Яратҡан эш — ярты бәхет...16.12.2011
Яратҡан эш — ярты бәхет...Гәзиттәрҙе асып ҡараһаң, эшкә саҡырыусы белдереүҙәр йыш күҙгә салына. Урамдағы һәр бағана, һәр подъезд “юғары эш хаҡы” һәм “уңайлы шарттар” вәғәҙә иткән, хеҙмәттәшлеккә саҡырған иғландар менән сыбарланған. Әммә арабыҙҙа эшһеҙҙәр етерлек. Ярай әле, ҡалала бик тырышҡанда, ныҡышмалылыҡ күрһәткәндә, күңелеңә оҡшаған хеҙмәткә урынлашҡансы “әүрәп” торорлоҡ эш табырға була. Ауыл ерендә иһә халыҡтың яртыһы тиерлек ошо мәсьәлә менән көн дә осраша, аҡса табыуҙың төрлө юлдарын эҙләп аҙаплана.
Һуңғы арала йәш белгестәрҙең дә үҙ һөнәре буйынса урынлаша алмауы, йә дипломды һандыҡ төбөнәрәк һалып ҡуйып, башҡа төрлө эштәргә тотоноуы ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. Нисә йыл буйы атай-әсәйеңдең аҡсаһын туҙҙырып, түҙемлек һәм сабырлығыңды һынап уҡы-уҡы ла дипломыңдың изгелеген күрә алма әле. Хаҡлыҡ юҡ, әлбиттә...
Үҙем дә уҡыуҙы быйыл ғына тамамланым. Дипломымды, грамотаны, уңыштарымды дәлилләүсе бүтән ҡағыҙҙарҙы йөкмәп, иртәнән кискә ҡәҙәр күп кенә ойошмаларҙың тупһаһын тапарға тура килде. Тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп, хыялдарҙан төңөлөр сиккә еткән саҡтар ҙа булманы түгел, булды. Әммә бергә институт тамамлаған әхирәттәрем менән бер-беребеҙҙе дәртләндереп, һәр ваҡыт ҡеүәтләп торҙоҡ.
Уҡыуҙы тамамлап, ҡулға диплом алғас, ниһайәт, сессия һәм оҙайлы дәрестәрҙән ҡотолдоҡ тип ҡыуанғайныҡ, әммә иң оло һынау алда булған икән. Быны үҙ миҫалыбыҙҙа татыныҡ. Ярай әле, хәҙер күптәребеҙ һөнәре буйынса эш тапты, башкөллө үҙ донъяһына сумды. Әммә арабыҙҙа ваҡытлыса, бөтөнләй башҡа юҫыҡта эшләп йөрөүселәр ҙә етерлек. Тормоштарында ниндәй үҙгәрештәр булыуы менән ҡыҙыҡһынып, үҙҙәренә мөрәжәғәт иттем. Эштәренән ризалармы? Дипломға “бағышлаған” биш йыл ғүмерҙәре йәл түгелме? Мөмкинлек булғанда, эш урынын алыштырырға уйҙары бармы?
Умырзая: “Алған һөнәрем буйынса эш юҡ, тигәндәре менән килешеп етмәйем. Ныҡыш булһаң, эҙләһәң, табырға була. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Мәктәптә эшләгән таныш ҡыҙҙар ҙа саҡырҙы, биргән резюме буйынса ла шылтыраттылар. Әммә эш эҙләп мәктәп тупһаларын тапағанда, мине ҡабул иткән директор, завуч һәм уҡытыусыларҙың башҡорт теленә, йәш кешегә булған мөнәсәбәтен күреп, хәтерем ҡалды. Шуға әллә ни күңелем дә тартманы. Ваҡытлыса ғына тип, һөнәремә бөтөнләй бәйләнеше булмаған урынға документтарымды бирҙем дә эшкә урынлаштым. Шундай фекергә килдем: бәләкәй эш хаҡы өсөн үҙ-үҙеңде бөтөргәнсе, әлеге урынымда сәғәттәремде тултырып ҡайтам да байтаҡ ваҡытымды үҙемә ҡалдырам, унан бигерәк, тынысмын. Дипломымды нисек һалып ҡуйғанмын, шул килеш ята. Барыһын да барлап, ошондай һығымтаға киләм: биш йыл уҡыуымдың бер кәрәге лә булманы. Ә йәл...”
