәм Зәки улы диагностика үҙәге менән танышыу барышында.
Ошонда уҡ Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ҡатнашлығында тармаҡты яңыртыу һәм “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.


Вернуться назад