Хаҡлы ялдағылар тик ятмай01.03.2013
Йәмғиәттә өлкәндәрҙең урыны ҡайҙа? Пенсионерҙар ни өсөн үҙҙәрен элеккесә кәрәкле, ил өсөн файҙалы граждандар итеп тоймай? Ғүмер буйы хеҙмәттә ҡайнап йәшәгән әҙәм балаһы өсөн яңғыҙлыҡтан, үҙеңдең бер кемгә лә кәрәкмәгәнеңде тойоуҙан, йәшәргә дәрт ҡалмауҙан да яманыраҡ нәмә юҡтыр. Кем-кем, ә ҡартлыҡ — һәр кемгә лә һуңламай килеүсе ҡунаҡ. Ҡолас йәйеп ҡаршыламаһаң да, күр ҙә тор, “һә” тигәнсе таяғын, төрлө сирҙәрен һәм проблемаларын эйәртеп килеп етәсәк.
“Башинформ” агентлығындағы матбуғат конференцияһында осрашыу ҡалыплашҡан ҡайһы бер фекерҙәрҙән арынырға, хаҡлы ялға сыҡҡас та үҙ урынын тапҡан, тәжрибәһе менән бүлешергә әҙер өлкәндәр менән һоҡланырға, уларҙан өлгө алырға мәжбүр итте. Әүҙем йәшәү рәүешен оҙайтыу, тормош сифатын яңы биҙәктәр менән байытыу, тиҫтерҙәре менән аралашыу бәхетенә эйә булған өлкәндәр барыһын да үҙҙәре тыуҙыра, маҡсат ҡуйып йәшәй белә, тигән һығымтаға килдек. Күҙ алдында һынланған “аҡыл эйәһе, сал сәсле, әммә үтә ярлы” ҡартлыҡтың портреты ла үҙгәргәндәй тойолдо. Балалары, ейәндәре генә түгел, ил, республика киләсәге өсөн дә янып-көйгән, борсолған һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәҡдимдәре менән уртаҡлашҡан, заман ағымынан һис тә ҡалышмаған ветерандар бөгөн үҙҙәренең “Халыҡ университеты” социаль үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһын булдырыуҙары хаҡында хәбәр итте.
Бынан ике йыл элек Башҡортостан Президенты Указы менән өлкәндәр өсөн ғәмәлгә ашырыла башлаған “Халыҡ университеттары” программаһы республикала ғына түгел, тотош Рәсәйҙә оло тәжрибә майҙанына әүерелде. Белем алыу буйынса төрлө йүнәлештәр билдәләнде. Республикала йәшәүсе 15 меңдән ашыу ветеран компьютер серҙәрен үҙләштерҙе, инглиз телен өйрәнде, психология, финанс өлкәһе буйынса белем алды. Йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, хәҙер курстар тамамланғандан һуң да бәйләнеште өҙмәү, кәңәш ҡороу, саралар үткәреү өсөн бина бар, тимәк, аралашыу даирәһе киңәйәсәк кенә. Университетта белем алыусылар ветерандар хәрәкәтен йәйелдереүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ.
Ойошма алдында торған бер нисә бурысты билдәләп үтәйек. Тәүгеһе — баш ҡаланың халыҡ университетын ойоштороу. “Беҙҙең арала талантлы музыканттар, йырсылар, етәкселәр күп, һәр береһен файҙалы эшкә йәлеп итеп булыр ине”, — тип иҫәпләй Рафиҡ Ғилмийәр улы.
“Социаль ашығыс ярҙам” ойоштороу уйы ветерандарға күптән инде тынғы бирмәй. Хаҡлы ялдағылар үҙҙәре үк ярҙамға мохтаж ҡарттарҙы хәстәрлек менән солғап алыр ине, тигән фекерҙә ойошма ағзалары. Илдәге ҡоролоштоң алмашыныуы, предприятиеларҙың ябылыуы һөҙөмтәһендә хеҙмәт ветерандарының күбеһе бөтөнләй иғтибарҙан ситтә ҡалды, йәмғиәт тарафынан онотолдо, хатта Оло йәштәгеләр көнөндә лә уларҙы иҫкә алыусы, йылы һүҙ әйтеүсе юҡ, тип әсенде конференцияла ҡатнашыусылар. Фекерҙәр күп яңғыраны: эшселәр синыфын тейешле кимәлгә күтәреү, чиновниктар эшмәкәрлегенең тәьҫирлелеген баһалау, йылдар буйы телдән төшмәгән сүп-сар эшкәртеү мәсьәләһен хәл итеү, һөнәрселек училищеларына иғтибарҙы арттырыу...
Йәмәғәт ойошмаһы — өлкәндәр донъяһындағы йәнә бер яҡтылыҡ сатҡыһы, өмөт нуры. Үҙе өсөн күңелле, файҙалы мәшәҡәттәр табып, яҡындарына кәрәкле икәнен тойған, тормошто яратҡан ветерандарҙың маҡсаттарына мотлаҡ өлгәшәсәгенә шик юҡ. Матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов та юҡҡа ғына: “Мине лә ойошмағыҙҙың ағзаһы итеп алығыҙ”, — тип белдермәгәндер. Яҡшы ниәт кенә күптәрҙе сәмләндерергә, үҙ артынан эйәртергә һәләтле шул.