Әлиә: “Үҙ һөнәрем буйынса эшләмәүем, әлбиттә, үкенесле. Барыһы ла бер юлы булмай, түҙергә һәм артабан да тырышырға, бирешмәҫкә кәрәк тип уйлайым. Үҙ һөнәрең буйынса эшләмәһәң, өҫтәүенә теләгең дә ташып тормаһа, диплом кәрәкмәгән булып сыға... Шуға уҡырға инер алдынан бик етди һәм ныҡлап уйларға кәрәк. Киләсәктә ни булырын бер кем белмәй, тормош ниндәй һынауҙар ҡуйыр бит әле, әммә уҡыуҙы тамамлаусылар шуларҙың барыһын да йырып сыға алырлыҡ, оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда юғалып ҡалмаҫлыҡ рухи көскә эйә булырға тейеш. Студенттарға һәм йәш белгестәргә шуны әйтер инем: эш табыуы ауыр, әммә, “тырышҡан — моратына ирешкән” тигәндәй, теләгеңдең көслө булыуы шарт”.
Гөлсинә: “Хәҙерге тормошта үҙ һөнәрең буйынса эш табыуы, ай-һай, ауырҙыр. Ҡайҙа барма, үҙ туғандарын, яҡындарын “апай-ағайҙары” тартып тора, ундайҙар яҡшы ла, төшөмлө урын таба. Үҙемә килгәндә, бер аҙ тәжрибә тупларлыҡ эш таптым. Йылға ла инештән башлана бит, шуның кеүек үҙем дә яйлап үрләрмен тип ышанам. Әммә ҡайһы ваҡыт күңелде икеләнеү тойғоһо кимерә башлай: биш йыл уҡыуым бушҡа китмәһә ярар ине, тип борсолам. Ҙур сабырлыҡ, тырышлыҡ талап иткән дипломым баһаланмаһа, үкенесле буласаҡ, әлбиттә...
Тағы ла шуныһы үҙәккә үтте: ҡайҙа мөрәжәғәт итһәң дә, стажың бармы, тип һорайҙар. Яңы институт бөтөрөп, ҡулға саҡ диплом алғанбыҙ, ҡайҙа тупларға һуң ул тәжрибәне?”
Зөһрә: “Мәктәпте тамамлаған ваҡытта киләсәгемде яҡшы күҙ алдына килтерә инем. Шуға һөнәр һайлағанда баҙап ҡалманым — юғары балл йыйып, уҡырға индем. Студент йылдарында ла бер мәшәҡәтһеҙ уҡыным: барыһы ла еңел бирелде, мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәнем, байтаҡ уңыштарға өлгәштем. Ҡулға диплом алғас, баш ҡаланы иңләп сыҡтым, йыш ҡына күңелемде төшөрҙөләр, илап ҡайтҡан саҡтарым да булғыланы. Ниһайәт, үҙ һөнәрем буйынса эшкә урынлаштым.
Тиңдәштәремә ҡарайым да, дөрөҫ ҡарарға килдемме икән, тип уйлана башлайым. Сөнки ҡайһы бер таныштарым үҙ һөнәре буйынса эшләмәй, әммә мул аҡса ала. Элегерәк минең өсөн иң мөһиме күңелгә ятышлы эш булһа, хәҙер ҙур ҡалала саҡ осон-осҡа ялғап йәшәү йәнгә тейә. Туғандарға ла ярҙам итә алмайым.
Стаж бара, яҡындарымдың һоҡланыуы күңелде күтәрә... Әммә киләсәктә барыһын да ҡабаттан ныҡлап уйлап, ете ҡат үлсәп, ниндәйҙер бер ҡарарға килергә уйым бар, сөнки әлегә яңғыҙмын, эш хаҡымды үҙемә генә сарыф итәм. Ә ғаиләле булһам?”
Барыбыҙ ҙа киләсәккә оло хыялдар, ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Бигерәк тә ҡулына яңы диплом алған йәштәрҙең тәүге аҙымдарын яҡшы тәьҫораттарҙан, изге хәтирәләрҙән башлағыһы килә. Әммә тормошта киреһенә юлығыла. Бәлки, беҙҙе яңы һынауҙар һағалауын уйлап еткермәйбеҙҙер? Мәктәпте тамамлаған ваҡытта уҡ киләсәгеңде, үҙ мөмкинлектәреңде, теләктәреңде һәм хатта тормошҡа талаптарыңды яҡшылап барларға кәрәктер.
Рита ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад